RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Маньяк тотолған!

30.11.2010 Маньяк тотолған!

Маньяк тотолған!Был әҙәм заты ниндәй ҙә булһа иғтибарға бөтөнләй лайыҡ түгел. Сөнки уның намыҫында – бер нисә кеше ғүмере. Маньяк-үлтереүсе Сергей Мартынов, ниһайәт, ҡулға алынған, тип хәбәр итә интернет селтәрендә төрлө сығанаҡтар.
Уның енәйәт географияһы киң – һуңғы биш йылды ғына алғанда ла, Кемерово ҡалаһы, Удмуртия, Нижегородка, Орлов, Владимир, Новгород өлкәләрендә ҡорбандары бар. Тикшереүселәр асыҡлауынса, күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм иткән, кескәй баланы ла көсләгән. Башҡортостанда ла быйыл августа 70 йәшлек ҡатынды көсләп, үлтереп киткән. Һуңғы төйәге – Воронежда берәҙәк ҡатын уның ҡулынан үлгән. Шуныһы ҡот осҡос: ул үлтереп кенә ҡалмай, ә ҡорбандарының эске органдарын (башлыса, йөрәген йә енес ағзаларын) ҡырҡып алған.
Воронеж ҡалаһының бер кафеһында электрик булып эшләгән сағында ҡулға ала уны Башҡор­тостан милиционерҙары. Әҙәм аҡтығы ҡасып та өлгөрмәй, ҡаршылашып та маташмай. Ә һорау алғанда енәйәттәре хаҡында хатта йылмая-йылмая һөйләй.
«Мин арыным. Үлтерегеҙ ҙә ҡуйығыҙ. Һеҙгә лә еңел булыр, миңә лә», – тип көрһөнөү ҡатыш әйтеп һала ул тәфтишселәргә. Әммә йәшәгеһе килгәне, иреккә сығырға өмөтләнгәне йөҙөнә яҙылғанлығын һиҙә тикшереүселәр. Әлегә үлтереүсегә ғүмерлеккә хөкөм ителеү янай. Был ғына еңел яза түгелме икән?

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә