НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
Новости / Спорт // 4-11-2017, 07:30


Үҙҙәре «һауын»ға  әйләнеп бара...Быйылғы миҙгелдә «Салауат Юлаев» командаһы бигерәк тә ҡыҙыҡ уйнай. Улар элек беренселектең артта һөйрәлеүсе клубтарынан еңелһә лә, уҙғанындағы кеүек мәсхәрәгә ҡалғаны юҡ ине. «Адмирал» кеүектәр, уларҙы кәмһеткәндән түгел, һәр ваҡыттағыса, уртаса көслө команда өсөн һауын һыйыр ролен башҡар­ҙы. Русса уны «проходной матч» тип йөрөтәләр. Хәҙер, бәлки, улар ҙа үҙ көсөнә ышана башлағандыр, әммә юлаевсылар өсөн һәр команда ҡаты сәтләүек һымаҡ тойола кеүек. Составты нығытабыҙ тип, күпме сығым сығарһалар ҙа, ыңғай һөҙөмтә һаман юҡ. Өс йыл элек командабыҙ тулыһынса үҙгәрештәр кисереп, миҙгел һайын ҙур маҡсаттар ҡуйһа ла, күҙгә күренерҙәй әйләнеш тойолманы. Киләсәктә иғтибарҙы үҙ тәрбиәләнеүселәребеҙгә биреүҙе төп маҡсат итеп алһалар ҙа, улар составта юҡ тиерлек. Булғандарынан тик ҡотолалар ғына. Бөгөнгөһө менән генә йәшәйҙәр. Шунан, бер мәл килеп төртөлгәс, ҡайҙа ул беҙҙең алмаш, тип баш ватҡан булалар. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа булһа ла, бер балыҡ башы....

Бер күтәреләләр, бер төшәләр...
Новости / Спорт // 30-10-2017, 12:18


Бер күтәреләләр, бер төшәләр...«Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһының аутсайдеры «Лада» уйынсыларын 4:1 иҫәбенә еңеп, һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, әллә ни тотороҡло уйын күрһәтә алманы. Шул үҙ составындағы оҫта хоккейсылары арҡаһында ғына маҡсатына иреште....

Көнбайыштан – алты мәрәй
Новости / Спорт // 25-10-2017, 09:30


Көнбайыштан – алты мәрәй
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙан торған сәфәрҙән әйләнеп ҡайтты. Улар 12 мөмкинлектән алты мәрәй яулап, әллә ни ҡәнәғәтләндерерлек һөҙөмтәгә өлгәшә алманы.
Көнбайыш конференцияһының ике лидерына еңелеп, Минскиҙың һәм Мәскәүҙең «Динамо» клубтарын көскә алдыра алды. Бигерәк тә һуңғыһын еңеүе республика көйәрмәндәре өсөн ҡыуаныслы хәл. Сөнки юлаевсыларҙың ете миҙгел буйына Мәскәүҙән мәрәй алып ҡайтҡаны юҡ ине. Был юлы ла улар төп ваҡыттың һуңғы минутында ғына еңеүҙе тартып алды. Еңеү шайбаһы Майоров иҫәбендә булһа, ағаларына «Торос»тан ярҙамға килгән 20 йәшлек Кузьминдың матур голы командаға һәм дә бигерәк үҙенә иҫтәлекле ваҡиға булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ уҙған миҙгелдә «Динамо»нан өфөләргә күскән Кокаревтың уңышы ла ҡунаҡтар өсөн файҙаға ғына булды....

СКА «Сочи»ға абынды...
Новости / Спорт // 19-10-2017, 13:07


СКА «Сочи»ға абынды...
КХЛ беренселеге башланыуға ай ярым самаһы үтеүгә, уның биш клубы баш тренерҙарын отставкаға ебәрҙе лә инде.

Яңыраҡ «Адмирал» командаһы етәкселеге Александр Андриевскийҙан баш тартты. Си­рат­та кем?.. Әлбиттә, бөтәһе лә «Салауат Юлаев»­та үҙгәрештәр көттө. Сөнки, нисек кенә тимә, өфөләр һуңғы арала тотороҡло уйын күрһәтә алмай йонсой. Состав бар, ә һөҙөмтә юҡ. Клуб етәкселеге составтан башланы. Улар тәжрибәле һаҡсы, юлаевсылар капитаны Денис Куляштан ҡотолорға булды. Йәнәһе, уйнай алмай. Шулай уҡ Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Степан Хрипуновты ла, уның агенты һорауынса, икенсе уйынсыға алмаштырырға ниәтләне. Улар әлеге лә баяғы юлаевсыларҙың дублерына әйләнеп барған күрше «Автомобилист»ы тулыландырҙы. Унда инде өфөләрҙең ярты составы уңышлы ғына сығыш яһай.
Әлеге киткән хоккейсылар урынына ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаған тәжрибәле Михаил Юньковты һәм «Спартак»тан өмөтлө һөжүмсе Владимир Бобылевты алдылар....

Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
Новости / Спорт // 7-09-2017, 09:00


Ашыҡмайыҡ, көтәйек...
йәки «Салауат Юлаев» командаһы беренселекте уңышһыҙ башлап, күптәрҙе һағайтты

Хоккей буйынса Гагарин кубогы өсөн 10-сы юбилей миҙгеле старт алыуына ла бер аҙнанан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Республикабыҙҙың «Салауат Юлаев» командаһы етәкселектән алып яртылаш яңыртылған состав менән бейек үрҙәр яулау маҡсаты менән чемпионатҡа юл алды.
Беренсе уйында ул «Адмирал» клубын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә еңде һәм һағынып килгән көйәрмәндәренә шатлыҡ өҫтәне. Тик алдағы ике уйындың һөҙөмтәһен нисек булырын кем белгән… Юлаевсылар башта «Амур»ға – 4:5, һуңынан Ҡытай командаһына 1:2 иҫәптәренә еңелеп, үҙенән күпкә көсһөҙөрәктәргә биреште. Әлбиттә, миҙгел башына һылтанырға мөмкин. Сөнки яңы уйынсылар бер-береһенә өйрәнмәгән, оҙайлы ял, тегенеһе-быныһы… Әлегә ашыҡмайыҡ, көтәйек, тип кенә күңелде тынысландырырға ҡала....

«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»
Новости / Спорт // 23-08-2017, 15:00


«Көрәш – ул көс, таһыллыҡ, талант  йыйылмаһы, күнекмәләр һөҙөмтәһе»
Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген алма, милли һәм билбау көрәше буйынса дан яулаған спортсыһы бар. Улар төрлө ярыштарҙа үҙ төбәген данлап, еңеү яулай. Ә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында көрәшселәрҙең тотош плеядаһы үҫеп сыҡҡан. Һәр осорҙа бер нисә команда йыйырлыҡ егеттәре булған ауыл әле лә үҙ бәҫен төшөрмәй.
Бөгөн ошо ауылдың ике көрәшсеһе – Рушан ИЛЬЯСОВ һәм Илшат ХӘБИБУЛЛИН менән ярыштар һәм еңеүҙәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
...

Филип Ларсен, защитник ХК «Салават Юлаев»: "Пытаюсь учить русский и башкирский языки"
Новости / Спорт // 16-08-2017, 15:16


Филип Ларсен, защитник ХК «Салават Юлаев»: - Это была очень хорошая игра, ощущения замечательные. Было пару моментов в начале матча, у нас много работы впереди, будем стараться.
- Для игры в овертайме в формате 3 на 3 Вам поможет опыт выступления в НХЛ?
- Играть 3 на 3 очень сложно, нужно быть сосредоточенным всегда и использовать все свои шансы. Мы будем думать.

- На Кубке Губернатора Нижегородской области Вы выступали в паре с Паниным, сейчас выходили с Арзамасцевым…
- Играть с ними обоими замечательно, они прекрасно отдают передачи. Играть с любым игроком нашей команды – одно удовольствие. Не думаю, что с кем-то мне было бы некомфортно.

- Вы учите русский и башкирский языки?
- Я пытаюсь, но слишком рано об этом говорить. Дайте мне пару месяцев, и мы вернёмся к этому вопросу.

- На предсезонке защитники «юлаевцев» забивают больше нападающих. В чём секрет?
- Я не знаю. Все играют лучше, когда они играют в команде. Возможно, дело в этом....

Рәсәй баскетболсылары – донъя чемпионы!
Новости / Спорт // 6-08-2017, 11:00


Рәсәй баскетболсылары – донъя чемпионы!
Рәсәй йыйылма командаһының 19 йәшкә тиклемге баскетболсылары донъя беренселегенең алтын миҙалын яулап, үҙ тарихында тәүгә чемпион
булды.
Италияла уҙған чемпионатта Рәсәй һылыуҙары финалда АҠШ үҫмерҙәрен 86:82 иҫәбенә еңеп, ошо ҙур уңышҡа өлгәште. Быға тиклем беҙҙең ҡыҙҙар өс тапҡыр (1993, 2001, 2015 йылдар) финалда уйнап, юғары урынға күтәрелгәндере булмай. Өсөнсө урынға Канада спортсылары сыҡты....

Япония, Франция һәм АҠШ
Новости / Спорт // 4-08-2017, 12:05


Япония, Франция һәм АҠШ2028 йылғы Йәйге Олимпия уйындары АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһында уҙасаҡ.
Лос-Анджелес заманында ике тапҡыр (1932, 1984 йылдар) Олимпия уйындарын ҡабул итә. 2024 йылдағы уйындар Францияның баш ҡалаһында уҙһа, 2020 йылда Япония ҡабул итәсәк....

Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"
Новости / Спорт // 31-07-2017, 11:27


Баһадирҙар ярышы! йәки Эльбрус Ниғмәтуллин - "кеше-паровоз!"Баймаҡ районында үткән"Башҡорт йәштәре йыйыны"н данлыҡлы баһадир, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин үҙенең сығышы менән биҙәне.

.. Шәмбе кисе. Ҡояш ҡыҙҙыра, күп кенә саралар уҙҙып та китте, ләкин кешеләр таралышмай әле. Бына Силәбе өлкәһе номерҙары менән "Шкода" автомобиле килеп туҡтаны. Кем ул тиерһегеҙ - Эльбрус Ниғмәтуллин үҙе!
Бындай мөмкинлекте беҙгә, журналистарға ҡайҙан ҡулдан ысҡындырыу ти! Артынан йүгерҙек. Алыҫ юлдан килгән кешене борсомай торҙоҡ, ситтән күҙәтәбеҙ....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM