НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Республиканың яңы парламенты эш башланы

Республиканың яңы парламенты эш башланы


Ошо аҙнала БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаттары яңы парламенттың тәүге ултырышын ойоштороуға бәй­ле кәңәшмә үткәрҙе.
Әле һайланған депутаттар араһында төрлө ҡатлам һәм һөнәр вәкилдәре бар. Һандарға күҙ һалғанда, парламентарий­ҙар араһында 27 предприятие һәм ойошма етәксеһе, 30 урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкиле бар. Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәренән – 15, фән һәм мәғарифтан – 12, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенән – 7, мәҙәниәт һәм спорттан – 5, киң мәғлүмәт сараларынан, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм адвокатуранан 4-әр кеше депутат булып һайланған. 15 депутат – фән докторы, 19-ы – фән кандидаты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был саҡырылыш күп партиялы. Тауыш йыйыу буйынса ете процентлыҡ барьерҙы үткән ике партияның – “Берҙәм Рәсәй” менән Коммунистар партияһының ‒ фракциялары эшләйәсәк.
Тәҡдимдәр буйынса парламентта һигеҙ даими комитет буласаҡ. Улар: Дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡи тәртип һәм суд мәсьәләләре;
Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары;
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш;
Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ;
Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше;
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу;
Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте;
Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеттар.
Әлеге кәңәшмәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге структураһы буйынса ла һөйләшеүҙәр булды. Беренсе ултырыш 3 октябргә күҙалланған.

Сығыу ваҡыты 27-09-2013, 12:03 | Ҡаранылар: 519
|
  • Яҡташыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
  • Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе булдырылды
  • Халыҡ зарына ҡолаҡ һалыусы ойошма
  • Арзан торлаҡҡа хоҡуҡлылар ентекле тикшереләсәк
  • Яңы парламент тиҙҙән эш башлай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM