RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лайыҡлыларға – лайыҡлы баһа

14.03.2014 Лайыҡлыларға – лайыҡлы баһа

Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы үтте. Юғары баһаны лайыҡлылар БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ҡулынан алды.
Барлығы 29 алдынғы хеҙмәткәр төрлө тармаҡта эшләй: ауыл хужалығында, сәнәғәттә, транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә, социаль учреждениеларҙа, муниципаль берәмектәрҙә. Уларҙың бөтәһен дә эшенә һөйөү, уңғанлыҡ, Ватанға тоғролоҡ берләштерә. Эштәге ҡаҙаныштары ла үҙҙәре өсөн түгел, ә дөйөм уңыш өсөн. Был – республиканы илдә лә, ситтә лә танытырлыҡ уңыштар.
Башҡортостан Республика­һының Маҡтау грамотаһына Благовещен районының “Өфө­химтранс” йәмғиәте водителе Зөлфәт Ғиндуллин, “Ҡариҙел” редакция-нәшриәт комплексы водителе Әүхәт Мохтасаров, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы слесары Мөнир Рәхимов һәм “Асҡын” юл-төҙөлөш колоннаһы машинисы Рәдиф Исламов лайыҡ булды.
Атҡаҙанған юрист, транспорт эшсеһе, элемтәсе исемдәре лә тапшырылды.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та яңыраҡ юғары наградалар тапшырыу тантанаһы үткәргәйне. Был сарала ла беҙҙең республика кешеләре бар ине. Ун бала тәрбиәләүсе Зилә һәм Радик Ишморатовтар ҙа шулар иҫәбендә. Улар “Ата-әсәлек даны” ордены менән бүләкләнде.
Ә яугир-интернационалист Вил Фазуллинға награда 26 йылдан һуң килеп етте. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалын уға Үҙәк хәрби округ командованиеһы вәкилдәре тапшырҙы. Сапер булып хеҙмәт иткән һалдат 1987 йыл аҙағында – 1988 йыл башында Пакстан сигендәге Пактия һәм Хост провинцияларында алып барылған “Ма­гистраль” операцияһында ҡа­һар­манлыҡ күрһәткән. Әле яугир-ветеран физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә