НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Торлаҡ төҙөү буйынса яңы проект

Торлаҡ төҙөү буйынса яңы проект


БР Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә йыйылған аҡса системаһын файҙаланып торлаҡ төҙөүҙе финанслау бу­йынса пилот проектын бойом­ға ашырыу тураһында» ҡарар­ға ҡул ҡуйҙы. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына 1 апрелгә тиклем проектты тормошҡа ашырыу­сы инвестиция-төҙөлөш ойошмаһын һайлап алырға ҡушыл­ған.
Был проектта торлаҡҡа мохтаж тип табылған граждандар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Шулай уҡ ул торлаҡҡа махсус йыйыл­ған аҡсаһы булған, тәҡдим ителгән шарттарҙа ипотека кредиты йә ссуда менән дәүләт ярҙамынан тыш коммерция нигеҙендә торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә граждан­дар­ға ла ҡағыла. Дәүләт ярҙамы иһә пилот проектын бойом­ға ашырыу барышында тө­ҙөлгән торлаҡ йортҡа инженер коммуникациялары үткәреүҙә тотонолған сығымды йә уның бер өлөшөн компенсациялау­ҙан ғибәрәт. Тупланма этабында тәүге иң түбән иғәнә килешеү суммаһының биш процентын тәшкил итә. Йыйылған аҡсаның иң түбән күләме – тәүге иғәнәне лә иҫәпләп, йорттоң тулы хаҡының 50 проценты.
Проектта ҡатнашыу өсөн вәкәләтле инвестиция-төҙөлөш ойошмаһына документтар пакетын йыйып тапшырырға кәрәк.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 12:26 | Ҡаранылар: 1583
|
  • Ҡуртымға бирер өсөн торлаҡ төҙөү ҡарала
  • Торлаҡһыҙҙарға өмөт бирәсәк проект
  • Торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу төп бурыс булып ҡала
  • Социаль торлаҡ төҙөләсәк
  • Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды буласаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM