RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя яңылыҡтары

09.04.2013 Донъя яңылыҡтары

Төньяҡ Корея киҫәтә

Төньяҡ Кореяла дүртенсе ер аҫты атом һынауҙарына әҙерләнеүҙәре мөмкин, тип белдерә Көньяҡ Корея матбуғаты.
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы 2005 йылда уҡ үҙен атом державаһы тип иғлан итте һәм 2006, 2009, 2013 йылдарҙа ер аҫты атом һынауҙарын үткәрҙе. Был, әлбиттә, халыҡ-ара берләшмәләрҙең ризаһыҙлығын тыуҙырмай ҡалманы. Тағы ла КХДР, Көньяҡ Кореяның АҠШ менән берлектә уҙғарған хәрби һынауҙарына яуап итеп, 3 мең саҡрым алыҫлығына ракетаһын осормаҡсы.
Йомала Төньяҡ Кореяның Сит ил эштәре министрлығы сит ил илселектәренә, шул иҫәптән Рәсәйҙе­кенә лә, Корея ярымутрауында хәлдең киҫкенләшеүе сәбәпле, хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялау мәсьәләһен хәл итергә тәҡдим итте. Шулай уҡ КХДР вәкилдәре 10 апрелдән һуң илселек хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген гарантиялай алмаясағы хаҡында киҫәтте.

Телде тыймау бәләһе

Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров янғын ваҡытында зыян күргән “Грозный-Сити” бинаһын интернет менән ҡулланыусылар тергеҙәсәк, тип белдергән.
Кем “Грозный-Сити” комплексының күп фатирлы “Олимп” йортоноң яныуын видеоға төшөрөп, ҡыуаныслы лозунгылар яҙып, интернетҡа ҡуйған, тап шулар ремонт эштәрендә әүҙем ҡатнашасаҡ, тигән Президент. Уларҙың кем икәнен асыҡлағандар һәм хаталарын таныр­ға мәжбүр иткәндәр. Башлыҡ зыян күргән йортто “Олимп”тан “Феникс” тип үҙгәртергә һәм октябрь айында тергеҙеү эштәрен тамамлауҙы оло байрам итеп билдәләргә уйлай.

Путин менән Меркелға һөжүм иткәндәр

FEMEN ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте Ганноверҙағы сәнәғәт йәрминкәһендә сараға килгән РФ Президенты Путин һәм ФРГ канцлеры Меркелға ҡаршы акция ойошторған.
Ике ил етәксеһе Volkswagen стенды янында торғанда бер нисә йәш ҡыҙ күп һанлы журналистар араһынан йырылып сыға һәм, билдәренә тиклем сисенеп, инглиз телендә һүгенеү һүҙҙәрен ҡысҡыра-ҡысҡыра, сәйәсмәндәргә ташлана. Ошо уҡ һүҙҙәр уларҙың тәнендә лә яҙыл­ған була. Һаҡсылар ҡыҙҙарҙың юлдарын бүлә.
Ә Путин менән Меркель ҡыҙҙарға иғтибар итмәй, тыныс ҡына икенсе залға йүнәлә.

Ниһайәт, ул тапты

38 йәшлек йырсы, алып барыусы, актриса Жанна Фриске тәү тапҡыр әсәй булды.
Ул Майами клиникаларының береһендә имен-һау малай тапҡан, тип хәбәр итә үҙәк гәзиттәр. Баланың атаһы – күренекле алып барыусы Дмитрий Шепелев Жаннаның янында булған. Рәсми рәүештә никахлашмаһалар ҙа, был ир менән ҡатынды Рәсәй эстрадаһында бер-береһен өҙөлөп яратҡан һәм хөрмәт иткән һоҡланғыс пар тип билдәләйҙәр.

Л. ТАШБУЛАТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә