НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Майҙандан Кемдер – түрәлеккә, ә кемдер – төрмәгә

Майҙандан Кемдер – түрәлеккә, ә кемдер – төрмәгә


Майҙандан  Кемдер – түрәлеккә, ә кемдер – төрмәгәйәки Украина оппозицияһын еңеү менән ҡотлайҙар
Түңкәрелеш барған күрше дәүләттәге хәл-торош тураһында яҙмау мөмкин түгел. Хәҙер бында сәйәси көрсөктән һуң финанс көрсөгөнән сығыу юлдары ла эҙләнәсәк. “Ҡаҙна таланған, ил банкрот хәленә еткерелгән”, – тип хәбәр итә “Батькивщина” лидеры Арсений Яценюк. Ваҡытлыса Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Вилкун хеҙмәт хаҡынан башҡа түләүҙәр­ҙе туҡтатып торорға әмер биргән. Украинаға ошо бер-ике йылда аяҡҡа баҫып китеү өсөн 35 миллиард доллар аҡса талап ителә. Кем ярҙам күрһәтере билдәһеҙ әлегә. Моғайын, күпмелер сумма Евросоюздан булыр. Ни өсөн тигәндә, Европарламенттың сит ил эштәре буйынса комитеты башлығы Элмар Брок, Украинала яңы хөкүмәт барлыҡҡа килгәндән һуң реформалар үткәреүгә 20 миллиард евро бүлергә әҙербеҙ, тип белдергән. “Кәрәкле реформаларҙы яңы етәкселек үҙе белеп башлар. Халыҡ ҡурҡмаһын, дефолт булмаҫ. Украинаны яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ”, – тигән кеүек һүҙҙәрен ишеттерҙеләр. Брок әфәнде әйтеүенсә, Евросоюз ярҙамы илде ошо берлек менән ҡушылыуға әҙерләү өсөн яҡшы шарттар булдырыуға йүнәлтеләсәк.
Ә Президент Виктор Янукович урынында юҡ. Уны илдән сығып ҡасыуҙа ғәйепләйҙәр, был турала аныҡ билдәле түгел-түгеллеккә. 22 февралдә Юғары Рада уны вазифаһынан төшөрҙө. Әле ваҡытлыса дәүләт башлығы итеп парламент спикеры Александр Турчинов билдәләнгән. Ә Януковичты төрмәгә ултыртырға кәрәк, тигән фекерҙәр торған һайын йышыраҡ ишетелә. Хөкөм ителгән Юлия Тимошенконың сәйәсәткә ҡабат ҡайтыуы хаҡында ла ишетмәй ҡалмағанһығыҙҙыр. Кем­дәрҙер “Евромайҙан”ды еңеү менән ҡотлай, берәүҙәр бының артабан нимәгә килтереүен уйлап хәүефләнә. Эштәр, ысынлап та, ҡатмарлы. Хатта Президент резиденцияһындағы йәнлектәр ҙә стрестан үлә икән. Януковичтың был бинаһы хәҙер бөтә халыҡҡа асыҡ. Межгорьелағы резиденцияла аҫралған дүрт цесарка һәләк булған. Кейектәрҙе Киев зоопаркына күсерергә тейештәр.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Украина үҙ яҙмышын үҙе хәл итергә йыйына.
Кисә

Украина ваҡиғаларында ҡорбандар барлығы хаҡында яҙғайныҡ инде. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, урам бәрелештәрендә 82 кеше үлгән. Ҡораллы “яу”ҙа илдең Эске эштәр министрлығының “Бөркөт” махсус подразделениеһы ла ҡатнашҡайны. Хеҙмәттең Львов батальоны халыҡтан теҙләнеп тороп ғәфү үтенгән. Бына был егетлек, исмаһам!
“Бөркөт”тәр Львов “Евромайҙан”ына ике автобус булып килеп төшкән дә, “Тубыҡлан!” тигән саҡырыуҙар аҫтында сәхнәгә үткән һәм меңгә яҡын кеше йыйылған ерҙә командаға тубыҡланып торған. Ошонда уҡ дини ойошмалар башлыҡтары булған. Улар халыҡҡа, милиционерҙарҙы ғәфү итәйек, тип мөрәжәғәт иткән, сөнки христиандар ғәфү итә белергә тейеш (һәр хәлдә, был һәр диндә шулайҙыр). “Бөркөт” отряды командиры Ростислав Пацеляк көс структураларының майҙандағы ҡыланышы өсөн барыһы исеменән дә ғәфү һораған, шул уҡ ваҡытта уның ҡул аҫтындағылар кешеләргә атмауын белдергән. Бөгөн “Бөркөт”тө тулыһынса таратыу хаҡында һүҙ бара.

Бөгөн

Украинаның элекке Премьер-министры Юлия Тимошенко иреккә сығыу менән “Евромайҙан”ға ашыҡты. Хәҙер ул ҡолас ташлап илде яңыртыуҙа ҡатнашмаҡсы. Шулай ҙа Хөкүмәт башлығы урынына күрһәткәс, исемен һыҙып ташлаған, тиҙәр. Президент вазифаһына ла дәғүә итмәҫ, моғайын. Ул былай ҙа бөтмәҫ ҡыуаныс кисерә, үҙен азат иткән Юғары Радаға рәхмәт уҡыйҙыр.
Американың ҡабатланмаҫ “терминаторы” (шул исемдәге фильмдың төп геройына һылтанам – авт.), бер аҙ Калифорния штаты губернаторы ла булып эшләп алған Голливуд “йондоҙо” Арнольд Шварценеггер украиндарҙы еңеү менән ҡотлаған. Интернет селтәрендәге “Твиттер” аша яҙған хаты килеп еткән. Әйткәндәй, актер Украина граждандарының демократия өсөн “тыныс көрәш”ен тәүгә генә хупламай.
Америка шәхесе нимә, беҙҙән дә ҡотлау­ҙар бар. Юҡ, әлегә башҡорттарҙан түгел, ә күршеләрҙән. “Европа Украинаһы беҙҙең, Ҡазан татарҙары, өсөн дә өлгө булып хеҙмәт итер. “Евромайҙансы”ларҙың ҡаһарманлығына, хәүефкә ҡарамайынса үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙарына һоҡланабыҙ… Ҡорбан­дарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларҙың исемен урам-майҙандарға, мәктәп-вуздарға биреүҙе тәҡдим итәбеҙ”, – тип яҙған Татар ижтимағи үҙәге (ТОЦ) рәйесе Рәфис Кашапов менән уның туғаны, Киевтан сәйәси эмигрант Нәфис Кашапов. Был тәңгәлдә минең фекерҙәрем артыҡтыр.

Иртәгә

Шулай итеп, “түңкәрелгән” тәхеткә яңы түрә килеп ултырырға тейеш. Был – мотлаҡ процесс. “Евромайҙан”дың “Ышаныс даирәһе” (“Круг доверия”) ағзалары юғары дәүләт органдарына кандидаттарға талаптар төҙөгән. Әлбиттә, бер аҙ шаяртып әйткәндә, 60-90-60 үлсәмдәре хаҡында һүҙ бармай. Яңы хөкүмәт ағзалары партия функционер­ҙарынан түгел, ә профессионалдарҙан, репутацияһы бысранмаған кешеләрҙән торорға тейеш. Һәр тейеш нәмә иҫәпкә алын­һа, ҡалай һәйбәт тә, тип уйлап ҡуйҙым, Рәсәйҙең дәүләт органдарында эшләүсе ҡайһы бер “белгестәр”ҙе иҫкә төшөрөп, мәҫәлән, Сердюков, Васильева кеүектәрҙе.
Украинаның яңы министрҙары араһында илдең иң бай йөҙ кешеһе исемлегенә инеүселәрҙең булмауы шарт. Өҫтәүенә, юғары вазифаға кандидаттың етәкләгән тармағында кәм тигәндә 5 – 7 йыл эш тәжрибәһе булырға тейеш. Шуныһы ла бар: бығаса Украинаның дәүләт органдарында эшләүселәр, ришүәтселектә, кеше хоҡуҡтарын боҙоу­ҙа шик аҫтына алынғандар ҙур вазифаға дәғүә итә алмай.
Әйткәндәй, “Ышаныс даирәһе” (ағзалар – Майҙан медиктары лидеры Ольга Богомолец, Автомайҙан вәкиле Сергей Поярков, афған ветерандарынан Олег Михнюк, диндарҙарҙан владыка Стефан, “Йәмәғәт секторы” вәкиле Владимир Вятрович, “Уң сектор” башлығы Дмитрий Ярош, музыканттар Руслана һәм Святослав Вакарчук) идара органы түгел, ә халыҡ һайлап ҡуясаҡ “менеджерҙар” менән “Евромайҙан” араһында тороусылар ғына.
Украина өсөн иртәгәге көнөнә йәнә бер яңылыҡ – Юғары Рада протест акциялары ҡорбандарына “Украина Геройы” исемен бирергә ҡарар ҡабул итте. Буласаҡ яңы Президент был тәҡдимде иғтибарға алырмы, юҡмы – әлегә билдәһеҙ.

Ә был ваҡытта…

Рәсәйҙең дә үҙ “майҙаны” була яҙғайны бит. Бөгөн унда ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәренә “Болотный эше” буйынса хөкөм ҡарары сығарылды. Иҫләйһегеҙҙер әле, 2012 йылдың 6 майында Мәскәүҙең ошо “һаҙлыҡлы” майҙанына халыҡ сыҡҡайны. Властарҙан рөхсәт алып ойошторолған сара полиция менән бәрелеш, тәртипһеҙлектәр менән тамамланғайны. Шул ваҡиғалар эҙемтәһе булып, һигеҙ айға һуҙылған енәйәт эше асылды. Ғәйепле тип табылған ете ир-егет ике йылдан алып дүрт йылғаса колонияға ебәреү язаһы алды, бер ҡыҙ шартлы рәүештә өс йыл да өс айға хөкөм ителде. Бөтәһе 12 кешегә ҡарата эш асыл­ғайны, тик әлеге яңы йыл алдынан дүртәүһе амнистияға эләкте.
Ғәйеплеләрҙең ғәйебе нимәлә? Улар власть вәкилдәренә ҡаршы көс ҡулланған. Араларындағы берҙән-бер гүзәл зат кем ул? Баҡһаң, прокуратура тап уға иң ҡаты яза биреүҙе һораған – алты йылға төрмәгә ебәреүҙе. Мәскәү ҡыҙы, 20 йәшлек Александра Наумова (ҡыҙ фамилияһы Духанина, суд тикшереүе барғанда ул кейәүгә сығып өлгөргән, “өй тотҡоно” булып ултырған) тәртипһеҙлектәрҙә тыныс ҡатнашып ҡына ҡалмаған, ә полиция хеҙмәткәрҙәренә таш һәм асфальт киҫәктәре бәреп тейҙергән. 53 йәшлек Сергей Кривов ОМОН һалдатының резина дубинкаһын тартып алып, үҙен туҡмаған. Иң оло “һаҙлыҡ майҙансыһы” дүрт йылға хөкөм ителде. Мәскәү дәүләт университеты студенты Ярослав Белоусовҡа яза өс йәшлек бәләкәй балаһы булған өсөн йомшартылып, ул ике йыл ярымға колонияға ебәрелде. Артем Савелов, Андрей Барабанов, Алексей Полихович, Денис Луцкевич, Степан Зимин кеүек йәштәр ҙә үҙҙәренә тәғәйен хөкөм алды. Улар ҙа тәртип һаҡсылары менән һуғышҡан.
“Болотная” майҙанындағы “батырҙар”ға хөкөм ҡарары уҡылған көндә Мәскәү уртаһында йәмәғәт тәртибен боҙған 500-гә яҡын кеше ҡулға алынған. Полиция иҫкәртеүҙәренә битараф булыусылар хәҙер закон буйынса яуап бирәсәк.

Сығыу ваҡыты 28-02-2014, 13:37 | Ҡаранылар: 985
|
  • Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә лә
  • Юғалтыуҙар аша үткән юл
  • Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай
  • Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?
  • Бола майҙандан ярымутрауға күсә түгелме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM