RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Вьетнам менән дуҫлыҡ нығына

27.03.2012 Вьетнам менән дуҫлыҡ нығына

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Фам Суан Шон етәкселегендәге Вьетнам делегацияһы менән осрашты.
Осрашыуҙа ике дәүләт араһында тауар әйләнешен үҫтереү, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
Һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов хеҙмәттәшлек итеүҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был машиналар эшләү, нефть-газ сығарыу һәм тау сеймалын табыу сәнәғәте, энергетика, эшҡыуарлыҡ һәм фән өлкәләрен күҙ уңында тота.
Вьетнам менән былтыр тауар әйләнеше күләме бер миллион долларға ла етмәгән (2010 йылда был күрһәткес 20 миллион доллар тәшкил иткәйне). Республикала Вьетнам компаниялары ҡатнашлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән 60-тан ашыу предприятие булдырылған, ғилми-тикшеренеү институттары араһында ла бәйләнештәр бар. Башҡортостан вуздарында Вьетнамдан 70-тән ашыу студент һәм аспирант белем ала.
– Тәү сиратта беҙҙең машиналар эшләү комплексы продукттарын ҡарарға тәҡдим итер инем, – тип, Рөстәм Хәмитов хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен барланы. – Күмертау ҡалаһында эшләнгән вертолеттарға ихтыяж һиҙелерлек артты, улар ҡатмарлы шарттарҙа үҙҙәренең яҡшы эшләүен күрһәтте. Һеҙҙең белгестәрҙә был техника ҡыҙыҡһыныу уята алыр, тип уйлайым. Шулай уҡ беҙҙең предприятиелар Вьетнамға бәләкәй гидроэнергетика һәм электр станцияларын ебәрә алыр ине. Уларҙы яңыртыу, шулай уҡ хеҙмәтләндереү йәһәтенән эшләй алырлыҡ предприятиеларыбыҙ ҙа бар.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республиканың Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт нефть техник университеты «Вьетсовпетро» компанияһы менән берлектә «Башҡортостан – Вьетнам» халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү үҙәген булдырыу мәсьәләһен тикшерә.
Фам Суан Шон әфәнде үҙ сиратында Башҡортостанға килеүенә һәм бында Рәсәй субъекттарының абруйлы етәкселәренең береһе менән осрашыуына бик шат булыуын билдәләне.
– Хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын күрәбеҙ. Вьетнам менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр һуңғы йылдарҙа барлыҡ йүнәлештәр буйынса һөҙөмтәле үҫтерелә, – тип белдерҙе Вьетнам дипломаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә