НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Әлфиә Кәримова ошо көндәрҙә Испанияла үткән халыҡ-ара вокалсылар конкурсында еңеү яулаған. Өсөнсө турға сыҡҡан 14 ҡатнашыусы араһында беҙҙең йырсы жюри ағзаларын ике ауыр ария башҡарыуы менән хайран ҡалдырған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ул I премияға лайыҡ булған.

Төркиәлә уҙған Мәҙәниәт һәм сәнғәт көндәрендә беҙҙең Хәйбулла районының «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар ансамбле менән Сибайҙың «Арҡайым» ансамбле ҡатнашҡан. Концерттарҙан һуң артистар башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм фольклорын өйрәнгән ғалимдар, башҡорт эмигранттары менән осрашҡан. Төркиә тамашасылары өсөн беҙҙең ансамблдәрҙең сығышы ысын асыш булған.

Уҙған ял көндәрендә Өфөнөң Дим районында яңы «Йылмайыу» балалар баҡсаһын асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, баш ҡаланың Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов ҡатнашты. Яңы балалар баҡсаһы Өфөләге иң заманса учреждениеларҙың береһе булып тора һәм унда 200 бала йөрөйәсәк. Яҡын арала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы янында мәктәп тә төҙөлә башлаясаҡ.

7 ноябрҙә Өфөнөң «Ихлас» мә­сетендә Ҡорбан ғәйетенә арнал­ған балалар өсөн мәрхәмәтлек кисәһе уҙғарыласаҡ. Унда мосолман байрамдарына һәм хаж ҡылыуға бағышланған балалар викторинаһы, «Оҫта ҡулдар» конкурсы ойоштороласаҡ. Балалар Ҡөрьәндә телгә алынған йәнлектәрҙең костюмдарын тәҡдим итәсәк, хаж ҡылыуҙы йәки Ҡорбан байрамын сағылдыр­ған иң яҡшы һүрәт авторы билдәләнәсәк.

Ғафури районының Красно­усол ауылында локаль һуғыштарҙа һәләк булған һалдаттар һәм офицер­ҙарға һәйкәл ҡуйыласаҡ. РФ Дәүләт Думаһының Ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Иршат Фәхретдинов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта һәйкәлдең эскизы әҙер, постаменты ла эшләнгән. Һәйкәл икегә бүленгән стела формаһында буласаҡ.

Рига ҡала думаһында Башҡор­тостан Республикаһының презентацияһы үтте. Ул Риганың Рәсәй Федерацияһы төбәктәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса халыҡ-ара проекты сиктәрендә һәм «Совершенно секретно» медиа-холдингының мәғлүмәти ярҙамы менән ойошторолдо. Презентация милли колорит менән һуғарылған, мәғлүмәттәргә бай булған, ул ҡурай моңо менән оҙатыуында башҡорт халыҡ бейеүе менән тамамланған.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәренең профессиональ оҫталыҡ конкурсы үтте. Унда бөтә илдән барлығы 90 конкурсант ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Йәштәрҙең үҙ ирке менән күрһәтелгән инициативаһына ярҙам итеү һәм үҫтереү» йүнәлешендә Өфө ҡалаһы Киров районының «Йәшлек» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубының «Орбита» үҫмерҙәр клубы мөдире Самсура Гордеева, баш ҡаланың Октябрь районы «Балалар-плюс» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһенең ойоштороусы педагогы Айгөл Мостаева, Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге мөдире Дарья Попова призерҙар иҫәбенә сыҡты.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 25-10-2011, 09:35 | Ҡаранылар: 1138
|
  • Аманатҡа һаҡлап тоғролоҡ
  • Өс һөйләм менән
  • Яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде
  • Комиссияның эше яҡшы баһаланды
  • Уҡыу йылын тулы әҙерлек менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM