RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил парламентына Башҡортостандан депутаттар

20.12.2011 Ил парламентына Башҡортостандан депутаттар

РФ Федераль Йыйылышының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан төбәк исемлеге өсөн республика һайлаусылары 70,5 процент тауыш бирҙе. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә. 4 декабрҙә һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының юғары тауыш йыйыуы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән кандидаттар өсөн 12 депутат мандаты тәьмин итте.
Билдәле булыуынса, төбәк исемлеген етәкләүсе Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика башлығы вазифаһында ҡалырға ҡарар итеүе тураһында белдерҙе. Шулай итеп, «Берҙәм Рәсәй» төбәк партияһынан 12 кеше Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйы­лы­шының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат булды. Улар:
1. Павел Крашенинников
2. Зөһрә Рәхмәтуллина
3. Павел Качкаев
4. Марсель Йосопов
5. Александр Дегтяров
6. Иршат Фәхретдинов
7. Рима Батталова
8. Әнүәр Мәхмүтов
9. Виктор Климов
10. Сәлиә Мырҙабаева
11. Рафаэль Мәрҙәншин
12. Владимир Поцяпун.
Бынан тыш, Коммунистар партияһынан Андрей Тычинин менән Александр Ющенко, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланды.

«Республика мәнфәғәтен әүҙем яҡлағыҙ»

16 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Башҡор­тостандан һайланған алтынсы саҡырылыш РФ Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.
Осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль исемлеге буйынса һайланған ун депутат – Рима Батталова, Александр Дегтяров, Павел Качкаев, Виктор Климов, Рафаэль Мәрҙәншин, Әнүәр Мәхмүтов, Сәлиә Мыр­ҙабаева, Зөһрә Рәхмәтуллина, Иршат Фәхретдинов, Марсель Йосопов һәм Коммунистар партияһынан Андрей Тычинин менән Александр Ющенко, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы һайлауҙарҙағы еңеүе менән ҡотланы һәм Башҡортостан депутаттарының быйылғы составының федераль парламенттың түбәнге палатаһында ҙур ғына урын биләүен (дөйөм алғанда, 16 кеше) билдәләне. Улар араһында 12 депутат – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, икәүһе – Коммунистар партияһынан һәм ЛДПР менән «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан берәр вәкил. Элек Дәүләт Думаһында Башҡортос­тандан ике генә партиянан вәкил булһа, хәҙер иһә дүрт партиянан да депутат бар.
– Беҙгә тап шул кәрәк тә. Бына шул була алға ынтылыш, демократия, – тине Президент депутаттар менән осрашыуҙа, үҙенең илдең сәйәси аренаһындағы барлыҡ сәйәси көстәрҙең диалогы яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып. Рөстәм Зәки улы депутаттарҙы эшкә яуаплы ҡарарға, республикаға файҙа килтерергә саҡырҙы һәм кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән өҫтөнлөклө бурыстар менән таныштырҙы.
– һеҙ беҙҙең инициативаларҙы алға этәреүҙә, республика мәнфәғәтен яҡлауҙа әүҙемлек күрһәтергә тейешһегеҙ, – тине ул. – Республикаға ресурстар, финанстар, эре инвестиция проекттары, кадрҙар йәлеп итеүгә барлыҡ мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға кәрәк.

С. АМАНТАЕВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә