НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тыуған еремә кәрәкле кеше булһам ине...


Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә кеше лә тормошон мажаралы, мөғжизәле, ҡыуаныслы, ҡайһы саҡта хатта ҡыҙғаныслы ла булған бала саҡтан башлай. Шулай ҙа ул һәр бер кеше өсөн яҡты, ҡояшлы, күңелле, наҙлы һөйөү менән тулған бер мәл булып ҡала. Бала саҡта, әллә ниндәй уйҙарға бирелеп: “Ҡасан ҙур булып үҫәм инде”, – тип әйтеп ебәрәһең. Ваҡыт бер урында тормай, Ер әйләнеүенән туҡтамай. Ваҡыт үтеү менән үҫеп, буй еткерәһең икән. Ысынлап та, бала саҡ ул бер миҙгел генә. Ул мәлдә һине уратып алған бөтә нәмә яҡты, ябай ғына кеүек.
Эй бала саҡ, бала саҡ!
Балдан татлы бала саҡ,
Ҡояштай нурлы бала саҡ,
Сәскәнән наҙлы бала саҡ.
Аяусы атайың бар,
Һыйлаусы әсәйең бар...
тип яҙған билдәле шағирә Рәмзилә Хисаметдинова. Ысынлап та, ата-әсәңдең ҡәҙерен алыҫҡа киткәс кенә аңлайһың икән.
Беҙ ғаиләлә өс бала. Миңә, иң өлкән балаға, бөтә яуаплылыҡ төшә. Әсәйемдең эше тынғыһыҙ – ул мәктәптә уҡытыусы, ә атайым миңә ун бер йәш тигәндә мәрхүм булып ҡалды. Шул ваҡыттан алып утын, бесән әҙерләү, машина йөрөтөү кеүек яуаплы эштәргә тото­нор­ға тура килде. Имән ағасы кеүек ныҡ булырға, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәҫкә кәрәк икәнен тап ошо мәлдәрҙә аңлайһың.
Бәхеткә күрә, әсәйебеҙ, үҙ ишен табып, яңынан тормош ҡорҙо. Был атайыбыҙҙы үгәй тип атап булмай. Мостай Кәримде Оло инәһе нисек яратҡан, тәрбиәләгән, беҙгә лә атайыбыҙ хәстәрлекле, яғымлы. Мине һәм ҡустымды күп нәмәгә өйрәтә.
Һәр бер кешенең үҙенең тыуған еренә кәрәкле булғыһы килә. Элекке заманда кешеләр иң беренсе үҙен түгел, ә халыҡ, ил мәнфәғәтен нығыраҡ ҡайғыртҡан. Ә хәҙер замана икенсе. Күптәр йәшәү бәхетен ваҡыт менән бергә атлау­ҙа, яңы алымдарҙы үҙләштереүҙә күрә. Эйе, улар менән бәхәскә инеп булмай. Сөнки ер шарында йәшәгән миллиардлаған кешенең һәр береһенең йәшәү бәхете төрлөсә. Берәүҙәр ғаилә ҡороп бәхетле булһа, икенселәр ғүмер буйы яңғыҙ йәшәүҙе хуп күрә. Бәғзеләр рухи байлыҡҡа ынтылһа, башҡалар аҡса, матди байлыҡ тип тырыша. Заман кешеһе ниндәй ҙә булһа берәй эш менән булыша. Күптәр төрлө юл менән, зыяны бармы-юҡмы, ҡарап тормай, ҙур аҡса артынан ҡыуа. Их, шулар үткәнен, хәҙергеһен, киләсәген күҙ алдынан үткәреп, һығымта яһаһын, ата-әсәһен, туғандарын уйлаһын ине! Ә бит беҙ, атай-әсәйҙәребеҙҙең бала сағы менән сағыштырғанда, күпкә яҡшыраҡ тормошта, бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәй йәшәйбеҙ.
Тормош – серле ҡумта. Ул, уйлап ҡараһаң, әкиәт кеүек. Бына мин дә яңы ғына башлан­ғыс класта уҡый инем, ә хәҙер унынсыны тамамлап, бер йылдан оло тормош юлына баҫырға торам.
Һәр бер кеше алдағы тормошона маҡсат ҡуйып йәшәй. Беҙ имтихандарҙы уңышлы тапшырырға, унан һуң күңелгә оҡ­шаған, хәҙерге заманға яраҡлы һөнәр алып, Башҡортос­таныбыҙға кәрәкле кеше булып үҫергә тейешбеҙ. Киләсә­гебеҙҙе яҡшы, матур итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә бит барыһы ла беҙҙең йәш быуын ҡулында. Насар ғәҙәттәргә бирелмәй, яҡты өмөттәр менән киләсәккә ынтылырға кәрәк. Тик тырыш кеше генә тауҙар аҡтара, йыһанға оса, ерҙә ныҡлы баҫып тора.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға эйәреп, үҙемдең йәшәү асылым тураһында ошо шиғри юлдарҙы яҙғым килә:
Йәшәү бәхете – матур
тормошта,
Йәшәү бәхете – хыял,
маҡсатта,
Йәшәү бәхете – илем,
халҡым өсөн
Яҡты йондоҙ булып
балҡырға.

Ильяс ҠАСҠЫНОВ,
Баймаҡ лицей-интернатының
10-сы класс уҡыусыһы.

Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.

Сығыу ваҡыты 10-04-2015, 11:03 | Ҡаранылар: 685
|
  • Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • Бәхет матур ғаилә йөҙөндә
  • Оябыҙҙа тормошто яратырға өйрәнәбеҙ
  • Зиһенем яҡты «Йәшлек» менән!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM