RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы сауҙа нөктәһенә рәхим итегеҙ!

27.08.2011 Яңы сауҙа нөктәһенә рәхим итегеҙ!

Яңы сауҙа нөктәһенә рәхим итегеҙ!
Федераль тәғәйенләнештәге Өфө − Магнитогорск оло юл трассаһы ҡайҙан башлана? Өфө күперенән, тиер күптәр. Юҡтыр. Минеңсә, береһенән-береһе «текә» «Касторама», «Ашан», «ИКЕА», «Леруа Мерлен», «Метро» сауҙа комплекстары урынлашҡан микрорайондан. Һуңғы йылдарҙа был микрорайон үҙе үк икенсе Өфөгә әйләнде лә ҡуйҙы. Ихаталарында ялтырашып теҙелеп киткән автомобилдәр сит ил магазиндары тауарҙарының ҙур һорау менән ҡулланылғанын дәлилләй. Икенсе яҡтан, һатып алыусылар­ҙы ла аңларға мөмкин: был магазиндарҙа йәнеңә теләгән һәр нәмәне таба алаһың. Кәрәк тауарыңды бөтә ҡала буйлап эҙләп сапҡансы, бер урында ғына алыуың уңайлыраҡ бит.
25 августа иртә менән ИКЕА ғаилә сауҙа йортон асыу тантанаһы үтте. Унда Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов менән ИКЕА-ның Рәсәйҙәге генераль директоры Пер Вендшлаг ҡатнашты.
– Беҙ ИКЕА компанияһы менән күптән берлектә башланған эшебеҙҙе тамамлау этабына килеп еттек − бына тигән сауҙа йортон асабыҙ, − тине үҙенең сығышында Рөстәм Хәмитов һәм тантанаға йыйылыусыларҙы был матур ваҡиға менән тәбрикләне. − Иң ауыр мәлдәрҙә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, эштәрен дауам иткәндәре өсөн ИКЕА компанияһы коллективына рәхмәтемде белдерәм.
Төбәк башлығы ИКЕА тауарҙарының юғары сифатлы, арзан булыуын, хеҙмәткәрҙәренең халыҡты яҡшы хеҙмәтләндереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм республикала асыласаҡ донъяуи танылыу алған сауҙа нөктәләренең һуңғыһы булмауын билдәләне. Сөнки Башҡортостанда инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла һәм ул күп кенә алдынғы компанияларҙы ылыҡтыра. Уның билдәләүенсә, яңы сауҙа комплексының асылыуы республика предприятиеларына сифатлы продукция етештереү өсөн этәргес көс бирергә тейеш. Ул сағында үҙебеҙҙәге етештереүселәр ҙә ошондай ҙур сауҙа компанияларының поставкалаусыларына әйләнәсәк. Сөнки компанияларҙың менеджменты урындағы етештереүселәрҙе һәм фирма-поставкалаусыларҙы үҙҙәренә йәлеп итергә ниәтләй.
Үҙ сиратында Пер Вендшлаг сығышында билдәләүенсә, уларҙың сауҙа комплексы тәҡдим иткән бизнес-идеялар һәм йорттарҙы мебель менән тәьмин итеү мәсьәләләре Өфө кешеләрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Сит ил ҡунағы Башҡортостан Президентына ИКЕА-ны төҙөүҙә һәм сафҡа индереүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте һәм республика башлығына бүләген − мебель йыйыу өсөн инструмент-сувенирын бүләк итте.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә