RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

04.03.2019 Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә «Тыуған урам» программаһын ғәмәлгә ашыра башлауҙары хаҡында белдерҙе.

Уның асылы шунда: һәр үҫешкән ауылда үҙәк урамға булһа ла асфальт түшәлергә тейеш. «200 метр йәки 1,5 саҡрым булһынмы, ауылда йәшәүселәр яҙлы-көҙлө осорҙа үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн ул асфальт япмалы булырға тейеш. Йәй көнө лә, сөнки юлдағы туҙан кер киптерергә лә мөмкинлек бирмәй», — тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, «Тыуған урам» программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнергә һәм ниндәй урамға асфальт түшәргә кәрәклеген ауыл халҡы сходтарҙа үҙҙәре хәл итергә тейеш. Программаның үтәлеше өсөн яуаплы итеп Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов тәғәйенләнде.

Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнбайыш ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмәлә ошондай программа тураһында әйткәйне.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләүенсә, республикала бөтәһе 11 мең саҡрымдан ашыу автомобиль юлына ваҡ таш һибеп сығырға кәрәк. Шуның 8 меңдән ашыуы — урам-юл селтәре, 3000-е — инә торған юлдар. Бының өсөн 5,7 миллиард һум кәрәк. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ һәм Яңауыл райондарында ихтыяж ҙур.

Радий Хәбиров уларҙы юлдарға һибеү өсөн ҡом һәм ваҡ таш карьерҙарын бушлай файҙаланыу буйынса пилот райондар итеп эшләргә ҡушты. Юл ведомствоһы башлығы Башҡортостан етәксеһенән быйыл автомобиль юлдарын төҙөкләндереүгә бюджеттан өҫтәмә 540 миллион һум (һәр районға 10 миллион һум) бүлеү тураһында мәсьәләне ҡарауын һораны. Был 1000 саҡрымдан ашыу автомобиль юлын төҙөкләндерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Радий Хәбиров хөкүмәткә ошо мәсьәләне тикшерергә һәм аҙна эсендә уға төҙәтмәләр индерергә ҡушты.



Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшен үткәрергә тәҡдим яһаған. Ләкин юбиляр баш тартҡан.

20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш - Радий Хәбиров

Радий Хәбиров: контрафакт алкоголь һатыу - үҙ халҡыңа ҡарата эшләнгән геноцид

В Уфе на базе санатория «Салют» появится реабилитационный центр для детей-инвалидов