НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Беҙҙең быуын ил яҙмышын үҙ ҡулына аласаҡ!


Республикамдың хозур мөйөшө Дәүләкән яҡтарында булғанығыҙ бармы? Әгәр ҙә юҡ икән, уны һис шикһеҙ килеп күрергә тырышығыҙ. Үкенмәҫһегеҙ. Мин үҙем ошо районда – Башҡортостаныбыҙҙың милли ҡомартҡыһына әйләнгән, йырҙар­ҙа, шиғырҙарҙа данланған Асылыкүл буйында тыуғанмын. Үҙемдең ошо төбәктә донъяға килеүем һәм йәшәүем менән Хоҙайға мең рәхмәтлемен!
Көн дә иртән йоҡонан уянып, тыныс таң атҡанға һоҡланам. Аллаға шөкөр, тағы бер матур көн килде, тим. Эстән генә белгән доғаларымды уҡыйым. Күңел ҡайҙалыр алыҫҡа, иреклеккә ынтылғандай. Башҡорт кешеһе элек-электән киң далаларҙа, иректә йәшәп өйрәнгән. Мин дә ялан-ҡырҙарҙа йөрөргә яратам. Тыуған яғыбыҙҙың байлығына, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә, селтерәп аҡҡан шишмәләргә һоҡланам. Һыҙылып таң атыуын, сут-сут ҡоштар һайрауын, мал-тыуар мөңрәүен тыңлайым. Ана, ҡаҙ бәпкәһе әсәһенең ҡанаты аҫтынан башын сығар­ҙы ла, башын борғолап, бар тирә-йүнде тамаша ҡыла. Ҡыҙыҡ, нимә әйтергә теләй икән ул? Көндөң ҡояшлы булыуына шатланамы, әллә йоҡоһо туйып, иреккә сыҡҡыһы киләме? Шуны беләм: мине лә, ҡаҙ бәпкәһен дә, атай-әсәй яныбыҙҙа, күгебеҙ аяҙ, тигән уй берләштерә.
Алыҫтан күгәреп күренгән, битләүҙәре ағастар менән ҡап­лан­ған армыт-армыт теҙелгән тауҙарға күҙ һалам. Берсә уйсан, серле, берсә ғорур, ҡыйыу тауҙар, ауыл өйҙәрен һаҡлап, ҡурсалап торған кеүек күренде. Тыуған төйәгем Дәүләкән яҡтарын байҡап, уның мөғжизәле тәбиғәтен күҙ алдыма баҫтырып, йөрәгемә яҡынлығын тағы бер тапҡыр раҫланы. Күңелдәрҙе иләҫләндереп, уй-зиһенде ҡуҙғатып, яҙ килә.
Ерем, алда һине нимә көтә? Сал быуаттар аша беҙгә мираҫ булып килеп еткән Урал: “Барыһы ла үҙ ҡулығыҙҙа”, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйғандай. Эйе, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Бөгөнгө хәлебеҙ ҡатмарлы булһа ла, Башҡортостандың, милләтемдең киләсәге өмөтлө булыр, тип ышанам. Ил яҙмышын үҙ ҡулына алырҙай ышаныслы беҙҙең быуын үҫеп килә. Мин, ябай башҡорт малайы, Асылыкүл буйында, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосы ижад ителгән ерҙә ныҡлы баҫып тороуым менән ғорурланып, киләсәктә атай нигеҙенә, Башҡортос­таныма тоғро кеше булып үҫәсәкмен!

Илдар ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ,
Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.

Сығыу ваҡыты 24-04-2015, 19:11 | Ҡаранылар: 612
|
  • «Урал» мәңге тынмаҫ, мәңге яңғырар!
  • Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...
  • Мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
  • Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы
  • “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM