RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс һөйләм менән

14.05.2011 Өс һөйләм менән

Ошо көндәрҙә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында ойошманың Башҡарма советының 186-сы сессияһы үтә. Уның эшендә Рәсәй делегацияһы составында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнаша. ЮНЕСКО етәкселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО ойошмаһы менән артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.

2005 йылда төҙөлгән уҡыусылар менән алмашыу буйынса килешеүгә ярашлы, Өфөгә Гер­манияның Айслинген ҡалаһының Эрих Кестнер исемендәге гимназияһынан 23 уҡыусы һәм уларҙың уҡытыусылары килде. Уларға ҡала һәм республика буйлап экскурсиялар ойошторола. Быйыл сентябрҙә Өфө уҡыусыларының да Германияға ошондай уҡ яуап сәфәре планлаштырыла.

Былтыр Өфө ҡалаһы бюджетынан мәғариф системаһын финанслауға 5,5 млрд һум аҡса бүленгән, шул уҡ ваҡытта милли хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә ҡала 11 тапҡырға әҙерәк, барлығы 503 млн һум аҡса тотонған. Мәғариф өлкәһе ҡала бюджетының 35 процентын «йотһа», торлаҡ-коммуналь хужалығы ла байтаҡ ҡына сығым (3,9 млрд һум) талап иткән. Дөйөм алғанда, 2010 йылда Өфө ҡалаһы бюджетының килемдәре – 15,9 млрд һум, ә сығымдары 15,5 млрд һум тәшкил иткән.

17 майҙан 20 майға тиклем Өфө ҡалаһында «УралЛегПром» 12-се махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Унда республиканың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 130-ҙан ашыу еңел һәм текстиль сәнәғәте етештереүсеһе ҡатнашасаҡ. Күргәҙмә барышында ҡатнашыусы предприятиелар араһында «Йыл яңылығы» смотр-конкурсын үткәреү ҙә планлаштырылған.

Күмертау ҡалаһында «Алтын сапсан» балалар һәм үҫмерҙәр ижады Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы асыла. Конкурс «Европа өмөтө» халыҡ-ара фестиваль хәрәкәте эгидаһы аҫтында, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамы менән ойошторола. Өс көн дауамында ижади конкурста ҡатнашыусылар вокал, хореография һәм декоратив-биҙәү сәнғәте номинациялары буйынса көс һынашасаҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә