НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Балаларға байрам бүләк итеп
Новости / Мәҙәниәт // 31-05-2011, 10:20


1 июндә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған концерт үтәсәк.
«Мәскәү виртуоздары» дәүләт камера оркестры һәм Владимир Спиваковтың концертында Башҡортостандан 14 йәшлек Искәндәр Ханнанов ҡатнашасаҡ. Унда шулай уҡ Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары – Роман Болдырев (11 йәш, фортепиано), Михаил Меринг (19 йәш, кларнет), Татьяна Крячкова (11 йәш, скрипка), Нарек Казанян (15 йәш, канон), Полина Конограй (10 йәш, бейеү), Татьяна Летникова (16 йәш, вокал) үҙ сығыштары менән ҡыуандырасаҡ....

Ай башы. Июнь
Рубрикалар // 31-05-2011, 10:19


Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар

Ай башы.  Июнь1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.
8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 31-05-2011, 10:18


– Ни өсөн Рәсәй армияһы дачаларҙы юл­дарға ҡарағанда яҡшыраҡ төҙөй?
– Сөнки юлдарҙан буласаҡ дошмандар йө­рөүе ихтимал, ә дачалар­ҙа генералдар йәшәйәсәк....

Иң бәхетле һәм иң бәхетһеҙ кеше хаҡында картина
Әҙәбиәт // 31-05-2011, 10:17


Йәш рәссам бәхет хаҡында төшөрөргә хыялланған. Һәм ер йөҙөндәге иң бәхетле кешене төшөрөргә уйлай. Үҙенең ярты ғүмерен шул кешене эҙләп уҙғара. Бөтә донъяны тиерлек йөрөп сыға, бик күп кеше менән таныша. Көтмәгәндә баҫыуҙа урта йәштәрҙәге бер эшсене осрата. Ул кеше ябай эш менән мәшғүл, баҫыуҙы эшкәртә, әммә уның күҙҙәре бәхетле осҡондар сәсә. Рәссам уны күреп, бик шатлана....

Кәкүк әсәнең башы ауыртмай
Рубрикалар // 31-05-2011, 10:14


Ә балаларҙы ниндәй яҙмыш көтә?!
Кәкүк әсәнең башы ауыртмайДонъя ике ишекле. Әҙәм балаһы алдында уның ҡайһыһы асылыры – яҙмыш ҡушыуы. Ә ошо ишек артында – һинең донъяң. Йә уңышлы, йә уңыш­һыҙ. Тормош бит, алдыңда уңышһыҙ ишектең дә шар асылыуы мөмкин. Әммә тормошоңдо үҙгәртерлек көс тапҡанда, тотош яҙмышыңды бәхетле итеүең дә ихтимал. Күп нәмә кешенең үҙенән тора. Редакциябыҙға килгән борсоулы хатты тикшереү командировкаһынан ошондай уйҙар менән ҡайттыҡ. Юҡҡа түгел. Беҙ эҙләп барған йорт, ысынлап та, ике ишекле ине......

Баллы ғаилә
Рубрикалар // 31-05-2011, 10:10


йәки Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминә һәм Иштуған Байғазиндар өсөн ер кендеге – тыуған төйәгендә
Бер никах мәлендә: «Һеҙҙәге алтынды беҙҙәге көмөшкә ҡушһаҡ, тыуыр ғаилә – булыр хазина!» – ти­гәндәрен ишеткәйнем. Хаҡ һүҙҙәр! Хазиналарҙың хазинаһы инде ул татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләр. Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында ла ил күрке, халҡыбыҙ байлығы булырҙай өлгөлө ғаиләләр күп, шулар­ҙың береһенә нигеҙҙе ике тиҫтә йыл элек Әминә һәм Иштуған Байғазиндар һалған....

Башҡорт ҡортон һаҡлайыҡ!
Экономика // 31-05-2011, 10:07


Башҡорт ҡортон һаҡлайыҡ!Хәҙер юл буйында, ҡала баҙарҙарында бал һатыусыларҙы күреү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Теләгән ваҡытта сыҡ та ал. Ә шулай ҙа беҙҙең тәүге осраған кешенән бал алғыбыҙ килмәй, яҡшыһын, сифатлыһын һатып алыу өсөн умартасылар араһында таныштар эҙләйбеҙ. Күпләп бал һатыусылар араһында ла бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ, таҙа бал һатыусылар бар. Шундай умартасыларҙың береһе Михаил Юрьевич Акимов менән "нәҙекәй билдәр" тураһында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ...

Донъя яңылыҡтары
Новости // 31-05-2011, 10:06


Донъя яңылыҡтарыОҙаҡ ауырығандан һуң 63 йәшендә Абхазия Президенты Сергей Багапш вафат булды.
Бер аҙна элек уға табиптар үпкәһенә операция яһай. Әммә пациенттың хәле яҡшырмай, аңына килә алмай, дауаханала вафат була. Республика Президенты үлеменә бәйле, Абхазияла өс көнлөк траур иғлан ителгән. Багапш тыуған ауылында ерләнәсәк. Һайлауҙарға тиклем прзидент вазифаһын Александр Анкваб башҡарасаҡ....

Беренсе канал байрам бүләк итә!
Новости / Мәҙәниәт // 31-05-2011, 10:05


Беренсе каналдың 1 июндә – Халыҡ-ара балалар­ҙы яҡлау көнөндә баш ҡалабыҙҙа «Беренсе бул!» хәйриә акцияһы үткәреүен хәбәр иткәйнек инде.
Йыл һайын ойошторолған сара быға тиклем Мәскәү, Ярославль, Краснодар, Иваново, Пенза, Һамар, Ҡаҙан ҡалаларында уҙғайны. Былтыр ул Түбәнге Новгородта үтте. Акцияның маҡсаты – ауыр хәлдә ҡалған, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм инвалид балаларға ярҙам итеү. Беҙҙә үтәсәк һәм 150-нән ашыу телеэкран «йондоҙ»ҙары, популяр алып барыусылар ҡатнашасаҡ марафонда балаларға бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Спорт ярыштары, күңел асыу уйындары бер юлы бер нисә майҙанда барасаҡ. Ҡунаҡтар акция барышында Республика балалар клиник дауаханаһына, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының балалар бүлегенә, реабилитация үҙәгенә, 1-се балалар йортона, мәктәп-интернаттарға, парктарға барасаҡ. Ҡунаҡтар һәләтле үҫмерҙәр ҡатнашлығында «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ойошторорға ла иҫәп тота. Шулай уҡ «Динамо» стадионында футбол матчында көс һынашасаҡтар. Патронат ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ....

Йыл эмблемаһы раҫланды
Конкурстар // 31-05-2011, 10:04


Йыл эмблемаһы раҫланды«Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы – 2011» эмблемаһын эшләү конкурсы барышында Нәсих Хәлисовтың эше еңеп сыҡты – ул йылдың рәсми символикаһы итеп раҫланды.
Конкурсҡа республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән 60-тан ашыу эш ебәрелде. Улар электрон төрҙә лә, ҡулдан төшөрөлгән һүрәт көйө лә, баҫтырылған килеш тә ҡабул ителде. Шуныһы ҡыҙыҡ – был бәйгелә йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM