НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Депутаттарға яҙ етте

Депутаттарға яҙ етте


Депутаттарға яҙ етте
Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы, үткән йылдың һуңғы айҙарында финанс мутлыҡтары асыла төшкән “Оборонсервис” йәмғиәтенең 2009 − 2011 йылдарҙағы эшмәкәрлеген ентекле тикшереп, хоҡуҡ боҙоуҙар күләменең 11 миллиард һумға етә яҙыуын белдергән. Ябай тел менән әйткәндә, дәүләттең шул сама аҡсаһы “елгә осҡан”, йәғни, мәҫәлән, беҙгә килеп етмәгән, тип тә аңларға була. Был йәмғиәт ил милкен, күсемһеҙ милекте, ерҙе, акцияларҙы уңға-һулға һатып ятҡан. Әлегә бөтә урлашыуҙар буйынса ни бары өс кеше ҡулға алынған – “Эксперт” хоҡуҡи ярҙам үҙәгенең элекке башлығы Екатерина Сметанова, уның элекке хеҙмәткәре һәм ире Дмитрий Митяев, Хәрби-һауа көстәренең (ВВС) Мәскәү округындағы келәтенең элекке мөдире Максим Закутайло. Шулай уҡ Оборона министрлығының мөлкәт мөнәсәбәттәре департаментының элекке етәксеһе Евгения Васильева ”өй тотҡоно” булып ултыра. Ә ведомствоны мутлыҡтар асылғанға тиклем етәкләүсе Анатолий Сердюков − енәйәт эшендә шаһит. Һорау алыуға ике тапҡыр саҡырылып та, эш айышын һөйләргә ашыҡмаған, бары тик милекте нисек һатыуҙары хаҡында үҙенең фаразы яҙылған бер нисә бит ҡағыҙ ғына килтергән.
Ҡағыҙ тигәндә, ниңәлер күҙ алдына мотлаҡ күп булып өйөлөп ятҡан эш ҡағыҙҙары килә. Ҡағыҙ – ул документ. Бына шундай мөһим яҙмалар тулы папкалар яталыр әле беҙҙең депутаттар алдында ла. “Халыҡ ялсылары” яҙғы сессияны асты.

Иң мөһим бурыстар

Рәсәйҙең Федерация Советы быйылғы яҙғы сессияға төп йүнәлештәрҙе билдәләне. Дөйөм алғанда, тәү сираттағы бурыс – РФ Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе буйынса эшләү, шунда күрһәтелгән һайлау системаһы положение­һын ҡарау. Һүҙ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы ҡатнаш итеү, йәғни партия исемлектәре һәм мажоритар округтар буйынса һайлауҙы индереү тураһында. Әлбиттә, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ингән осорҙа Ватан иҡтисадының дәғүәселеккә һәләтен күтәреү, төбәктәрҙә инвестиция мөхитен яҡшыртыу, киләһе йылдарға федераль бюджет параметр­ҙарын билдәләү кеүек үтә мөһим мәсьәләләр ҙә иғтибарға алынмай ҡалмаҫ.
Административ судтың хоҡуҡи базаһын формалаштырыу, граждандарҙы яҡлау, енәйәт ҡануниәтен камиллаштырыу тураһында ла арыу ғына фекер алышырға ниәтләйҙәр. Чиновниктарға сит илдә иҫәп асыуҙы тыяйыҡмы-юҡмы, тип тә бәхәсләшерҙәр әле. Тәмәкегә ҡаршы саралар көсәйтелерме-юҡмы?
Юғары палата ҡараған мөһим мәсьәләләр исемлегенә йәнә лә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе, дини ойошмалар эшмәкәрлеген, дәүләт миграция сәйәсәтен көйләүгә бәйле ҡануниәтте үҫтереү ҙә индерелгән.

Булырмы-юҡмы?

Төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу булырмы, әллә әлеге көйөнсә, Президент тәғәйенләрме? Шундай һорау ҙа ҡуйылды депутаттар алдына. Депутаттар беренсе уҡыуҙа субъект­тар парламенттарына төбәк башлығын тура һайлау үткәрмәйенсә үҙҙәре тәғәйенләүгә рөхсәт биргән законды ҡабул итте. Думалағы партиялар ил етәксеһенә төбәк губернаторлығына өсәр кандидат тәҡдим итә лә, Президент инде үҙенең "иң-иң” өсәүһен һайлап алып, кире төбәк депутаттарына тәҡдим итә. Был республика, өлкә, крайға етәксе итеп осраҡлы кеше ҡуйылыуынан аралай. Берәүҙәр элеккесә төбәктәрҙә үҙ башлыҡтарын һайлауҙы тергеҙергә теләһә, бәғзеләр, ил Президенты тәғәйенләһен, тип бара.
"Мин тәғәйенләү яҡлы. Дәүләт башлығы бар, уны халыҡ һайлай. Ә ул һайланған икән, тимәк, уның тәғәйенләү хоҡуғы ла булырға тейеш. Президент хакимиәте субъектҡа бер ҡасан да насар эшләүсене ҡуймаҫ. Бынан файҙа ла юҡ", − тигән Ингушетия башлығы Юныс-Бәк Евкуров. Уныңса, Төньяҡ Кавказға айырым ҡағиҙәләр кәрәкмәй, бер илдә, йәнәһе, шундағы республикаларҙы бүлеп ҡарау ярамай. Тел төбө аңлашылалыр.
Йәнә бер закон проекты ҡыҙыҡлы ғына булмаҡсы. Уны беҙгә “сағыу” сығыштары менән таныш ЛДПР тәҡдим итә. Жириновский әфәнде киң мәғлүмәт сараларында сит ил һүҙҙәрен ҡулланыуҙы сикләргә тигән ниәт менән яна һәм ошоға бәйле закон проекты әҙерләй. “Әгәр сит телдән һөйләшкә килеп ингән һүҙҙең руссаһы бар икән, ниңә шуларҙы ҡулланмаҫҡа?” – тип ҡуйғандыр әле, тауышын арыу ғына күтәреп. Ә дөрөҫөн әйткәндә, оҡшай төштө шул тәҡдим. Беҙҙең башҡорт теле лә бик бай, әммә ситтән килеп ингән һүҙҙең үҙебеҙсә яңғырашы бармы-юҡмы икәнен дә тикшермәй, ҡабул итә лә ҡуябыҙ.
“Тултырҙылар шул американизм менән. Рус һүҙҙәре була тороп та, ҡулланылған сит һүҙҙәрҙең исемлеген бирәбеҙ. Әгәр закон ҡабул ителһә, рус теле нормаль яңғыраһын өсөн шул исемлек һәр журналистың өҫтәлендә ятырға тейеш”, − тигән ҡәтғи генә итеп Владимир Жириновский. Ул түбәндәге һүҙҙәр­ҙе миҫалға килтерә: дилер – посредник, бутик – лавка, мутон – овчина, кафе, бар, ресторан – закусочная.
Эйе, телде таҙартыумотлаҡ. Был партия де­путатының йәнә бер закон проекты Дәүләт Думаһына бирелгән, ул − табиптарҙың эшен видеоға яҙҙырыу хаҡында.
Валерий Селезнев фекеренсә, был табип хаталарын иҫкәртеү өсөн бик урынлы. Йыл һайын Рәсәйҙә медиктарҙың битарафлығы арҡаһында 50 меңләп кеше яҡты донъя менән хушлаша (рәсми статистика түгел). Әйткәндәй, БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың тап ошо өлкәлә ике етәксене эштән бушатыуҙы талап итеүен гәзитебеҙҙең үткән һанында яҙҙыҡ инде.
Йыш ҡына табип хатаһына бәйле енәйәт эшен тикшергәндә тейешле дәлилдәр табыу мөмкин түгел, ә видеояҙма булһа, улар күренеп тора. Видеокамера пациент рөхсәте менән тоҡандырылырға тейеш. Ҡатмарлы операциялар, пункция, биопсия һ.б. яҙылыуы мөмкин. Депутат белдереүенсә, операция яҙмаһы йәш белгес өсөн уҡыу пособиеһы булыуы ла бар.

Һәр партияға – йәнлек

Утро.ру сайтында яҙылыуынса, “Берҙәм Рәсәй” депутаты Александр Сидякин һәр сәйәси партияға символ итеп берәр йән эйәһен – кемгәлер йыртҡыс, кемгәлер ҡош алырға тәҡдим итә. Шулай һайлаусыларға ла еңелерәк буласаҡ. Депутат 15 партия өсөн символ һайлаған да инде. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй”гә − аҡ айыу, Коммунистар партияһына – мышы, ЛДПР-ға – ыласын, ”Ғәҙел Рәсәй”гә − әтәс, “Хаҡ эш”кә − тейен, ”Йәшелдәр альянсы”на – ҡондоҙ, ”Рәсәй ҡатындары” халыҡ партияһы”на – төлкө. Күп кенә сит илдә бындай практика киң файҙаланыла. Хәҙер Рәсәйҙә партиялар артты, эмблема булғанда бюллетендә урын да ҡыҫҡарыр. Әйткәндәй, партиялар тураһында закон­ға үҙгәрештәр ингәндән һуң беҙҙә уларҙың һаны 55-кә етте. 2012 йылдың яҙында етәү ине. Һайлауҙар мәлендә бюллетендә 55 пункт­та йәнлек-ҡоштар тороуын күҙ алдына килтерегеҙ инде.

Ә был ваҡытта…

Вашингтонда Барак Обаманың инаугурацияһы үтте. Бында Обама әфәнде бөтә донъя демократияһына тыныс юл менән булышлыҡ итергә тырышасағын вәғәҙәләгән. “Мәңге һуғышырға кәрәкмәй”, − тигәнерәк һүҙ әйткән, ә Афғанстан менән Ираҡта һуғыш бөтөүен иғлан иткәндә залда ҡул сапҡандар. Шулай уҡ: “Идеяға (демократияға) тоғролоғобоҙ беҙҙе американ итә”, – тигәне лә шәп яңғыраған. Уларҙа йола шундай икән – ил башы Библияға ҡулын һалып, бурысын намыҫ менән үтәргә, АҠШ Конституцияһын көсөнән килгәнсә һаҡларға, яҡларға ант итә лә, аҙаҡтан: ”Аллаһ миңә ярҙам бирһен”, − тип өҫтәп ҡуя.
Бая Афғанстан тигәс, шул иҫкә төштө: Бөйөк Британия принцы – батшабикә Елизавета Икенсенең ейәне, 17 йәшендә генә марихуана һәм алкоголь менән артыҡ “шаяр­ған өсөн” журналистар тарафынан “дыуамал бала” ҡушаматын алған, әле һауа армияһы корпусы капитаны Гарри Уэльский тап ошо илдең “утлы нөктә”ләрендә дүрт айға һуҙыл­ған хеҙмәтен тамамланы. Батша, түрә, башлыҡ балаларының хеҙмәт итеүе, етмәһә, хәрби хәрәкәттәрҙә булыуы хәҙер һирәк күренеш былай.
Тәхеткә ултырыуға өсөнсө булып сиратта тороусы 28 йәшлек Гарри Афғанда вертолеттың икенсе осоусыһы булған. Хатта уның боевиктар төркөмө командирын үлтергәнен дә һөйләйҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә − һуғышта ниҙәр булмай. Үҙе интервью биргәнендә, бер кешенең ғүмерен һаҡлау өсөн икенсе берәүҙе үлтерергә лә тура килә, тигән. Әйткәндәй, был принцтың Афғанстанға тәүгә барыуы түгел. 2007−2008 йылдар араһында ул 77 көн алғы һыҙыҡта булған икән.

Сығыу ваҡыты 25-01-2013, 12:36 | Ҡаранылар: 910
|
  • 14 октябрь – Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнө
  • һайлау-2012
  • Һайлауҙар ғәҙел булһын
  • Ил парламентына Башҡортостандан депутаттар
  • Партия үҙен нисек күрһәтә, һайлаусылар ҙа уларҙы шул тиклем яҡлаясаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM