RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һайлау хоҡуғы мәҙәниәтлелеген рәссамдар ҙа күтәрә ала

19.10.2010 Һайлау хоҡуғы мәҙәниәтлелеген рәссамдар ҙа күтәрә ала

Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәй күләмендә һуңғы ике тиҫтә йылда дәүләт һәм муниципаль власть органдарына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу һүлпәнәйеү сәбәпле, БР Үҙәк һайлау комиссияһы бындай мөһим сараларға электоратты йәлеп итеү өсөн ойоштороу сараларын киңәйтте. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәләре уларҙың йоғонтоло икәнлеген раҫланы. Әйтәйек, һайлаусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, шул иҫәптән буласаҡ һайлаусылар – мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусыларының хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса урындарҙа үткәрелгән төрлө конкурстар, викториналар, кисәләр, осрашыуҙар һуңғы һайлауҙар­ҙа ҡатнашыусылар һанының ҡырҡа артыуында сағылды.
Был йәһәттән республика һәм район киң мәғлүмәт сараларының да роле ҙур – һайлауҙарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙе сағылдырған материалдарҙың баҫ­малар­ҙа йышыраҡ баҫылыуы – теманың актуаллегенә үҙе үк ишара. Журналистар араһында нәҡ ошо темаға конкурс иғлан итеү Үҙәк һайлау комиссияһы эшенең тағы ла бер йоғонтоло ойоштороу сараһы булыуын дәлилләй. Студенттар һәм аспиранттар араһында һайлау хоҡуғы буйынса фәнни хеҙмәттәр конкурсы темаға йәштәрҙең дә битараф булмауын күрһәтте.
Электоратта хоҡуҡи мәҙәнилек тәрбиәләү һәм уны күтәреү буйынса Үҙәк һайлау комиссияһының эш алымдарының тағы ла яңы бер төрө – «Рәсәйҙә һайлауҙар: боронғонан алып беҙҙең көндәргә тиклем» тип аталған төбәк-ара художество күргәҙмәһе. Унда Башҡортостан, Татарстан, Силәбе өлкәһе һәм Мәскәүҙән 31 рәссам ҡатнашты. Баҫма графика техникаһында башҡарылған барлығы 47 эш күргәҙмә экспозицияһын тәшкил итһә, шулар араһынан һигеҙ эш жюри комиссияһы тарафынан иң лайыҡлылары тип табылды. Еңеүселәр араһында – Өфөнөң 64-се һөнәри лицейы уҡытыусыһы Лариса Салиева, Ҡаҙан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты студенты Айрат Ғәзизов, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһының Кама сәнғәт һәм дизайн институты студенты Марина Тихонова, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары Дилә Сәлихова менән Дарья Тузова. Уларға Үҙәк һайлау комиссияһының дипломдары, ҡиммәтле бүләктәр һәм, әлбиттә, сәскәләр тапшырылды. Шулай уҡ «Оригиналлек өсөн», «Традицияларға тоғролоҡ өсөн», «Оҫталыҡ өсөн», «Дебют» номинациялары ла билдәләнде.
Был яңы проект өҫтөндә эшләүселәр ҙә билдәләнмәй ҡалманы. БР Рәссамдар союзы ағзаһы Салауат Ғиләжетдиновҡа һәм республика Президентының Конституция судындағы тулы вәкәләтле вәкиле Хәлил Тимершинға Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы тапшырылды. Күргәҙмәнең жюри комиссияһы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов та бүләкһеҙ ҡалманы.
Тантанала сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Үҙәк һайлау комиссияһының бындай эш формаһы башҡа төбәктәр өсөн халыҡты һайлауҙарға ылыҡтырыу буйынса үрнәк була ала.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ситдыҡов та китте...

29.11.2018 - Сәйәсәт Ситдыҡов та китте...