RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был аҙнала беҙҙе...

09.10.2010 Был аҙнала беҙҙе...

... беҙҙе ҡыуандарҙы
Был аҙнала беҙҙе...Америка ҡушма Штаттары хакимиәте Гуантамо базаһында төҙөлгән төрмәне ябыу тураһындағы ҡарарҙы һаман да үтәй алмай. Шунлыҡтан хәҙер ундағы йәшәү шарттарын булһа ла яҡшыртмаҡсылар. Күңелһеҙ ваҡиғалары менән билдәлелек яулаған был төрмә 2002 йылда асылғайны. Унда Ираҡ һәм Афғанстанда ҡулға алынған боевиктарҙы тоталар. Иң йәнде әрнеткәне шул – Гуантамо әсирҙәренең күбеһенә аныҡ ҡына енәйәт эше аса алмайҙар.
Урындағы халыҡ та ҡәнәғәт түгел – улар тотҡондарҙы ашатыу өсөн йыл һайын 3,1 миллион доллар һалым аҡсаһын тотона. Гуантамо төрмәһендә тотҡондар ҡос осҡос шарттарҙа йәшәй, уларҙы язалайҙар, төрлөсә кәмһетәләр, тигән мәғлүмәт бар.
Ә бит Гуантамо ысынында Хәрби-диңгеҙ базаһы. Шуға ла, төрмә ябылған хәлдә лә, база тулы ҡеүәтендә эшләүен дауам итәсәк. Әле тотҡондарға интернетты ҡулланырға, телефон аша һөйләшергә рәхсәт биргәндәр. Улар өсөн ғәрәп каналдарын да үткәреп, телевизор ҡарарға ла мөмкинлектәр асылған. Адвокаттар ҙа тотҡондар менән күпкә йышыраҡ осраша башлаған.

...Хәүефләндерҙе
Был аҙнала Рәсәйҙең Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте йәйге эҫелектән зыян күргән рәсәйҙәрҙе һанап, рәсми мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Улар хәбәр иткән һандар буйынса, быйыл август айында эҫелектән һәм торф яныуҙан сыҡҡан төтөндән 40 меңдән ашыу кеше үлгән. Мәрхүм булғандар­ҙың 9 меңе – Мәскәү ҡалаһы халҡы.
Ғөмүмән, августа Рәсәй үлем осраҡтары буйынса рекорд ҡуйған. Йәйҙең һуңғы айында илдә 192 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, был, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштыр­ғанда, 41 мең кешегә күберәк. Кешеләрҙе үлемгә илтеүсе сәбәптәр булып күпселек осраҡта һыуға батыу, тын алыу органдары һәм ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары теркәлгән. Был йылда һыуға батып үлеүселәрҙең һаны былтырғынан ике тапҡырға артып киткән. Ә инде үпкә ауырыу­ҙары арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыу­сылар һаны 28,1 процентҡа күбәйгән.

...Көлдөрҙө
Мәскәүҙең элекке легендар мэры вазифаһынан бушатылыуына популяр йырсы Николай Басковтан да нығыраҡ ҡайғырған кеше булмағандыр – Лужков Рәсәйҙең «алтын тауышы»на фатир бирергә вәғәҙә иткән булған. Етмәһә, был вәғәҙә бөтә халыҡ алдында – сәхнәнән әйтелгән. Ул хатта вәғәҙәһен үтәү өсөн резолюция ла әҙерләгән. Тик уны аҙағына еткереп өлгөрмәгән – ваҡиғалар үҙгәреп китеү сәбәпле, Мәскәү үҙәгендә фатир алырға аҡсаһы булмаған Басков «ҡыйыҡһыҙ» ҡалған.
Хәҙер Николай Басков, ошо ваҡиға тураһында һөйләп, төрлө киң матбуғат сараларына интервью бирә. Баҡтиһәң, ул Мәскәүҙә фатирҙы ҡуртымға алып ҡына йәшәй, 6 миллион доллар түләп, һәйбәт фатир алырға аҡсаһы етмәй икән.
Николай Басков фатирһыҙ ҡалыуы тураһында бөтә илгә һөйләп нимәгә өмөт итәлер – аңлашылмай. Әммә шуныһы факт: Лужков уға йорт бүләк итергә вәғәҙә бирер алдынан йырсы 700 квадрат метрлыҡ пентхаус алырға хыялланыуы тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләнеп йөрөгән. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, тиеүҙәре шулдыр, күрәһең.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә