НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рухи байлыҡ сығанағы

Рухи байлыҡ сығанағы


Рухи байлыҡ сығанағыТуған тел – һәр халыҡтың быуындан-быуынға иң ҡәҙерле аманат итеп тапшырыла килгән аҫыл хазинаһы ул, мәңге тере тарихы ла. Ерҙә халыҡ йәшәй икән, теле лә йәшәй. «Телде үҫтергән – илде үҫтерер», – ти халыҡ мәҡәле. Халыҡтың рухи донъяһы, уй-хыялдары, тормош аҡылы һәм тарихи тәжрибәһе – быларҙың һәммәһен дә туған тел һаҡлай, фәкәт ул ғына һәр кемгә аңлайышлы итеп әйтеп бирә ала. Беҙ туған телдә һөйләшеп туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, шатлыҡтарыбыҙҙы ишәйтәбеҙ, ҡайғыларыбыҙҙы таратабыҙ, күңелдәребеҙҙе сафландырабыҙ.
ЮНЕСКО-ның генераль конференцияһы 1999 йылдың 17 ноябрендә Туған тел көнөн үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәү тапҡыр был байрам 2000 йылда үткәрелде.
Халыҡтарҙың үҙ-ара аралашыуы кәсәйеүе арҡаһында телдәр ҙә бер-береһенә нығыраҡ йоғонто яһай бара. Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер шарындағы 6700 телдең яр­тыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Туған телебеҙҙе һаҡлау ЮНЕСКО кимәленә еткән икән, уның киләсәге өсөн борсолған һәр кеше уйланырға тейеш. Шуға ла һәр халыҡтың телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Был сара китап уҡыусыларҙа туған теленә, халҡына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында үткәрелде. Яңауыл үҙәк район китапханаһында туған телебеҙгә бағышланған «Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы» тигән әҙәби кисә ойошторолдо.
Бөйөк шәхестәр, аҡыл эйәләре туған телгә һәр саҡ ихтирам һәм хөрмәт менән ҡараған, әсә уның байлығына һоҡланған, табынған. Шул тел менән илебеҙҙең матди һәм рухи байлығын ишәйткәндәр. Туған телдең кеше тормошондағы бөйөклөгөн шағирҙар үҙ шиғырҙарында данлаған. Кисәлә Мәхмүт Һибәттең «Башҡорт теле», Лариса Абдуллинаның «Башҡорт теле», Рәми Ғариповтың «Туған тел», Рауил Бикбаевтың «Телле көйө телһеҙ башҡорттар» тигән шиғыр­ҙарын уҡып ишеттерҙек. Был әҫәр­ҙәр кешелә изгелек, мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙә ҙур көскә эйә. Тел – тарих, быуындар, йәмғиәттәр бәйләнешен булдырыусы берҙән-бер сара. Шуға ла шағирҙар туған теле менән ғорурланып, туған теленең башҡорт теле булыуы өсөн ҡыуана. Шатлыҡ, хис-тойғо офоҡтарының киңлеген уның моңонда күрә. Улар башҡорт теленең әһәмиәтен, асылын, мәғәнәһен, тормоштағы, йәшәйештәге ролен үҙ уҡыусыһына аңлатыр­ға тырыша.
Уҡыусылар «Башҡорт теле – минең киләсәк» тигән викторина һорауҙарына яуап биреп, үҙҙәренең белемле булыуын күрһәтә ал­ды, китап күргәҙмәһе менән танышты. Уларҙың үҙ телдәрендә ихлас аралашыуы, тел яҙмышына битараф булмауы, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүҙәрен күреү, халҡыбыҙҙың дауамы булыу китапханасыларҙы бик шатландырҙы.
Рухи аңыбыҙ үҫеше, милләтебеҙ булмышы һәм киләсәге тәү сиратта әсә теленең тормошобоҙҙағы урынына бәйле. Туған телгә хөрмәт, һөйөү хисе ғаиләлә уянырға, тәрбиәләнергә, мәктәптә, китапханаларҙа артабан үҫеш алыр­ға тейеш. Шағир Хәсән Назар: «Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина ти­ҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын-көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул бы­уаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туп­лаған», – ти.
Үҙ халҡының мәҙәниәтен, уның туған телен белмәгән, яратмаған кеше башҡа телде ысынлап та ярата аламы икән? Туған телде юғалтҡан һәр бер кеше, теләһә-теләмәһә лә, милләттең милләт булып йәшәүенә зыян килтерә түгелме? Сөнки телен һаҡлаған халыҡ ысын мәғәнәһендә милләт булып йәшәй ала. Әле китаптар ҙа, мәктәптәр ҙә булмаған осор­ҙа тел тәрбиәсе ролен үтәгән, хатта хәҙерге компьютерҙар һәм телевидение осоронда ла тел бөйөклөгөн юғалта алмай. Кеше ни хәтлем күберәк тел белһә, уның рухи донъяһы ла шул тиклем үҫешкән була. Үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлау өсөн иң тәүҙә телде һаҡларға кәрәк. Ә телдең киләсәге – кешеләр ҡулында. Ғайса Хөсәйенов әйтеүенсә: «Туған тел – ул халыҡтың тере күңеле, һөйләп торған шатлығы, ҡайғыһы, һүҙ хәтере, бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух байлығы».
Тел, милләт, ил – айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Халҡыбыҙ телһеҙ, ерһеҙ ҡалмаҫ өсөн күпме ҡорбан биргән, әммә телен юғалтмаған. Ата-бабаларыбыҙҙың иң изге аманаты – әсә телен һаҡлап ҡалыу беҙҙең иң мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Далария ХӘЙҘӘРШИНА,
китапханасы.
Яңауыл ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 21-02-2017, 10:59 | Ҡаранылар: 357
|
  • Телебеҙҙән оялмайыҡ!
  • “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”
  • Туған телде һаҡлайыҡ!
  • Сихри гөлдө – башҡорт телен ҡоротмайыҡ!
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM