RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт ҡортон һаҡлайыҡ!

31.05.2011 Башҡорт ҡортон һаҡлайыҡ!

Башҡорт ҡортон һаҡлайыҡ!Хәҙер юл буйында, ҡала баҙарҙарында бал һатыусыларҙы күреү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Теләгән ваҡытта сыҡ та ал. Ә шулай ҙа беҙҙең тәүге осраған кешенән бал алғыбыҙ килмәй, яҡшыһын, сифатлыһын һатып алыу өсөн умартасылар араһында таныштар эҙләйбеҙ. Күпләп бал һатыусылар араһында ла бер ниндәй ҡатнашмаһыҙ, таҙа бал һатыусылар бар. Шундай умартасыларҙың береһе Михаил Юрьевич Акимов менән "нәҙекәй билдәр" тураһында әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Михаил Юрьевич, ата-бабаларығыҙ бал ҡорто тотмаған, ят шөғөлгә тотонорға нимә мәжбүр итте?
– Үткән быуаттың 90-сы йылдарында айыу менән "алышҡанда" ауыр йәрәхәттәр алдым. Һаулыҡ ныҡ ҡаҡшаны, башымдың һул яртыһындағы нервылар бер нәмәне лә тоймай ине. Бер ваҡыт дуҫымдың умарталығына барғанда башымдың йәрәхәтле урынын ҡорт саҡты, тик уның ҡаяуын тойманым, әммә үҙемә рәхәт булып ҡалды, еңеллек кисерҙем. Шул хәлдән һуң ҡорт балы ашай һәм ҡорт сағыуы, апитерапия, менән дауалана башланым. Үҙемдә лә умартасылыҡ менән шөғөлләнеү теләге тыуҙы.
Сығышым менән Белорет ҡалаһынанмын. Хеҙмәт юлын Белорет металлургия комбинатында вальцовкалаусы булып башланым. Һаулығым ҡаҡшау сәбәпле, "Водоканал" предприятиеһына еңелерәк эшкә урынлаштым.
"Водоканал" предприятиеһының ул саҡтағы директоры Писарев рухи һәм матди ярҙам ҡулы һуҙҙы. "Кредит алһаң, бөтәһенә лә етерлек итеп ал, ә әҙ алам тиһәң, мин һиңә ярҙам итмәйем", – тип шарт ҡуйҙы. Оҙаҡ уйланым, икеләнеү ҙә бар ине. Шулай булһа ла баҙнат итергә булдым. Кредит аҡсаһына 30 күс, умарта, техника һатып алдым. Ныҡлап умартасылыҡҡа тотондом. Әлбиттә, умартасылыҡ менән эште бергә алып барыуы ҡыйын булды. Шуға ла ун йылдан һуң эштән киттем, үҙемде тулыһынса ошо шөғөлгә бағышланым. Тәүге йылдарҙа ҡыйын булды, әммә тырышлығым менән алдыр­ҙым. Ике йылдан һуң бал һатыуҙан алған килемгә Сочиға барып ял иттем. Тора-бара яҡшы машина һатып алдым. Ул саҡта эш хаҡын әйберләтә түләйҙәр ине, аҡса булманы. Шул саҡта уҡ бал ҡорттары минең ныҡлы таянысыма әйләнде.
– Тота килеп һәр кем дә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп китә алмай бит әле...
– Мине өйрәтеүсе булманы. ҡортсолоҡ тураһында китаптар уҡыным, әле лә китап – яҡын кәңәшсем, бал ҡорттарын ныҡлап өйрәнәм. Әлбиттә, тәжрибәне хаталар аша туплайһың. Тәүге йылда Карпат ҡортон алдым. Улар бал бирмәне, ҡышын үлеп бөтә яҙҙылар. Аҙаҡ урындағы бал ҡортона – башҡорт ҡортонда туҡтаным. Был ҡорт тоҡомо урындағы климатҡа бәйле.
Заводта эҫе цехта эшләгән кеше булараҡ, хеҙмәттең ниндәйе ҡыйын икәнлеген үҙ елкәмдә татыным. Ә шулай ҙа умартасылыҡ бик ауыр хеҙмәт тип әйтер инем, сөнки бер туҡтау-һыҙ эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Йәй көндәрендә ҡай саҡта бер үк ваҡытта алты умарта күс айыра, һоҫоп өлгөр генә.
– Умартасыларҙың, ҡорттар үлде, тип әйткәнен йыш ишетергә тура килә. Һеҙ бының сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
– ҡорттар бик әҙ йәшәй – 1 ай ғына, бары инә ҡорттоң ғына биш йәшкә тиклем йәшәүе ихтимал. Ғөмүмән, йәй эсендә бер нисә быуын үҙгәрә. Шуның өсөн дә ҡорттарҙың ҡанын ике йыл һайын булһа ла алмаштырып торорға кәрәк. Бер умартанан ғына ҡорттар аталанһа, ваҡыт үтеү менән улар ваҡлана, көсһөҙләнә бара, икенсе ғаиләләргә күсеп китә (тоҡомон алмаштырыу маҡсатында), ауырыу­ҙарға дусар була. Әгәр ҙә ҡан алмаштырмаһаң умартасылыҡ менән шөғөлләнеү файҙаһыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән, ике йылға бер булһа ла, үҙеңдекен һатып, икенселәрҙән ҡорт һатып алырға кәрәк.
– Һеҙҙең өсөн бөтә ауырыуҙарҙан да бер дарыу – ҡорт балы. Ошо хаҡта бер аҙ һөйләп үтһәгеҙ ине.
– ҡорт балының кеше өсөн файҙаһы бик ҙур. Мин был турала күп миҫал килтерә алам. Мәҫәлән, атайымдың бала сағы һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдарына тура килә, студент йылдарында ла аслы-туҡлы йәшәй, әммә уның һаулығына, көс-ҡеүәтенә көнләшерлек ине. Ул: "Һаулығымдың нигеҙе – балда", – тине. Әсәләре бал ҡорто тотҡан, өҫтәлдә икмәк булмаһа ла, бал өҙөлмәгән. Һаулыҡҡа ныҡлы нигеҙ ошо осорҙа һалынған да инде. Шуға ла балалар һау, ныҡ булып үҫһен өсөн ҡорт балы һәр өйҙөң өҫтәлендә булырға тейеш.
Балда кеше өсөн кәрәк булған бөтә төр витаминдар ҙа бар. Мәҫәлән, көн дә бал ашаған ир-егеттәр эскегә бирелмәй, улар нығына, аңдары асыҡ була, ирлек көсөн дә күпкә оҙайта. Билдәле умартасы Шабаршов китабында былай тип яҙа: "Рәсәй умартасылыҡ дәүләте булғанға ғына бер дошман да уны еңә алмаған".
Ысын бал төрлө була һәм хаҡы ла ошоға бәйле. Әммә ул ысын булырға тейеш. ҡайһы саҡ умартасылыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған кешеләр бал һатып тора, ул бал тигәндәре күп осраҡта татлы, ҡуйы шыйыҡса булып сыға, быға ҡорттоң бер ҡыҫылышы ла юҡ. ҡайһы саҡ миңә: "Юлдан алғайным, бал еҫе лә сыҡмай", – тип мөрәжәғәт итеүселәр ҙә була. Яңыраҡ элекке уҡытыусым, пенсионерка алыпһатарҙар­ҙан алған бал менән минекен сағыштырып ҡараны. Уны йәлләнем: һаулығы хаҡына әҙ генә пенсияһынан бүлеп алған балы елгә осто бит. Шуның өсөн дә бары умартасыларҙан ғына бал һатып алырға кәрәк.
– Белоретта кемдәр күпләп умарта тота?
– ҡалала умарта тотоусылар менән яҡындан танышмын. Әлеге ваҡытта өс умартасы 100-ҙән ашыу умарта тота. Ә республикала Туймазы, Ғафури райондарында умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп. Ғөмүмән, ҡайҙа йүкә, шунда иң яҡшы башҡорт балы йыйыла.
Бөгөн һәр хужалыҡ умарта тотоу мөмкинлегенә эйә. Шуға ла мин, ауылдарҙа һәр өйҙә кәмендә 3 – 6 умарта булырға тейеш, тип һанайым. Бал ашаған ғаилә ағзалары ауырыу­ҙарға ла бирешмәйәсәк, артыҡ балын бер аҙ һатып ебәрһә, ғаилә бюджетына өҫтәмә ярҙам да була. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар.
– Былтыр балға хаҡ ҡырҡа күтәрелде. Төп сәбәбе нимәлә?
– Быға ҡоролоҡ сәбәпсе. Ул ҡорттар­ҙы ла урап үтмәне, көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле, сәскәләр йүнләп атманы, йүкә сәскәһе лә тиҙ ҡойолдо, бөтә бәләкәй йылғалар кибеп бөттө бит. Әҙ булһа ла сифатлы бал булһын, шуға ла хаҡынан ҡурҡырға ярамай, ә арзан хаҡҡа һатылған ялған бал алыу-ҙан һаҡланырға кәрәк.
– Һеҙ билдәле умартасы Шабаршов китабын телгә алдығыҙ. Был китапта башҡорт ҡорто тураһында телгә алынамы?
– Умартасылар Шабаршовтың китабы менән танышып, үҙҙәренә бик күп файҙалы кәңәш, мәғлүмәт ала. Ул Рәсәйҙә умартасылыҡтың үҫешен быуаттар төпкөлөнән алып бөгөнгө көнгә тиклем һүрәтләй. Башҡортостан да телгә алына был китапта: "Борондан башҡорттарҙың төп шөғөлө ҡортсолоҡ булған. Быға Ағиҙелдән Урал тауҙарына тиклем һуҙылған бик бай урмандар булышлыҡ иткән. Бай илдә тамырланған халыҡтың исеме барлыҡҡа килеүенә лә ошо булышлыҡ иткән, тип иҫәпләй тикшеренеүселәр. "Башҡорт" һүҙе тәржемәһе "баш ҡорт" тигәнде аңлата", – тип яҙа Шабаршов.
– Михаил Юрьевич, һеҙ иң яҡшы бал – башҡорт балы, тип билдәләп үттегеҙ. Шул уҡ ваҡытта, ысынлап та, ҡайһы берәүҙәр ситтән башҡа төр бал ҡорттарын һатып ала. Йөйәк ауылы умартасылары ла ситтән килтерелгән ҡорттарҙы үҙ итмәүҙәре хаҡында әйткәйне. Сәбәбе нимәлә икән һуң?
– Башҡорт ҡорто Уралдың һалҡын тау-урман зонаһына яраҡлашҡан, бал йыйымын файҙалы ҡулланыусы, күс айырыуға әүәҫ, уҫал, яҡшы тоҡомло, күп балауыҙ сығарыусан. Үҙ ояһын бур ҡорттарҙан насар һаҡлай, инә ҡорто юғары үрсемле. Ситтән килтерелгән Карпат ҡорто, Кавказ ҡорто башҡорт ҡортона ҙур зыян килтерә, уларҙы баҫып ала. Шуға ла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте кимәлендә башҡорт ҡортоноң генофондын һаҡлау маҡсатында сит тоҡомдарҙы республикаға индереүҙе тыйырға кәрәк. Был бөгөн – башҡорт умартасыларын борсоған көнүҙәк проблема. Башҡорт ҡорто сит ҡорттар менән аталаныу һөҙөмтәһендә көсһөҙләнә һәм һәләк була. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡорттар һауала уҡ бик алыҫтан, хатта ике километр аранан, аталаныуға һәләтле. Сит ҡорт тоҡомон арзанға һаталар, кешеләр шуға ҡыҙығып ала. Әммә ул иҡтисади йәһәттән дә үҙен аҡламай, шулай уҡ Башҡорт ҡортон тотоусы башҡа умартасыларға ла зыян килтерә. Был күптән өлгөргән мәсьәлә, тиҙерәк хәл итергә ине. Башҡорт ҡортоноң генофонды ҡурҡыныс аҫтында.
– Михаил Юрьевич, ошондай йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә башҡа умартасылар ҙа ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.

Былтырғы миҙгел умартасылар өсөн дә еңелдән булманы. "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге" ғилми-тикшеренеү учреждениеһы директоры Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, үҙәк умартасылары балды, башлыса, йүкәнән алған. Республикала йүкәнән йылына 545 тонна бал алырға мөмкин, әммә бал ҡорттары уның 175 мең тоннаһын ғына йыйып өлгөрә. Йүкә күпләп үҫкән райондарҙа – Нуриман, Бөрйән, Архангел, Ейәнсура, Ғафури, Ишембайҙа бал уңышы яҡшы булған.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.
Автор фотоһы
.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай