НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡояш һәм Ел хаҡында
Әҙәбиәт // 12-04-2011, 13:04


Бер ваҡыт Ҡояш менән Ел осраша һәм, кем көслөрәк, тип бәхәс ҡора.
– Мин көслө һәм ҡөҙрәтле, – ти Ел. – Еңел генә ғәрәсәт һәм ел-дауыл килтереп сығара алам. Хәҙер һиңә үҙемдең иң көслө икәнлегемде иҫбат итәсәкмен. Ана, плащ кейгән бер ир килә. Бер өрөүем менән уның плащын систереп аласаҡмын....

Ауылда ла кино төшөрәләр
Новости / Мәҙәниәт // 12-04-2011, 13:03


йәки «Алмабикә» фильмы мөхәббәт тураһында ғына түгел
Ауылда ла кино төшөрәләр«Ысын кино төшөргәндәрме?» – тип һораусылар ҙа юҡ түгелдер. Эйе, Әбйәлил районының Байым ауылында былтыр йәмле йәй айҙарында, бар халыҡты ғәжәпләндереп, «Алмабикә» исемле кинофильм төшөрөлөүе хаҡында «Йәшлек» гәзите яҙғайны инде. Сценарий авторы – Радик Өмөтҡужин. Фильмдың сюжеты ҡатмарлы түгел. Ул ауылға эшкә килгән йәш уҡытыу­сы Дилбәр Вәғизовна хаҡында. Ҡыҙҙы үҙемә ҡаратам, тип дуҫы Вәсил менән шаярып ҡына бәхәсләшкән йәш уҡытыусы Илһам Нәғимйән улы аҙаҡ мөғәллимәгә башкөллө ғашиҡ була. Мөхәббәт проблемалары менән йәнәш мәктәп проблемалары ла яҡтыртыла....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 12-04-2011, 13:02


Судья – яуап биреүсегә:
– Ярай, яҡшы! Һеҙ факттарҙы килтерҙегеҙ. Ә ысынында нимә булды?...

Йондоҙҙарҙан бейегерәк
Рубрикалар // 12-04-2011, 12:58


Йондоҙҙарҙан бейегерәкАрабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән талантлы шағир Рәшит Назаровтың «Йөрәк» тип аталған шиғырын хәтерләйһегеҙме? «Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде...» Асмандағы бихисап йондоҙ ғүмер баҡый шунда ынтылып йәшәгән кешеләрҙең йөрәге түгелме икән? Әллә ҡәҙерле кешеләребеҙ юғарынан беҙгә күңел күҙе менән бағамы?...

Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?
Әҙәбиәт // 12-04-2011, 12:52


14 – 15 апрелдә Башҡортостан яҙыусыларының ХV съезы уҙасаҡ. Шул айҡанлы бер нисә әҙипкә «Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Фәнил Күзбәков, шағир:
Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?– Биш йылға бер үтә торған йыйында тулышҡан проблемаларҙы хәл итеү хаҡында һүҙ булырына ышанғы килә. Һөйләшеүҙең тап ошо йүнәлештә бара алыуы союз етәкселегенә бәйле. Әгәр ҙә инде беҙ алдағы көндө лә хәстәрләһәк, союз эшмәкәрлеге ике-өс кешенең генә ихтыярына буйһонмаһын өсөн уставҡа тейешле үҙгәрештәр индереү ихтыяжы хаҡында ла уйланырбыҙ һәм оптималь ҡарар ҡабул итербеҙ. Мәҫәлән:...

Әсә теле һәм тәрбиә
Рубрикалар // 12-04-2011, 12:51


Мин уҙған йылдарҙа «Йәшлек» гәзитендә «Әсә теленең көсө» исеме аҫтында «Әсә теле һәм ижади фекерләү», «Әсә теле һәм аҡыл», «Әсә теле һәм һаулыҡ» исемле мәҡәләләремде баҫтырып сығарғайным. Бөгөн шул циклдың дауамын – «Әсә теле һәм тәрбиә» исемле мәҡәләмде тәҡдим итәм....

Тәғәйенләүҙәр
Новости / Башҡортостан // 12-04-2011, 12:49


ТәғәйенләүҙәрБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошоға тиклем республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән Азамат Илембәтовты БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы....

60 йылға хөкөм ителделәр
Новости // 12-04-2011, 12:48


Башҡортостандың Юғары судында этник наркотөркөм ағзаларына ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.
Республиканың баш ҡалаһында көслө «ау» ҡорған енәйәтселәрҙең бөтәһенә бергә яза – 60 йыл. Күп йылдар ҙур күләмдә героин һатыу менән шөғөлләнгән сиғандар төркөмөндә 12 кеше булған, уны 58 йәшлек Наталья Янкович етәкләгән. Улар «эш»те бик һәйбәт ойошторған, наркотиктар һатыуға хатта балаларҙы ла йәлеп иткәндәр....

Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Новости / Сәйәсәт // 12-04-2011, 12:47


Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаныЛивияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән....

«Роснано» делегацияһы – Өфөлә
Новости // 12-04-2011, 12:46


Уларҙың беҙгә сәфәре барышында Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында Башҡор­тостан предприятиелары һәм ойошмаларының наноиндустрия өлкәһендәге проекттары күргәҙмәһен ойоштороу ниәтләнелә.
Ҡунаҡтар шулай уҡ Өфө, Салауат ҡалалары предприятиеларына ла барасаҡ. Ә нанотехнологияларҙы һәм наноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә төп ваҡиға булып торасаҡ. Беҙҙең республика менән «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйыласаҡ.
Р. БАЙЫШЕВА....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM