RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?

12.04.2011 Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?

14 – 15 апрелдә Башҡортостан яҙыусыларының ХV съезы уҙасаҡ. Шул айҡанлы бер нисә әҙипкә «Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Фәнил Күзбәков, шағир:
Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?– Биш йылға бер үтә торған йыйында тулышҡан проблемаларҙы хәл итеү хаҡында һүҙ булырына ышанғы килә. Һөйләшеүҙең тап ошо йүнәлештә бара алыуы союз етәкселегенә бәйле. Әгәр ҙә инде беҙ алдағы көндө лә хәстәрләһәк, союз эшмәкәрлеге ике-өс кешенең генә ихтыярына буйһонмаһын өсөн уставҡа тейешле үҙгәрештәр индереү ихтыяжы хаҡында ла уйланырбыҙ һәм оптималь ҡарар ҡабул итербеҙ. Мәҫәлән:
– союз рәйесе мотлаҡ йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланырға тейеш. Бер үк кандидатураның икенсе тапҡыр һайланыуын бик-бик һирәк күренешкә әйләндерергә;
– идара ултырыштарында
а) урындарҙағы яҙыусылар ойошмаһының, секцияларҙың эшмәкәрлеге;
б) яҙыусыларҙың ижади отчеты даими тыңланырға тейеш.
Әҙиптәрҙең йәшәү, ижад итеү шарттарын яҡшыртыу буйынса даими хәстәрлек, ижад йортона бәйле мәсьәләне ҡайтанан күтәреү, художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы эшмәкәрлеген тергеҙеү, «Әҙәбиәт музейы»н ҡағыҙҙағы хәленән реаль ысынбарлыҡҡа сығарыу, идаралыҡта йәш буйынса нисбәттәрҙе һаҡлау, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү буйынса эшлекле тәҡдимдәр һәм уларҙың үтәлешен аныҡ контролдә тотоу – быларҙың барыһы ла хәл ителерҙәй, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр. Иң мөһиме – яҙыусылыҡты дәүләт кимәлендәге эш тип ҡарайыҡ, йәмәғәтселекте лә, власты ла шуға инандырайыҡ, ҡәләмдәштәр! Шул осраҡта табыштарыбыҙ мулыраҡ, юғалтыуҙарыбыҙ аҙыраҡ булыр ине.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай:
Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?Дөрөҫөн әйткәндә, мин хәҙер инде ниндәйҙер үҙе килер мөғжизәне көтмәйем дә. Яҙыусыларҙың сираттағы йыйынында әҙәбиәт хаҡында ниндәй генә етди һөйләшеүҙәр үтеп, ниндәй генә елле пландар ҡоролмаһын, уны тормошҡа ашырыр өсөн ниндәй генә елле идара һәм уның рәйесе итеп кем генә һайланмаһын, мөғжизә булмаясаҡ һәм, асылда, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ни өсөнмө? Сөнки...
Сөнки, әгәр ҙә, әйтәйек, элек тыуған еребеҙгә, атайсалға оло бәлә янаған саҡта ил сәсәндәре, аҡындары, ҡурайсылары йыйылып, сәсәнлек, аҡынлыҡ, ҡурайсылыҡ оҫталығы, уны үҫтереү хаҡында оҙон-оҙаҡ хәбәр һатып ултырһа, уларҙы үҙ халҡы иленән ҡыуыр ине. Бөгөн яҙмышыбыҙ хәл ителә, йәмәғәт. Урмандарыбыҙ беҙҙеке түгел, тиҙҙән унда инеп, ҡурай ҡырҡып алырға ла хоҡуғыбыҙ булмаясаҡ, ер аҫты байлыҡтарыбыҙ, йылға-күлдәребеҙ ҡулдан ысҡынып бөтөп бара, нефть менән газды әйтеп торорға ла түгел. Әле килеп, милләтебеҙҙең һуңғы терәге булған еребеҙгә йоғона донъя капиталы. Ошондай шарттарҙа ижад хаҡында һөйләшеп ултырырғамы ни инде? Мин яҙыусыларҙың сираттағы йыйынынан милләтебеҙҙең төп байлығы булған еребеҙҙе һаҡлап ҡалыу буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә йүнәлеш бирерлек һөйләшеү көтәм. Милләтебеҙ ерһеҙ, республикаһыҙ тороп ҡалһа, уға аумаҡай әҙәбиәт, күңеленә ҡоллоҡ бығауы кейгән яҙыусы нимәгә кәрәк? Ғөмүмән, беҙ кәрәкме һуң милләткә? Әҙәбиәт бит инде күптән айырым кешеләрҙең генә хоббийына әүерелде. Тимәк, съезда ярһып-ярһып әҙәбиәттең киләсәге хаҡында телмәрҙәр тотоу Дон Кихоттың ел тирмәндәре менән һуғышыуынан бер яғы менән дә айырылмаясаҡ.

Наил ҒӘЙЕТБАЙ, драматург:
Оло йыйындан нимә көтәһегеҙ?– Иң тәү сиратта Яҙыусылар союзы идараһына яңы етәкселек килеүен көтәм. Һәм улар «Китап» нәшриәтенең финанс хәлен яҡшыртыу юлын тапһа икән. Өлкән яҙыусыларыбыҙға булышлыҡ итерҙәй транспорт мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Ижад йорто ла ойошторорға мөмкин.
«Талҡаҫ» ял йортонда үткән драматургтар ижад мәктәбен поэзия, проза өлкәһендә лә файҙаланырға була. Шуныһы мөһим: тәжрибәле яҙыусыларыбыҙ үҙҙәренең оҫталығы менән бүлешер ине.
Эш күп, бөтәһен дә тормошҡа ашырып була. Ашырырҙай етәкселек кәрәк!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА, шағирә, Бөрйән районы:
– Оло ҡорҙа биш йыл буйы йыйылған мәсьәләләрҙе, проб­лемаларҙы, фекерҙәр һәм тәҡдимдәрҙе уртаға һалып һөйләшәсәкбеҙ. Был донъяла һәр нәмә үҙ сираты менән бара, шуға ла съездан һуң ҡапыл ғына кемдер яҙышып китер, ҡапыл ғына күпләп әҫәрҙәр тыуыр, тип тә уйлап булмай. Ижад – ул күңел эше. Донъяуи көрсөк, тип һөйләйбеҙ. Әле рухи көрсөккә лә килеп төртөлдөк, буғай. Күп нәмәләрҙе юғалттыҡ...
Шулай ҙа яҙыусылар Мостай Кәримдең Әлфиәһе (әҫәрҙәге образ) кеүек «Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?» тип торған халыҡты әйҙәр көскә әүерелеп еткән, тип әйтә алмайым. ҡәләм оҫталары үҙҙәрен ижадҡа ғына бағышлай алмай бөгөн. Ижад, теләйһеңме, юҡмы, икенсе сиратҡа ҡала килә, сөнки ғаиләне ҡарарға ла кәрәк бит әле. Хатта ҡайһы саҡ өсөнсө сиратҡа уҡ ҡуйырға мәжбүрбеҙ. Һәр һәләт – Аллаһы Тәғәлә биргән бүләк. Ул ижади ҡомарҙы ла юҡҡа ғына бирмәй. Съезд – беҙҙе, яҙыусыларҙы, берләштереүсе сара ла. Дуҫтарымды, ҡәләмдәштәремде күрәсәкмен, шуныһы һәйбәт. Ижад кешеләре күҙгә-күҙ ҡарашып та аралашырға тейеш.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)