RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй менән яҙмышыбыҙ уртаҡ

09.10.2010 Рәсәй менән яҙмышыбыҙ уртаҡ

Мәҡәләнең башына сығарылған фекер, бәлки, кемдәрҙәлер ризаһыҙлыҡ, хатта кәмһенеү тойғоһо уятыуы ихтимал. Ярты мең йыл самаһы дөйөм Рәсәй дәүләте эсендә йәшәһәк тә, һәм тамырҙарыбыҙ ғына түгел, бар күҙәнәктәребеҙ менән бер оло организм булып тоташып бөтһәк тә, ҡайһы бер ҡәрҙәштәребеҙ Рәсәй менән Башҡортостанды Үҙәк һәм төбәк тип бүлеп йөрөтөүҙе хуп күрә. Формаль яҡтан ҡарағанда һәм сәйәси документтарҙың һәр хәрефенә һылтанғанда, Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында байтаҡ вәкәләттәргә эйә булған субъект рәүешендә йәшәй. Башҡортостандың үҙенең закон сығарыу, башҡарыу, суд органдары бар. Конституцияға, герб менән гимнға, дәүләт әләменә эйәбеҙ. Әммә, дәүләтселек атрибуттары булыуға һәм республика тормошона ҡағылышлы күп мәсьәлә­ләрҙе үҙ аллы хәл итеү мөмкинлектәренә ҡарамаҫтан, республикабыҙ оло Рәсәйҙең бер өлөшө булып ҡала. Иҡтисади йәһәттән шаҡтай ҡеүәтле, хоҡуҡи механизм­дар­ға эйә, дөйөм ил алдында абруйлы, шул уҡ ваҡытта Рәсәй тормошондағы һәр проблема өсөн тулыһынса яуаплы федерация субъекты булып иҫәпләнә. Һәм был ғәмәли хәлде инҡар итеү мөмкин түгел. Һәр хәлдә, фекерләүҙе һәм эштәрҙе беҙ бер дәүләт граждандары булыу ысынбарлығынан сығып алып барырға тейешбеҙ.
Рәсәй Федерацияһы – ике йөҙгә яҡын ҡәүемде бер ғаилә итеп йәшәтергә тырышыусы ифрат мәшәҡәтле дәүләт. Һәр милләттең генә түгел, хатта айырым диалекттарҙа, һөйләш­тәрҙә аралашҡан кешеләрҙең дә үҙенсә аңлаған мәртәбәләре, үҙе алға һөрөүсе өҫтөнлөктәре, үҙе иң мөһим тип һанаған тарихи традициялары бар. Дәүләттең эске сәйәсәтен алып барғанда, иҡтисадты, социаль көнкүреште ойошторғанда милли үҙенсәлектәр, ғөрөф-ғәҙәт, холоҡ-фиғел мотлаҡ иҫәпкә алына. Унан һуң, асыҡтан-асыҡ таныйбыҙмы, юҡмы, һәр милләттең күңелендә бүтәндәр араһында ҡалҡыныбыраҡ, айырым иғтибарға лайыҡ булып йәшәү уйы һәр ваҡыт һаҡлана. Был уйҙың хилафлығы һис юҡ. Сөнки үҙ мәртәбәһе тураһында хәстәрләмәгән халыҡ рухи түбәнселек һәм юғалыу юлына баҫа.
Бик күп ҡәүемдәр араһында үҙ өҫтөнән һис ниндәй хакимлыҡты ла танырға теләмәгән ҡәүемдәр була. Рәсәй дәүләтселеге үҙ тарихында Кавказда, айырып әйткәндә, Чечняла ошондай күренеш менән осрашты. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй империяһы Рус дәүләтенә күрше халыҡтарҙы һәр тарафтан, төрлө ысулдар менән ҡушыу иҫәбенә киңәйҙе. Геосәйәси маҡсаттар һәм Мәскәүҙең ошо төбәктәрҙе ниндәй саралар менән үҙенә ҡушыуы Үҙәк менән уларҙың артабанғы мөнәсәбәттәренә гел генә милли үҙенсәлек бирә барҙы.
Башҡорт халҡының милли азатлыҡ һәм кемдеңдер яғынан баҫымға, ҡыҫымға дусар булмай йәшәү өсөн оҙайлы көрәше тарихтан мәғлүм. Ләкин ирек һөйөү айырылып йәшәү менән бер түгел. Үҙ милләтең ирекле, бойондороҡһоҙ булған һайын бүтәндәр менән яҡшы күршелек ихтыяжы көсәйә бара. Сөнки милли мәртәбә – башҡа ҡәүемдәр менән тиң хоҡуҡлы арҡаҙашлыҡты дәртләндереүсе фактор.
Бөгөн Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе Башҡортостан тураһында айырым һүҙ алып барғанда, башҡорт ҡәүеменең үҙ дәүләтселегенә ынтылыу традициялары булыуын да оно­торға ярамай. Данлыҡлы Мәсем ханға тиклем дә байтаҡ башҡорт ырыуын берләштереп йәшәгән ханлыҡтар булған. Башҡорт ерҙәре аша күп мәртәбә үткән яуҙар ғына халыҡтың дәүләтселек традицияларының тотороҡло үҫеүенә мөмкинлек бирмәгән. Ун алтынсы быуат уртаһында Рус дәүләте составына инеү башҡорттарҙы ҡурсалау, уларҙың традицион шөғөлөн, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау мөмкинлеген бирһә лә, ҡәүемдең үҙ аллы сәйәси ролен ғәмәлдә юҡҡа сығарған.
Егерменсе быуатта башҡорт милли хәрәкәтендә һәм Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу өсөн әүҙем эш алып барған, артабан халҡының яҙмышын ситтән генә күҙәтеп йөрөгән Әхмәтзәки Вәлиди дәүләтселек мәсьәләһендә милли-радикаль ҡарашта торған. Инҡилап һәм граждандар һуғышы һөҙөмтәләре Рәсәйҙең уртаһында үҙ аллы милли дәүләт төҙөү форсатын ғәмәлдә юҡҡа сығарған. Ошондай шарттарҙа Башҡортостандың хатта формаль автономияға өлгәшеүе лә, сәйәси һәм әхлаҡи йәһәттән, халыҡ өсөн ифрат мөһим булған. Үҙәктең автономиялы республикаға ҡарата патерна­листик мөнәсәбәте, милләттең хоҡуҡһыҙлығы тураһында бөгөн килеп оҙон тәбәрәккә төшөү – елдең уңдан түгел, ә һул яҡтан иҫеүенә үкенеү менән бер. Тарихты отороға ҡайырып та, ҡабаттан яҙып та булмай, бәлки уның һабаҡтарын хәтерҙә тоторға һәм һәр ғәмәлдәге ыңғай мәлдәрҙе күрә белергә генә кәрәк.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башы Рәсәй тарихы сәхифәләренә ниндәй хәрефтәр менән яҙылыр, быны хатта ике тиҫтә йыл үткәс тә өҙөп кенә әйтеүе ауыр. Советтар Союзының тарҡалыуын кемдер – милли үҙаллылыҡ идеяһының тантанаһы тип, икенселәр берләшеп йәшәүсе ғаиләләрҙең фажиғәһе булараҡ ҡабул итте. Һәр кемдең үҙ фекеренә хоҡуғы бар. Минең ҡарашҡа иһә, элекке автономияларҙың дәүләт суверенлығын иғлан итеүе, милли мәртәбәнең нығыныуын үҙенсәлекле рәүештә раҫлаһа ла, икенсе яҡтан, күп милләтле Рәсәй алдына сепаратизм, үҙәк власть менән мөнәсәбәттәрҙе яңынан көйләү мәсьәләһен ҡуйҙы. Ошо мәлдәрҙә милли үҙаңдың уяныуы милләтсел һауаланыуға күсеү хәүефен барлыҡҡа килтерҙе. Өҫтәүенә, Мәскәүҙә хакимлыҡ һәм милек өсөн тартыш барған йылдарҙа милли республикаларҙа барыусы процес­тарға иғтибар кәмене. Бындай тенденция көсәйгән хәлдә Рәсәйҙең бүленмәҫ дәүләт булып ҡалыуы, иҡтисадты реинтеграциялау оло проблемаға әүерелә ине.
Тарихта айырым бер шәхестең урыны тураһында бәхәстәр электән килә. Ләкин Рәсәй һымаҡ, идара итеүҙә авторитарлыҡ традициялары көслө булған илдә, ундағы сәйәси шарттарҙың ҡырҡа үҙгәреүенә ил башына кемдең килеүе лә етә. Тарҡалыу сигендә торған төбәктәрҙе хакимиәт вертикале тип аталған «бағаналар»ға тарттырып бәйләү В. Путин етәкселегендә һәм уның ҡаты ихтыяры менән башҡарылды. Милли республикаларҙың хоҡуҡи документтарын дөйөм дәүләт закондары менән яраштырыу, Рәсәй Конституцияһы ҡанундарын боҙоу күренештәренә сик ҡуйыу унитар дәүләт ойошторорға ынтылыу түгел, бәлки федератив мөнәсә­бәттәр­ҙе цивилизациялы яйға һалыу булды. Мәскәү, әлбиттә, төбәктәрҙән ҡайһы бер вәкәләттәрҙе үҙенә алды, әммә был сара дөйөм Рәсәй дәүләтен нығытыу, бергә йәшәү ҡанундарын тотоу өсөн кәрәк ине.
Егерме йыл әүәл яһалған боролош Башҡортостанға үҙ юлын тағы ла ышаныслыраҡ дауам итеү форсатын бирҙе. Ике тиҫтә йыл, иртәнсәк иҫеп, кисен онотолған ел түгел. Башҡортостан халҡы, милләт айырмай, сәйәси зауыҡтарға бигүк илтифат итмәй, эшләүен генә белде. Әгәр республика етәкселегенең теге йәки был мәсьәләләрҙә яңылыш аҙымдары булған икән, унда игенсенең йә төҙөүсенең, нефтсенең йә мөғәллимдең ғәйебе юҡ. Республика тормошондағы ҡайһы бер проблемалар хәҙер икенсерәк яңғыраш ала, бәғзе ҡиммәттәр ҡабаттан баһалана. Был да тәбиғи күренеш. Сөнки дәүләт – үҙгәреп тороусы, һәр ваҡыт үҫеүсе организм, һәм ундағы маҡсаттар­ҙың үҙҙәренә ниндәй­ҙер тәрән сәйәси баһа бирергә ашыҡмайыҡ. Беҙҙең үҙебеҙ ҡарап ҡыуанырлыҡ һәм дуҫтарға күрһәтеп ғорурланырлыҡ эштәребеҙ бихисап, ауыҙ тултырып, бар ғәм алдында әйтер һүҙебеҙ ҙә бар.
... Октябрь – баҫыу­ҙарҙың, ниһайәт, ялға тынған, ағас­тарҙан һуңғы япраҡтар осҡан мәл. Көндәрҙең ҡыҫҡара барыуы ла ғүмер ахырының яҡынайыуына ишара яһамай. Иң мөһиме, илгә шатлыҡ өҫтәп, сабыйҙарыбыҙ донъяға килә торһон, баҫыу­ҙар сәселмәй ҡалмаһын, мәктәптәрҙә балалар игелек һабағы ғына алһын, завод-фабрикаларҙа эш тынмаһын. Дәүләт булыуҙың, йәшәүҙең төп мәғәнәһе шул түгелме ни?

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



На поддержку многодетных семей Башкирии, имеющих 8 детей, направят 23 млн рублей

Руководитель Башкирии дал две недели на решение экологической проблемы в Сибае

Радий Хабиров: Жители Сибая при каждом чихе должны без очередей попадать к врачу

Радий Хабиров наградил призеров юношеского первенства Башкирии по греко-римской борьбе

Радий Хабиров: Прокуратура в 2018 году добилась возврата 650 млн руб долгов по зарплате

Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Радий Хабиров встретился с жителями Белокатайского района

Радий Хабиров стал участником заседания Госсовета РФ, посвященного Году добровольца

Радий Хабиров: «Быть спасателем - достойное призвание сильных духом людей»

Руководитель Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –

Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы