RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте

31.05.2011 Баллы ғаилә

йәки Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Әминә һәм Иштуған Байғазиндар өсөн ер кендеге – тыуған төйәгендә
Бер никах мәлендә: «Һеҙҙәге алтынды беҙҙәге көмөшкә ҡушһаҡ, тыуыр ғаилә – булыр хазина!» – ти­гәндәрен ишеткәйнем. Хаҡ һүҙҙәр! Хазиналарҙың хазинаһы инде ул татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләр. Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылында ла ил күрке, халҡыбыҙ байлығы булырҙай өлгөлө ғаиләләр күп, шулар­ҙың береһенә нигеҙҙе ике тиҫтә йыл элек Әминә һәм Иштуған Байғазиндар һалған.
Улар икеһе лә ауылдан. Тыуған ил улар өсөн тыуған ерҙәренән – тәпәй баҫҡан Бөрйәндәренән башлана. Ошо бер аҙ ҡырыҫыраҡ та, ғорур ҙа, йәмле лә тәбиғәт ҡосағында буй еткереп, тирә-яҡтың гүзәллеген күңелдәренә һеңдергән илһөйәр­ҙәр бер ваҡытта ла ҡалала йәшәргә хыялланмаған, оҙон аҡса артынан ситкә китергә ынтылмаған, ят тарафтар уларҙы бер ҡасан да ымһындырмаған. Әминә Сабир ҡыҙы, фельдшер дипломын алып, ауылда хеҙмәт юлын башлаған осор­ҙа «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында инспектор булып эшләгән Иштуған Миңләхмәт улына кейәүгә сыға. Һуңынан Әминә ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Әлеге ваҡытта ул, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы, ауыл советында эштәр менән идара итеүсе вазифаһын башҡара. Иштуған ағай иһә һаман тәбиғәт һағында, ҡурсаулыҡта. Әйткәндәй, Байғазин­дар нәҫеле элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.
– Иштуғанды, солоҡ балын алдыртып, әллә нисә тапҡыр үҙебеҙҙекеләр ҙә, сит илдәрҙән дә килеп, документаль фильмға төшөргәне бар, – ти ҡатыны. – Ирем ата-бабаларҙан ҡалған һөнәргә бала саҡтан өйрәнеп, уға тоғролоҡ һаҡлай. ҡортсолоҡҡа һәләте ҡанында булғанғалыр, бал ҡорттарының тормошон яҡшы белә, улар­ҙы нескә тоя, аңлай. Өлкән улдарыбыҙ ҙа йәй буйына ҡорт ҡарай, солоҡсолоҡ серҙәренә төшөнә.
Халыҡ әйтмешләй, бал ҡортоноң балы бар, балға тиклем наҙы бар: әллә нисә тиҫтә умарта тотҡан Иштуған ағай буш ваҡытында гел бал ҡорттары менән мәшғүл. Беҙ барған ваҡытта ла хужа умарталары янында ине. Бөрйән ҡортоноң уҫал холҡон белгәнгә күрә, тура уның эргәһенә үтергә бер аҙ шөрләтте. Етмәһә, ҡолғаға эленгән ат һәм айыу башы һөлдәләре лә күңелгә шом өҫтәне, хатта биткә боронғолоҡ еле килеп бәрелгәндәй тойолдо (әйткәндәй, Африкала парк һәм ҡурсау­лыҡтар­ға инеү урындарында, ғүмерҙең тиҙ үтеренә ишаралап, хайуандарҙың баш һөлдәләре ҡуйыла). Иштуған ағай, бал ҡортоноң һәр ниғмәте шифалы, тәнгә һәм йәнгә сәләмәтлек, тип, беҙҙе, «ҡуян батырҙар»­ҙы, тынысландырҙы: «Саҡһа, саҡһын, файҙалы бит». Кешеләр апитерапия үҙәктәрендә аҡса түләп дауаланыу курсын үтә, әммә беҙҙең бушлай ҙа күҙҙе шештереп ҡайтҡы килмәне.
– Бал ҡорттары кәрәкле ерҙе генә саҡмай, әллә нишләп иң тәүҙә шул бит-күҙ тирәһенә бәрелеүсән бит, – тип аҡланып, кәртә янында тапанып тора бирҙек. ҡыҙҙар күҙе ҡыҙылға төшә, тигәндәй, йылға буйындағы бейек, күркәм бура иғтибарҙы тартты, уға ымлап, кемдеке икән, тип белештек. Баҡтиһәң, йүнсел ата-әсә Күмертауҙа авиация техникумында уҡыған Илгиз менән Наил улдарына инселәп йорт күтәргән: «Икеһенең береһе, бәлки, ауылға йәшәргә ҡайтыр».
Байғазиндарҙың Раушаниялары быйыл етенсе синыфты тамамлай. Етеҙ, уңған ҡыҙ – әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы. Ике йәшлек тиктормаҫ Данилдары иһә кәрәк ергә лә, кәрәкмәгәнгә лә ҡыҫылып, донъяны танып-белеү менән генә мәшғүл. «Генә» тиһәк тә, күңелле оҙон көндәрҙән һуң арып-талып йоҡлап киткәнсе баланың мәшәҡәте күп, бөтә ергә лә өлгөрөргә кәрәк, әллә күпме нәмәне өйрәнергә, белергә. Ул, батыр үҫеп килеүен иҫбатлап, хужаларса умарталар араһына инеп китте, сәбәләнмәй генә атаһы янында уралды, ҡыҙыҡһынып беҙҙе күҙәтте.
– Сағыла торғас, өйрәнеп бөткән инде, – тине атаһы, улына һөйөп ҡарап. – Әйткәндәй, ялан яҡтарынан айырмалы рәүештә, беҙҙә бал ҡорттары йүкә сәскә атҡанда ғына бал йыя. Тирә-яҡта гел урман бит.
Бөрйән бал ҡорттары тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплап, ҡайтырға йыйынғас, төпкөлдә йәшәүегеҙгә ҡыйынһынмайһығыҙмы, тип һораныҡ.
– Юҡ, нишләп был төпкөл булһын, – тиеште хужалар. – Кем ҡайҙа йәшәй, уның өсөн ер кендеге шунда. Беҙҙең өсөн дә ошо гүзәл төбәк – ер кендеге. Ғөмүмән, һаулыҡ һәм теләк булһа, ҡайҙа ла йәшәргә мөмкин. Беҙҙең ауылда һәр ғаилә, бер кемдән дә кәм түгелбеҙ, тип сәмләнеп эшләй, тырышып донъя көтә. Йәй буйына Нөгөш буйлап ниндәй генә милләт туристары аҡмай, улар йыш ҡына туҡтап, башҡорттар матур йәшәй икән, тип ауылыбыҙға һоҡланып, тел шартлатып китә. Шулай булмай әллә, ғәлиәкбәр­ҙәр нишләп милләтебеҙ йөҙөн йырт­һын?!
Береһенән-береһе аҫылыраҡ дүрт ба­ла үҫтергән, төпкөлдә йәшәйбеҙ тип тормай, күҙ ҡыҙырлыҡ матур йорт күтәреп сыҡҡан, бергә ихлас донъя йөгөн тартҡан ғаилә менән танышыуҙан ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ә бит Ғәлиәкбәрҙә ундай хазина-ғаиләләр байтаҡ. Тимәк, Нөгөш буйҙарына тағы бер барып урарға тура килер (бал ҡортонан сағылып булһа ла).

Баныу ҡАҺАРМАНОВА .







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”