RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мигранттар ғына ғәйеплеме?

18.10.2013 Мигранттар ғына ғәйеплеме?

Мигранттар ғына ғәйеплеме?йәки Рәсәйҙә милләт-ара күрә алмаусылыҡ башланырға торамы әллә?
Полиция менән прокурорҙарға эш артты. Улар тағы бер тапҡыр баҙарҙарҙы тикшереп сығырға, мигранттар йәшәгән урындарҙы байҡарға тейеш. Мәскәүҙең аҫаба халҡынан дәғүәләр етерлек. Көнбайыш Бирюлеволағы хәл-ваҡиғалар шуны талап итә. Бында кесе йомаға ҡарай төндә бер иҫерек әҙәм, ғәҙәти генә һүҙгә килешеп, 25 йәшлек Егор Щербаков исемле егетте йөрөгән ҡыҙы алдында сәнсеп үлтереп ҡаса.
Йәкшәмбелә, үлтереүсене тотоуҙы талап итеп, 400-гә яҡын кеше урамға сыҡҡайны. Егетте, видеокүҙәтеүсе күрһәтеүенсә, Кавказ кешеһе сәнскән. Тәүҙә тыныс ҡына башланған протест акцияһы тора-бара сауҙа үҙәгенең тәҙрәләрен ҡырыу­ға, төтөн сығарғыстар бәреүгә әйләнеп китте лә, полиция менән бәрелешеүҙәргә тиклем барып етте. Әммә, РФ Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәртипһеҙлектәр ойоштороусыларҙың акция үткәреүселәргә бер ҡатнашлығы ла юҡ икән. Хәҙер унда нимәләр булып ятҡанын аныҡ ҡына билдәләп тә булмай. Мәгәр Бирюлево халҡы мигранттарға ризаһыҙлыҡ белдерҙе, криминалға тап шуларҙың сәбәпсе булыуына баҫым яһаны.

Мәскәүҙә йәнә
мигранттарға яу асылды

Баш ҡаланың үҙендә “эҫе нөктә”ләрҙе мотлаҡ тиҙ арала билдәләргә кәрәк. Артыҡ тырышып эҙләмәһәләр ҙә, улар яҡынса билдәле инде – гастарбайтерҙар күпләп йәшәгән, эшләгән урындар. Бынан тыш, ташландыҡ биналарҙы ла асыҡлайһы бар, сөнки беҙҙең илдәге законһыҙ мигранттар, ҡайҙа буш урын бар, шунда эйәләүсән. Тәғәйен исем-атамалары менән әйткәндә, “Баҡсасы” (“Садовод”), “Кашира ихатаһы” (“Каширский двор”), Преображенск, Дорогомилов баҙар­ҙары, Дмитров күмәртәләп һатыу баҙары, Сигнал тораҡ пунктындағы йәшелсә базаһы, Москворецк, Октябрь йәшелсә-емеш базалары, Кашира шоссеһы тирәһендәге ташландыҡ йорттар. Нимәһе ҡыҙыҡ, бер нисә көн элек булған хәлдәрҙән өркөпмөлөр, “Отрадное” базаһы хужалары мигранттарҙы аҡсаһыҙ-ниһеҙ ҡыуған да сығарған. Гастарбайтерҙар ҙа алйот түгел – ғауға күтәргәндәр, эш биреүселәр менән йоҙроҡҡа йоҙроҡ килгәндәр. Хатта дауаханаға эләгеүселәр бар.
“Баҡсасы” баҙарында яҡын сит илдәрҙең һәммәһенән дә тиерлек килеп эшләйҙәр. Баҙарға көнөнә бер нисә мең һатып алыусы килә. Һуңғы ваҡытта ғына бында тикшереүҙәр йыш-йыш булып, меңдән ашыу мигрантты ҡулға алғандар. Үкенескә күрә, мигранттарҙы законһыҙ индереүҙә урындағы хоҡуҡ һаҡлау, миграция органдары, теүәлерәге, түрәләре ҡатнашҡан. Бында ла ришүәтселек хөкөм һөрә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа ситтәр эшләй, шунда коррупция, ғәҙелһеҙлек, тәртипһеҙлек һәм халыҡтың ризаһыҙлығын көт тә тор.
“Славян союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Дмитрий Демушкин белдереүенсә, мигранттар менән мөнәсәбәткә килгәндә, үтә хәүефле райондар иҫәбенә Братеево, Орехово-Борисово, Гольяново инә.
Дүшәмбелә “Покровская” йәшелсә-емеш базаһына 400-ләп полицейский килеп төшкән. Улар бөтөн халыҡтың документын тикшереп, славян ҡиәфәтле булмағандарҙы бер рәткә баҫтырған. Меңләгән кеше йыйылған, тинеләр һуңғараҡ. Өҫтәүенә, база биләмәһендә аҡса һәм ҡорал тултырылған автомобиль дә табылған икән.
Был база Европала иң ҙур йәшелсә базаларынан һанала. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте тарафынан ул “халыҡтың ялыуы күп булыу сәбәпле” тигән һылтау менән ябып та ҡуйылды.
Халыҡ күпләп ризаһыҙлыҡ белдерә башлағас, полиция баш ҡалалағы Манеж майҙанын да ныҡ һаҡлай. Үткән йәкшәмбелә үк бында тимер кәртәләр килтереп ҡуйылды, һаҡ ойошторолдо, биләмәгә инеү тыйылды. Властар ғауға күтәрелеүҙән ҡурҡа.
Баштар “осто” шулай ҙа. РФ Эске эштәр министрлығының Мәскәү буйынса идаралығы башлығы Анатолий Якунин Көнбайыш Бирюлеволағы эске эштәр бүлеге начальнигы Геннадий Каверинды эштән ҡыуҙы. Барыһына ла шул халыҡтың урамға сығыуы, тәртипһеҙлектәр ойоштороуы ғәйепле.
Урам тәртипһеҙлектәре ваҡытында ҡулға алынған 400-ләп кешенең 70-енә ҡарата административ эш асылған. Араларынан үтә әүҙемлек күрһәтеүсе икәүһен 48 сәғәткә ябып та ҡуйғайнылар. Ҡалғандар, ваҡыты килеп еткәс, судҡа саҡырыласаҡ.
Үрҙә телгә алыныуынса, Егор Щербаковты үлтереүсене табыуҙы талап итеп үткәрелгән акцияға был тәртипһеҙҙәрҙең ҡыҫылышы булмай килеп сыҡҡан. Улайһа, сәбәп нимәлә? Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, халыҡта ризаһыҙлыҡ арта. Тормошҡа ҡарата, власҡа, эшһеҙлеккә, ғөмүмән, байтаҡ нәмәгә. Шуға ла яйы сығыу менән майҙанға ашыға, үҙен ишетеүҙәрен, иғтибар итеүҙәрен теләй. Күрмәһәләр, ташҡа тотона.

Ситтәрҙе сиктән берәмләп һанап индереү дөрөҫ

Мәскәү мэры Сергей Собянин, баш ҡалала этник райондар барлыҡҡа килеүе хәүефле, тип билдәләй. Уның фекеренсә, был иртәме-һуңмы криминоген хәлдәргә килтерәсәк. Был хаҡта мэр Бирюлеволағы ваҡиғаларҙан алда уҡ әйткәйне. Миңә ҡалһа, этник төркөмдәр Мәскәүҙе күптән яулаған.
Собянин мәғлүмәте буйынса, баш ҡалала ситтән килеп эшләүселәр һаны 1,2 миллион самаһы. Был иҫәпкә Мәскәү яны ҡала-ауылдары халҡы ла, башҡа төбәктәрҙеке лә инә. Ил мәркәзе күптәргә эш бирә. Мәскәү булмаһа, бик күптәр эшһеҙ ҡалыр ине. Тимәк, Мәскәү – башҡаларға, башҡалар Мәскәүгә бик кәрәк. Был тәңгәлдә, мигранттарһыҙ, гастарбайтерҙарһыҙ мөмкин түгел. Шулай ҙа мэрҙың тел төбөнән, ситтәргә бер урынға өйкөмләшергә ирек бирмәҫкә, тигән фекерҙе аңларға була. Быныһы нисегерәк булыр?
РФ Дәүләт Думаһы комитеттарына ла эш артты. Уларға хәҙер тиҙ арала “нелегалдар”ға ҡағылышлы закон проекттарын әҙерләргә кәрәк. “Юл картаһы” тип аталған һөҙөмтәһе өмөтлө буласаҡ ысул тәҡдим ителә. Мәскәү Думаһы депутаттары ла тик ултырмай – улар Бирюлеволағы фажиғә властарға барып етһен өсөн тырышырға ниәтләй.
ЛДПР лидеры Владимир Жириновский белдереүенсә, Көнбайыш Бирюлеволағы фажиғә милли диаспоралар менән эшләп еткермәү һөҙөмтәһе ул. Бынан тыш, сәйәсмән хеҙмәт мигранттарынан баш тартыу буйынса өс йыллыҡ программа эшләүҙе тәҡдим итте.
Үлтереүсегә килгәндә, хоҡуҡ һаҡлаусылар шикле кешене асыҡлаған. Ул – Әзербайжан гражданы Орхан Зейналов. Полиция тап ошо 31 йәшлек ирҙе тотто ла инде. Енәйәтсе кеше үлтереүен таныған. Зейналов белдереүенсә, фажиғә сәбәпсеһе – эскелек.

Ә был ваҡытта…

Баш ҡала баҙарҙарында ғына түгел, юлдарында ла тынғылыҡ юҡ. Шишәмбелә Мәскәү ҡулса автоюлында (МКАД) сыҡҡан конфликт­та ла, полиция хәбәр итеүенсә, “славян булмаған йөҙлө” кешеләрҙең ғәйебе бар. Volkswagen автомобиле водителе менән ВАЗ – 2109-ҙа ултырған өс билдәһеҙ әҙәм талашып китә. Ни өсөн? Юлға һыймағандар­ҙыр. “Туғыҙынсы”лағы ирҙәрҙең Кавказ кешеләре булыуын айырым-асыҡ күреп ҡалыусы шаһиттар күп булғанлығы арҡаһында улар тотолған. Сит ил машинаһының иҙмәһен иҙгән тегеләр. Ярай әле водителенә теймәгәндәр. Автомобилде “туҡмарға” ҡул осонда бейсбол таяҡтары кеүек нәмәләр булыуын әйт әле һин!
Мәскәү тирәһендә бигерәк ҡыҙыу ҡанлылар йәшәй инде. Был ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс. Юлда йыш ҡына йә һуғышалар, йә атышалар тигәндәй. Октябрь башында ғына бер автомобиль хужаһы ике йәйәүле менән талашып, аҙаҡ уларға дуҫы менән икәүләшеп травматик пистолеттан атыуҙары хаҡында һөйләгәйнеләр. Һуңынан “мәргән”дәрҙең йылы яҡтан килеүсе эшһеҙҙәр булыуы асыҡланған.
“Пражская” метро станцияһында ла бола ҡубыуы ихтимал ине, ярай әле полиция милләтселәр йыйынын тыя алды. Ҡорбан байрамы кисендә, йәғни 15 октябрҙә бер төркөм йәштәр, күбеһе бәлиғ булмағандар, метрола “Ҡорбан байрамына беҙҙең яуап” тигән акция үткәрергә йыйынғайны. Улар Бирюлево райо­ны буйлап сафтарға теҙелеп атларға ниәтләгән. Сараға саҡырып, социаль селтәрҙәрҙә иғлан да “эленгән”.
Митингыға рөхсәт алынмаған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар 300-гә яҡын малай-шалайҙы ҡулға алған, аҙағыраҡ ҡайһы берҙәрен ата-әсәһе килеп, алып ҡайтып киткән. Хатта бер үҫмер­ҙә 50 см оҙонлоғондағы бысаҡ та табылған.

Әйткәндәй

Хәҙер Европа эксперттары, Рәсәй толерантлы илме, тигән һорауға яуап эҙләй. Улар әҙерләгән докладта беҙҙең илдә радикаль милләтселек күренеше күбәйгән икән. Мигранттарға ҡарата хеҙмәт ҡануниәте лә боҙола, расизм үҫешә. Үҙ илебеҙҙә ниндәй хәлдәр булып ятҡанын, әйтерһең, беҙ күрмәйбеҙ. Шулай ҙа Европа политологтарының һүҙендә дөрөҫлөк күберәк кеүек. Тик мигранттар­ҙан ҡотолоуҙары, ай-һай... Айырыуса законһыҙ эшләүселәргә ихтыяж бар. Был күптәргә файҙалы: кешеләрен беҙгә эшкә ебәргән илдәргә лә, арзан эшселәр алған эш биреүселәргә лә, мигранттарҙы күҙәтеү аҫтында тотоусы органдарға ла (ришүәттән файҙа күреүселәргә).
Шул ваҡытта, мигранттарҙы күпләп ҡулға алыу дискриминациялы, законһыҙ акт, тип билдәләй Мәскәүҙәге “Халыҡ-ара амнистия” вәкиллеге хеҙмәткәре Денис Кривошеев. Уның фекеренсә, бер этник әзербайжан кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған өсөн генә 1200-ләп гастар­байтер­ҙы тотоу илдә ксенофобия күренешен арттыра ғына кеүек. Былай ҙа илдең баш ҡалаһында милләтселәр әленән-әле үҙҙәренең барлығын һиҙҙертеп тора.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы