НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Был аҙнала беҙҙе...

Был аҙнала беҙҙе...


Ҡыуандырҙы...
Был аҙнала беҙҙе...
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виктор Зубков белдереүенсә, илдә 74,1 миллион тонна иген һуғып алын­ған. Был уңдырышлы 2009 йылдағы күрһәткестәрҙән ике процентҡа күберәк.
Уңыш йы­йыу шулай бар­һа, алдан күҙалланғанса, иген 90 миллион тоннаға етәсәк. Ашлыҡ запасы эске ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереп, экспорт күләмен арттырырға мөмкинлек бирер, тип тә өмөтләнәләр.
Бынан тыш, йәшелсәләр, картуф та уңған. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙы былтырғы кеүек сит илдән һатып алырға ла кәрәкмәй.

Өмөтләндерҙе...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев студенттарҙың хәленә инә − уның белдереүенсә, вуздарҙа уҡыусылар өсөн ятаҡтар заманса санитар һәм хәүеф­һеҙлек нормаларына тура килергә тейеш. Иң мөһиме, ятаҡта йәш кешегә уңайлы булһын.
Бының өсөн студент ҡаласыҡтары төҙөргә кәрәк. Әле Алыҫ Көнсығыш федераль университетында шундай кампус бар, тиҙҙән ул Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтында төҙөләсәк, сират башҡа вуздарға ла етәсәк. Башҡортостан да ситләтелмәҫ, моғайын.
Әйткәндәй, ил башлығы 2012 йылдан исемле стипендиялар булдырыу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Студенттарға ете мең һум булһа, аспиранттар 14 мең һум аласаҡ. Бынан тыш, хөкүмәт стипендиялары ла түләнәсәк. Ә ғәҙәти стипендияға килгәндә, киләһе йылда уның күләме 6,5 мең һумға етәсәк.

Хафаландырҙы...
Төньяҡ Кавказда тағы ла тыныс түгел. Был юлы Дағстандың Буйнаҡ районындағы яңылыҡ күңелде өшөттө: билдәһеҙ кешеләр Кадар ауылының имамы, 84 йәшлек Зәйнетдин Дайзиевты атып киткән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға урынынан 27 гильза тапҡан.
Имам республикала ваһһабсыларға ҡаршы эшмәкәрлеге менән билдәле булған, ауылда абруйлы шәхес һаналған. 2001 йылда уҡ уның өй нигеҙенә бомба һалғандар, әммә саперҙар уны ваҡытында зарарһыҙландырған.
Хәҙер бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә тыныслыҡ юҡ кеүек. Ерҙә лә, күктә лә, өйҙә лә...

Аптыратты...
Рәсәй Төньяҡ Кореяның 11 миллиард доллар бурысын «ғәфү итергә» ниәтләй. РФ Финанс министрлығынан әйтеүҙәренсә, был ил шул сама аҡсаны СССР заманынан уҡ тейеш. Август аҙағында Төньяҡ Корея башлығы Ким Чен Ир беҙҙең Алыҫ Көнсығыш буйлап поезы менән юҡҡа ғына йөрөмәгән, тимәк.
Бурысты юҡҡа сығарыуҙың бер нисә сәбәбе лә бар. Беренсенән, КНДР түләүгә һәләтле түгел, унан алырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Киреһенсә, Рәсәй был илгә даими гуманитар ярҙам күрһәтеп тора. Төньяҡ Корея беҙгә генә түгел, ә тиҫтәләрсә башҡа илгә лә бурыслы, уларға бурыс шулай уҡ миллиардтар менән иҫәпләнә. Икенсенән, бурыс иҡтисади бәйләнеште көйләүгә ҡамасаулай икән. КНДР менән Рәсәйҙең берлектәге байтаҡ ҡына проекты ла бар. Өсөнсөнән, Рәсәй күпме генә килешергә тырышып ҡарамаһын, Корея әҙ генә сумманы ла түләүҙән баш тартҡан, етмәһә, бурысты юҡҡа сығартырға ныҡышҡан. Әле килеп, илебеҙ бурыстың 90 процентын «ғәфү итә», ә 10 проценты иҫәбенә Төньяҡ Кореяла уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыласағын күҙаллайҙар.

Сығыу ваҡыты 17-09-2011, 15:31 | Ҡаранылар: 1144
|
  • “Ҡара яу” Көнсығыштан киләсәк?!
  • Баҡсағыҙ уңыш бирҙеме?
  • Үткән йылды барлайбыҙ
  • Кисәге дошмандар бөгөн дуҫмы?
  • Эш хаҡы буйынса бурыс – 83 миллион һум
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM