RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

01.03.2019 Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡариҙел районына эш сәфәре Александровка ауылында башланды. Бында экспорт сифатлы пиломатериалдар етештереү цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырырға әҙерләнәләр. Проект етәксеһе Рөстәм Хисмәтуллин һөйләүенсә, планлаштырылған инвестициялар күләме — 10 миллион һум. Цехта автоматлаштырылған механик линия һатып алғандан һуң 1000 кубометрға тиклем продукция етештереү күҙаллана. 2003 йылдан бында ағас әҙерләү предприятиеһы — «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй.

«Беҙҙең продукция Өфө баҙарҙарына һәм төҙөлөш магазиндарына оҙатыла, Литва менән килешеү төҙөнөк. Улар беҙгә 500 мең һум тауар кредиты бүлде һәм тағы инвестиция итеп яҡынса 3-4 миллион һум бүлергә әҙер, Литва яғына башҡорт ағасының сифаты оҡшай», — тип һөйләне Рөстәм Хисмәтуллин.

Радий Хәбиров таҡтаны ҡайҙа киптереүҙәре һәм предприятиеларҙың йорт өсөн комплект әҙерләйме-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Инвестиция проекты етәксеһе һүҙҙәренсә, киптереү эше әлегә Өфөлә башҡарыла, улар бурсанан йорт өсөн комплекттар әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Майҙаны 80 квадрат метрлыҡ бер өй комплектының хаҡы яҡынса 250 мең һум тәшкил итә.

Бында Радий Хәбиров ағас эшкәртеү цехы эшселәре менән аралашты, эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.

«Шарттарға зарланмайбыҙ, беҙҙең өсөн ятаҡ һалдылар, ашханабыҙ бар, айына 20 мең һум самаһы алабыҙ», — тип һөйләне эшселәр Башҡортостан етәксеһенә.

Пландарҙа — Яңы Бәрҙәш ауылында ошондай предпритие ойоштороу. Бөгөн Ҡариҙел ауылындағы Республика урман форумының пленар ултырышында ағас әҙерләү һәм эшкәртеү өсөн техниканы субсидиялау мәсьәләләре тикшерелә, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе «Нур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте диләнкәһен дә ҡараны. Предприятие директоры Ҡәнифйән Хисмәтуллин йылына 20 мең кубометрҙан ашыу ағас әҙерләй алыуҙары хаҡында һөйләне. Ошонда уҡ республика етәксеһенән Яңы Бәрҙәш ауылында мәктәп төҙөү мөмкинлеген ҡарауын һоранылар. Һуңғы йылдарҙа бында балалар һаны арта, йәштәр күпләп ауылға йәшәргә ҡайта. Радий Хәбиров быйыл яңы мәктәпте проектлай башларға ҡушты.



Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшен үткәрергә тәҡдим яһаған. Ләкин юбиляр баш тартҡан.