НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үҙ ғүмеребеҙгә үҙебеҙ яуаплы


Яҙмамды “Эскелек – хурлыҡ, айыҡлыҡ – ҙурлыҡ” тигән мәҡәл менән башламаҡсымын. Уны ҙур таҡталар­ға яҙып, һәр бер ауыл­ға, ҡалаға ҡуйып сығырға кәрәк. Бәлки, әлеге яҙыуҙы уҡып, ҡайһы берәүҙәр тетрәнер, уйланыр ине.

Әлеге ваҡытта республика хал­ҡын эскелек юҡҡа сығара. Был афәттән күпме кеше ҡырыла, тағы күпмеһе башын һалыр – уйлауы ла ҡурҡыныс. Алкоголле эсемлектең ниндәйен генә алып ҡараһаң да, уларҙың береһе лә файҙалы түгел, бөтәһе лә ағыу. Кемдер, һыра ғына эсәм, тиер. Тап ошо эсемлек алкоголизм сиренә килтерә лә инде. Эскелеккә ҡаршы көрәшәйек. Тәүҙә һәр балала рух ныҡлығы, һау-сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләйек, өлкәндәр йәштәргә үрнәк күрһәт­һен. Шунда ғына беҙ “йәшел йылан”ды тамыры менән ҡоротасаҡбыҙ.
Эскелектән тыш, беҙгә һуңғы ваҡытта наркотиктар хәүеф менән янай. Бер минутлыҡ рәхәтлек өсөн күпме йәш ғүмер юҡҡа сыға, СПИД сире тарала. Тормоштоң ҡыҙығы ҡалмай, кеше кешелек сифаттарын юғалта. Наркотик физик яҡтан ғына зәғифләмәй, уны ҡулланыу­сының рухын да көсһөҙләндерә, үлтерә. Статистика раҫлауынса, энәле афәт ҡармағына көсһөҙ, холоҡһоҙ, дөрөҫлөктән ҡасыусы балалар эләгә.
Йәш быуынды ошо ҡот осҡос афәттәрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн илдә лә, республикала ла төрлө программа, акциялар, иҫкәртеү саралары үткәрелә. Беҙҙең районда ла “Айыҡ ауыл” проекты уңышлы эшләй. Минеңсә, был бик һәйбәт, сөнки һәр кеше үҙ ауылын кәм-хур итмәҫ өсөн барлыҡ көсөн һала һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Мәсем” клубы “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!” исеме аҫтында ауыл мәктәптәрендә төрлө сара үткәреп килә. Тағы ла йәштәр өсөн ял кисәләре, уйындар ойоштороп ебәреүселәр булһа ине.
Һәр кем ғүмере өсөн үҙе яуап­лы. Әммә шуны иҫтә тотайыҡ: Аллаһы Тәғәлә бер генә тапҡыр биргән ҡәҙерле ғүмерҙе һәр кеше сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормошта лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә тейеш. Аҡыллы кеше яман ғәҙәттәргә бирешмәй!

Ләйсән Байморатова,
Иҫке Собханғол мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 19-05-2017, 15:16 | Ҡаранылар: 144
|
  • Тормош – һынауҙарҙы үтеү
  • Мин сәләмәт тормош яҡлы!
  • Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!
  • Теләгенә уның өсөн көрәшеүселәр генә ирешә
  • Конкурс быйыл да дауам итәсәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM