RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәртип һаҡсылары өсөн ғаиләләре – иң ҙур терәк

07.12.2010 Тәртип һаҡсылары өсөн ғаиләләре – иң ҙур терәк

Тәртип һаҡсылары өсөн ғаиләләре – иң ҙур терәкҒаилә һәр кем өсөн иң беренсе урында торорға тейеш. Тап ғаиләлә генә кеше үҙенә таяныс, ышаныслы терәк таба ала. Милиционер булып эшләүселәр өсөн дә был бик мөһим, әгәр тәртип һаҡсыһының өйөндә уның эшенең үҙенсәлеген аңлап тороусы ҡатыны, һағынып көтөп тороусы балалары булмаһа, иңенә йөкмәтелгән етди һөнәри бурыстарын нисек йырып сыҡмаҡ кәрәк?!
Милиционер һөнәренең абруйын күтәреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәмғиәттә ғаиләнең ролен нығытыу маҡсаты менән Өфөлә ошо көндәрҙә тәү тапҡыр «Атай, әсәй һәм мин – милиция ғаиләһенән» конкурсы уҙғарылды. Унда ҡатнашыу өсөн ғаиләнән бер кеше мотлаҡ милиция хеҙмәткәре булырға һәм 5 йәштән 10 йәшкәсә балалары булырға тейеш ине. Конкурста ете ғаилә – Учалы ҡалаһынан Cәлимовтар, Краснокама районынан Әхиәровтар, Туймазынан Таҡаевтар, Өфөнән Миңләхмәтовтар, Ислановтар һәм Әйүповтар, Нефтекаманан Ғүмәровтар ҡатнашты. Тәүге тур «Динамо» спорт комплексында үтте – унда ғаиләләр төрлө эстафеталарҙа көс һынашты. Йүгереү булһынмы, һикереүме йәиһә сослоҡҡа, шәплеккә, етеҙлеккә һәм дуҫлыҡты һынауға ҡоролған конкурстар­ҙа ғаиләләр һынатмаҫҡа тырышты.
Байрам икенсе көндө БР буйынса Эске эштәр ми­нистрлығының тамаша за­лын­да ижади конкурстар рәүешендә дауам итте. Конкурсанттар гармунда уй­на­һынмы, йырлап-бейеһенме, гимнастик һәләттәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдырһынмы – береһе икенсеһен ҡабатламаҫ сағыу сығыштарҙы жюриға баһалауы еңелдән булмағандыр. Һәр ғаилә ныҡлы әҙерләнгән, залда командаларҙың дуҫтары, туғандары ла йыйылған, улар көс-дәрт өҫтәп торҙо.
Икенсе, өсөнсө урындарҙы Сәлимовтар һәм Әхиәровтар бүлеште. Ә һәр яҡлап та үҙҙәрен өлгөлө ғаилә итеп күрһәтә алған Ғүмәровтар (Нефтекама) лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алып ҡыуанды. Уларға санаторийға путевкалар, видеокамера һәм 10000 һумлыҡ сертификатты БР буйынса эске эштәр министры, генерал-лейтенант Игорь Алешин тап­-шыр­ҙы.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә