RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡояш һәм Ел хаҡында

12.04.2011 Ҡояш һәм Ел хаҡында

Бер ваҡыт ҡояш менән Ел осраша һәм, кем көслөрәк, тип бәхәс ҡора.
– Мин көслө һәм ҡөҙрәтле, – ти Ел. – Еңел генә ғәрәсәт һәм ел-дауыл килтереп сығара алам. Хәҙер һиңә үҙемдең иң көслө икәнлегемде иҫбат итәсәкмен. Ана, плащ кейгән бер ир килә. Бер өрөүем менән уның плащын систереп аласаҡмын.
Һәм Ел ныҡ итеп өрә башлай. Ул бер тапҡыр өрә, ике, өс. Һәр өргән һайын тыны көсәйгәндән-көсәйә бар. Тик ир плащына ныҡ итеп йәбешә. Ләкин Ел тынысланмай, асыуланып, тағы ла нығыраҡ иҫергә һәм өйрөлөргә тотона. ҡот осҡос буран сыға. Ә ир плащына нығыраҡ тотона һәм уны бер ҙә ысҡындырғыһы килмәй. Ниһайәт, Елдең хәле бөтә. Бер аҙ тынысланғас, күктә ҡояш күренә. Ул юлсыға мөләйем йылмая һәм үҙенең наҙлы нурҙары менән йылыта. Тәүҙә ир ҡояшҡа бик иғтибар итмәй. Тик ҡояш нурын һибеүҙән туҡтамай. Ул ирҙе үҙенең мөхәббәтле һәм тылсымлы йылы нурҙары менән һаҡ ҡына иркәләй. Ир ҡояштың нурҙарына йылына һәм уға ҡарап матур итеп йылмая ла, яңы ғына үткән ғәрәсәт хаҡында онотоп, өҫтөндәге плащын һала.
– Бына, күрәһеңме, – ти ҡояш Елгә, – наҙлылыҡ, мәрхәмәтлелек, изгелек, шәфҡәтлелек, түҙемлек һәм мөхәббәт һәр саҡ ярһыу­лыҡтан, ғәрәсәттән, ҡотороноуҙан юғарыраҡ.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)