НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Каркаслы йорттар ҙа буласаҡ

Каркаслы йорттар ҙа буласаҡ


Каркаслы йорттар ҙа буласаҡБР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында күп ҡатлы каркаслы йорттар төҙөүҙе үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. «Республика Президенты төҙөлөш комплексы алдына етди бурыс­тар ҡуйҙы. Торлаҡ төҙөлөшө республика программаһына ярашлы, төҙөүселәр 2015 йылда торлаҡты сафҡа индереүҙе 3700 мең квадрат метр, ә 2020 йылда 5200 мең квадрат метр кимәленә еткерергә тейеш», – тине комитет рәйесе Хәлид Мәхмүдов.
Был бурысты атҡарыу заманса фәнни-техник эҙләнеүҙәрһеҙ һәм төҙөлөш процесын камиллаштырмайынса мөмкин түгел. Төҙөлөштә ҡулланылған яңы технологиялар аҙ сығымдар менән сифатлы торлаҡ төҙөү мөмкинлеген бирә.
Каркаслы төҙөлөш йылдың теләһә ниндәй ваҡытында төҙөлөш алып барыу мөмкинлеге биреүе, тиҙ төҙөлөүе, юғары эксплуатациялау шарттары һәм арзан булыуы менән отошло. Каркаслы йорттар «Каркас» төҙөлөш-монтаж комплексында, эре панелле йорттар төҙөү тресы тарафынан башҡарыла. Каркаслы торлаҡ беҙҙә киң йәйелдерелмәһә лә, республиканың төрлө ҡалаларында 15 йорт төҙөлгән дә инде. Әле Өфөлә Инорс микрорайонында был яңы технология буйынса йорт төҙөлә. Яҡынса уның квадрат метры 22 – 23 мең һум буласаҡ.

Т. АМАНОВ.

Сығыу ваҡыты 1-02-2011, 11:15 | Ҡаранылар: 1466
|
  • Балалар баҡсалары төҙөлә
  • Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды буласаҡ
  • Торлаҡ арзаныраҡ булырға тейеш
  • Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡыймылда
  • Аллаға ышан, әммә үҙең дә ҡымшан
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM