НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Арзан торлаҡҡа хоҡуҡлылар ентекле тикшереләсәк

Арзан торлаҡҡа хоҡуҡлылар ентекле тикшереләсәк


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары комитеттарҙа эш башланы. Улар ҡараясаҡ мәсьәләләр, закон проекттары күп. Шулар араһында эконом класлы торлаҡҡа ҡағылышлыһы ла бар.
Арзан торлаҡ алыуға хоҡуҡлы граждандар исемлеген төҙөүгә иғтибар ҡаты буласаҡ. Был закон проектында аныҡ билдәләнгән. Документ быйыл 27 июндә дүртенсе саҡырылыш депутаттары тарафынан беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул ителгәйне. Льготалы шарттарҙа торлаҡ алыуға хоҡуҡлылар исемлеге мөмкин тиклем асыҡ булырға тейеш. Граждандар ғариза яҙыу менән теркәлергә, уларҙың урындағы үҙидара органында исемлеккә индереләме-юҡмы икәне тура­һында ун көн эсендә ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Был хаҡта ғариза биреүсегә яҙма рәүештә мотлаҡ хәбәр ителәсәк. Исемлекте эконом класлы торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер биләмәһе урынлашҡан тораҡ пункт башлығы раҫлай һәм шул исемлек баҫылып сығасаҡ рәсми киң мәғлүмәт сараһын һайлай.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе Елена Родина әйтеүенсә, бындай төр торлаҡ тирәләй ҡайһы бер нормаларҙы үҙгәртеү күптән кәрәк ине. Баҙар хаҡтарынан күпкә түбән эконом класлы торлаҡ алырға теләүселәр сикһеҙ күбәйгән, бәғзеләргә льгота тейеш тә түгел. Шунлыҡтан исемлекте ныҡлы тикшереп төҙөү зарур. Яңы закон ҡәтғи тәртипкә йүнәлтелгән.

Әйткәндәй

Республика парламентының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында юлдарҙағы хәүеф­һеҙлек темаһына ла ҙур иғтибар бирелде. Депутаттар “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында Башҡортостан кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проектын ҡараны. Ошо юҫыҡта яңылыҡтар федераль ҡануниәттә лә бар.
Үҙгәрештәр ситтән килеүсе водителдәргә ҡағыла. Тәҡдимдәргә ярашлы, сит ил граждандары беҙҙә Рәсәй өлгөһөндәге водитель танытмаһы булһа ғына эшләй аласаҡ. Шулай уҡ водителдәр әҙерләүсе ойошмаларға ҡарата ла талаптар ҡатыланасаҡ. Законды үҙгәртеүгә юлдарҙа транспорт ағымының һәм юл фажиғәләренең артыуы сәбәпсе.

Сығыу ваҡыты 18-10-2013, 15:23 | Ҡаранылар: 476
|
  • Башҡортостан Хөкүмәте йыл эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк
  • Туймазы һәм Ауырғазы райондарында – яңы етәксе
  • Республиканың яңы парламенты эш башланы
  • 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ
  • Инспекциянан – комитетҡа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM