НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән


Иран Башҡортостан менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә уйлай. Был хаҡта ислам республикаһы Ирандың Ҡаҙандағы генераль консулы Рәсүл Шаян М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында осрашыуҙа белдергән. Улар беҙҙең республикаға фарсы телен өйрәнеүҙә ярҙам итергә ниәтләй.

Башҡортостандан бер төркөм бала быйыл йәй Польшала тел өйрәнеү лагерында ял итеп ҡайтты. Лагерь Варшава янындағы Пултуск ҡалаһында урынлашҡан. Поляк телен­дә аралашыуҙан тыш, уҡыусылар Польшаның тарихы һәм мәҙәниәте менән дә танышты, уларға Варшава, Плоцк һәм Пултуск ҡаларына мауыҡтырғыс сәйәхәттәр ҙә ойошторолдо.

Аноним шылтыратыу арҡаһында 1 сентябрҙә Өфө ҡалаһының 26-сы мәктәбендә 720 кеше эвакуациялана. Мәктәпкә бомба һалыныуы тураһындағы хәбәр көндөҙгө сәғәт 2-ләрҙә уҡыусылар синыф сәғәтенә таралышҡан ваҡытта алына. Поли­цейскийҙар һәм ҡотҡарыусылар мәктәптән барыһын да сығара, ә кинологтар бинаны тулыһынса тикшереп сыға, әммә шартлатҡыс табылмай.

Өфө ҡалаһында тәүге социаль ҡунаҡхана асылды. Унда йәшәр урындары булмаған балалар йортоноң сығарылыш синыфы уҡыусылары йәшәйәсәк. Проект Өфө епархияһы һәм бер нисә мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән балалар университеты ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.

Хәйбулла районында «Мәктәп­кә әҙерләнергә ярҙам ит» тигән мәрхәмәтлек акцияһы үтте. Уның сиктәрендә район предприятиелары һәм ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итте. Акция барышында барлығы 250 мең һум аҡса йыйылды һәм 150 ғаиләнән 300-ләп бала һиҙелерлек ярҙам алды.

Башҡортостанда йыл башынан алып 77 янғын теркәлгән. Һөҙөмтәлә 475 гектар урман зыян күргән. Сираттағы янғын Ейәнсура районының Байыш урман хужалығында сыҡҡан.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы БР Профсоюздар федерацияһы менән берлектә «Иңдәрҙән-иң» тип аталған конкурс ойоштора. Бәйге республиканың ҡайһы предприятиеһының йәштәр менән эште һөҙөмтәлерәк ойоштороуын асыҡлаясаҡ. Конкурстың һайлап алыу этабы муниципаль берәмектәрҙә 8 октябргә тиклем дауам итә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 3-09-2011, 11:43 | Ҡаранылар: 781
|
  • Өс һөйләм менән
  • Шәфҡәтлек кисәһе үтә
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM