НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Сит илде өҫтөн күрһәләр ҙә, мәле еткәс, Ватан иҫкә төшә

Сит илде өҫтөн күрһәләр ҙә, мәле еткәс, Ватан иҫкә төшә


Билдәле шағирыбыҙ Әнғәм Атнабаевтың “Төш” тигән шаярыу ҡатыш яҙылған шиғырынан юлдар иҫкә төштө әле:
…Эй, данлайҙар мине, эй, маҡтайҙар,
Портреттар тыңлап көнләшә.
Кеше үҙенең бөйөк икәнлеген
Ҡайҙан белер ине үлмәһә?
Беҙ шундай халыҡ инде (беҙ тигәнем – рәсәйҙәр), һәр нәмәне сурытырға яратабыҙ. Бына бер нисә көн элек кенә олигарх Борис Березовский “китеп барғайны”, ошо туралағы хәбәр һәм, ғөмүмән, ошо исем һәр береһенең тиерлек теленә инде лә, ауыҙ эсендә болғаталар ҙа болғаталар. Әлбиттә, үрҙәге шиғыр юлдарындағыса, бөйөккә әйләндереүен-әйләндермәҫтәр ҙә ул, әммә мәрхүмдең бөтә мутлыҡтарын, бурлығын һ.б. шундай “батырлыҡ”тарын аҡламаҫтарына кем гарантия бирә ала? Халыҡ ни, ҙур түрә ни әйтһә, эркелеп китергә әҙер, буғай.

Исеме ғибрәт булып ҡалырмы?

Нисек кенә булмаһын, Березовский Рәсәй тарихында ҡала инде ул. Ирекле энциклопедиянан биографияһы менән танышһаң, уның ғалим, эшҡыуар, сәйәси эшмәкәр, техник фәндәр докторы булыуын да күрәһең. Бер тиҫтә йылдан ашыу Бөйөк Британияла, сәйәси ҡасаҡ булараҡ, йәшәп ятҡан элекке ватандашыбыҙҙың мөлкәтен “Форбс” журналы 2008 йылда 1,3 миллиард доллар тип иҫәпләп сығарғайны. Һуңға табан Дәүләт Думаһының өсөнсө саҡырылыш экс-депутаты (бик әҙ ваҡыт депутат булып торһа ла, уның был вазифаһын да оноторға ярамай, кем тарафынандыр һайланған бит) финанс яҡтан бөтөнләй бөлгән икән. Һаҡсыларын эштән бушата башлаған, йорттарын һатҡан.
Ә ниңә һуң ул эшҡыуар булғас, Рәсәйҙән киткәс тә нисектер аҡса эшләргә тырышмаған? Ни өсөн булғанын туҙҙырған да туҙҙыр­ған? Бер уйлаһаң, илдән мәжбүри китеүселәр, йә сит илгә сәфәргә генә сығып, тороп ҡалыусылар етерлек булған. Уларҙың күбеһенең исем-аты, киреһенсә, Рәсәйгә бөйөк булып ҡайтты ла баһа! Ошо иҫәптә яҡташтарыбыҙ, донъяға танылған Әхмәтзәки Вәлиди Туған (ниндәй шарттарҙа киткәнен беләбеҙ), Рудольф Нуриевтарҙы ғына миҫал­ға килтерәйек.
Үлер алдынан Березовский Америка журналистарының береһенә интервью биргән. “Мин тормош мәғәнәһен юғалттым. Хәҙер сәйәсәт менән шөғөлләнгем килмәй. Миңә 67 йәш һәм артабан нишләргә белмәйем”, − тигән ул. Тәрән депрессиялағы кеше һүҙҙәре был. “Оҙон” аҡсаның әҙәмдәрҙең башына етеүенә нисек ышанмайһың?
Эйе, беҙгә Березовскийҙың Путинға хат яҙыуын да хәбәр иттеләр. Йәнәһе, олигарх ғәфү үтенгән, Рәсәйгә ҡайтыу хыялын да йәшермәгән. Олоғайған көнөндә хаталарын таныһа, һәйбәт, әлбиттә. Ә бәлки, ул, ысынлап та, сәйәсәт ҡорбаны булғандыр?
Һәр хәлдә, Рәсәйҙең күпселек халҡына уның кем булыуы мөһим дә түгел. Кемгә – туй, кемгә – уй, тигәндәй, күрше подъездағы Фатима инәйҙең түшәменән һыу аға, ә ҡаршылағы йорттан яңғыҙ әсә Тамараға балаларына икмәклек аҡса табырға кәрәк. Үҙемде иһә, эш хаҡын тотҡарлау хәүефе бар, тигән хәбәр борсолдора. Йәнә лә алдымда бер хат ята – яҡташы эшлекле бер ир-уҙаманды, башҡаларға өлгө итеп ҡуйып, маҡтап яҙған. Ошондай мәлдә үҙ йортонда донъя менән хушлашҡан олигархтың кемгә ни хәжәте?
Әммә был ваҡиға – Рәсәй өсөн мөһим сәйәси хәл. Ил капитализмына нигеҙ һалыу­сыларҙың береһе ине лә инде ул. Путинға ҡаршы кеше, тип иҫәпләнһә лә, бөгөнгө оппозиция тормошонда бер ниндәй ҙә роль уйнамаған, әлеге оппозиционерҙар ҙа уға ярҙам һорап бармаған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Мәскәүҙә Березовский әлегәсә акционер булып торған компания бар, имеш. “Известия” гәзите асыҡлауынса, “Корпорация Автокапитал” автосалондар селтәрендәге өлөшө – ете процент. 2011 йылда был предприятиеның килеме 89,3 миллион һум тәшкил иткән. Олигархтың акциялары булған тағы бер Рәсәй фирмаһы “Симплекс” 2001 йылдан алып үҙе хаҡында “ишеттермәгән”, бәлки, шым ғына эшләйҙер ҙә әле.
“ЮКОС”тың элекке хужаларының береһе Константин Кагаловский Березовскийҙың “Себер нефте” (“Сибнефть”) акционеры һәм Роман Абрамовичтың партнеры булыуын белдергән. Хәтерегеҙҙәлер, Лондонда был икәү – Березовский менән Абрамович – нисек судлашты. Ошо суд һөҙөмтәһе лә Борис әфәндегә насар йоғонто яһағандыр – еңелде бит ул. Әйткәндәй, үткән быуаттың 90-сы йылдарында “Сибнефть” компанияһын хосусилаштырыуҙа ҡатнашыусы Кагаловский ҙа Лондонда йәшәй. Ҡыҫҡаһы, был тәңгәлдә карап батыр алдынан ҡасыусы ҡомаҡтар тураһында риүәйәт иҫкә төшә.
Әйткәндәй, виртуаль донъялағы яңылыҡ­тар­ҙа Березовский мәрхүмдең исеменә ҡағылышлыларының аҫтында ғына Роман Абрамовичҡа бәйле хәбәр ҙә урын алған. “Әшнә”һе үпкәләмәһен типмелер, әллә, ысынлап та, урынлымы, баҡһаң, Абрамович менән Американың ФБР-ы ҡыҙыҡһына икән. Ришүәтселек буйынса шаһит булыпмы, ҡорбан булыпмы һорау алыуға саҡырылған, ти.
Шуныһы ла бар: аҫылынып үлгән Березовскийҙы Мәскәүҙә ерләүҙәре ихтимал, тигән һүҙ ҙә таралды. Ни хәл итәһең, ауыл зыяраттарында ла заманында ситкә сығып китеүселәрҙең ҡәберҙәре арта. Сит мөхит хатта мәйеттәрҙе ҡабул итергә теләмәй.

Ә был ваҡытта…

Рәсәйҙең башҡа олигархтары өсөн дә ҡара көндәр етте. Кемдәр Кипрҙа аҡсаларын һаҡлаған, шуларҙы әйтәм, утрау дәүләте барыбер үҙенекен эшләне. Унда хәҙер дефолт булмай, Еврокомиссия 10 миллиард евро бүлергә ҡарар итте, уның ҡарауы, банкыларҙа 100 мең евронан күберәк аҡса һаҡлаусыларҙың иҫәбенән 30 процентты “ҡырҡ” итеп ҡырҡыр­ға килешелде. Хатта “Laiki” банкы бөтөнләй иҫәптәрҙе “туңдырыуы” мөмкин. Уныһы рәсәй­ҙәр өсөн бик популяр банк булған, имеш. Кипрҙағы хәлдәр тураһында хәбәр таралыу менән Жириновскийҙың эшкә ҡара костюмда килеүе бушҡа түгелдер – матәм төҫө инде һалымдан ҡасыусыларға.
Ватандаштарҙың ҡайһы берҙәренең сит илде әллә нимә тип күреүенә аптырарһың. Ана, Виталий Малкин атлы Бүрәт республикаһы исеменән сенатор сит илдә күсемһеҙ милкен һаҡлап ҡалыу өсөн хатта Федерация советында ағза булып тороуын ваҡытынан алда “ташлап” ҡуйған. Етмәһә, ул Израиль гражданы ла икән.
“Берҙәм Рәсәй”ҙән Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Пехтин да февралдә, сит илдә йорто барлығы тураһында билдәле булғас, партиябыҙға нигеҙһеҙ ғәйеп таҡтырғым килмәй, тигән һылтау менән мандатын тапшыр­ған. Бәлки, үрҙәге әфәнделәргә ил халҡы өсөн эшләргә һәм, киреһенсә, сит илдәге мөлкәттәренән баш тартырға кәрәк булғандыр?
“Ғәҙел Рәсәй” партияһы депутаты Алексей Чепа ла килеме тураһында яңы декларация төҙөргә мәжбүр булған. Баҡһаң, уның да Кипрҙа иҫәбе, “офшор”ҙа өлөштәре, Майамиҙа фатиры бар икән. Депутат үҙе белдереүенсә, ҡайһы бер иҫәптәренең, оҙаҡ файҙаланмағас, барлығын да онотҡан. Бына һиңә мә! Банкыла ниндәйҙер суммала аҡсағыҙ ятһа, һеҙ онотор инегеҙме, йәмәғәт? Ун һум да гел иҫтә тора ла инде. Хәҙер ул нишләр: сит илдәге мөлкәтенән баш тартырмы?
Депутат-миллионерҙар көндән-көн асыҡлана бара. Халыҡтың ярҙамсыһы тип йөрөтөлгән депутаттар бай булғас, халыҡ үҙе “сереп” байырға тейеш түгелме ул? Дума стеналары эсенән генә эҙләгәндә лә Рәсәйҙең Березовскийҙары етерлек, буғай...

Әйткәндәй

Бынан 15 – 20 йыллап элек кенә Рәсәйҙә бер миллионер ҙа булмаған тиҙәр. Бөгөн иһә ил үҙенең миллиардерҙары үрсеүе менән дә дан тота. Кемдәр улар? Нисек ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байый алдылар? Бөйөк Британияның билдәле бер кешеһе Эндрю Осборн ошондай һорауҙарға яуап биреү өсөн ныҡ ҡына тикшереүҙәр башлаған, имеш.
Ә үҙебеҙҙә Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздары федерацияһы башлығы Михаил Шмаков менән Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Исаев былтыр уҡ ил байҙары, ҙур компаниялар башлыҡтары спорт командаларына, балалар йорттары, мәҙәниәт объекттары һәм, ғөмүмән, проблемалы төбәктәргә хәйриә ярҙамы күрһәтеү буйынса яуап­лылыҡ алырға тейеш, тип белдереп сығыш яһағайны. Ил буйынса ҡысҡырып һөйләрлек эштәр тураһында мәғлүмәт юҡ. Халыҡ менән бүлешмәйҙәрме әллә? Тимәк, олигархҡа аҡсаһын Кипр кеүек утрауҙағы банкыла һаҡлау күпкә ҡәҙерлерәк. Унан килеп, ул олигархтар, ҡасан ғына дәүләттеке булған милли байлыҡҡа хужалар, араһында илһөйәрҙәр булыуына шик ҙур. Исем-шәрифтәренә генә байҡау яһағыҙ, урыҫтар ҙа юҡ кимәлендә әле. Шулай булғас, Березовскийҙың Рәсәйҙе һағыныуы, ҡайтырға хыялланыуы бер спектакль булыуы ла мөмкин.
Онотайыҡ, биғәйбә.

Сығыу ваҡыты 29-03-2013, 11:55 | Ҡаранылар: 810
|
  • Донъя яңылыҡтары
  • Утрау байҙарҙы ултырта яҙҙы
  • Сит ил. Беҙҙекеләр һәм беҙҙең турала
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Кем нисектер, ә беҙ дуҫтарҙы ҡәҙерләй беләбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM