НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәҡдимдәр күп, ҡалғанын үҙегеҙ самалағыҙ

Тәҡдимдәр күп, ҡалғанын үҙегеҙ самалағыҙ


Бынан ике йыл самаһы элек ул саҡтағы ил башлығы Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә: “Власть органдары завод, гәзит һәм пароходтарҙың хужаһы булырға тейеш түгел, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен”, – тигәйне. Бынан һуң ошоға ярашлы закон да сыға, тип хәбәр йөрөткәйнеләр. Йәнәһе лә, төбәк баҫмаларының 80 процентының хужалары яңырасаҡ. Ҡайһы бер гәзиттәр юҡҡа сығасаҡ, тип тә фаразлағайны бәғзеләр. Прези­дент ярҙамсыһы Аркадий Двор­кович, төбәктәрҙең былай ҙа гәзите етерлек булыуын телгә алып, уларҙы тотоу урындағы бюджет аҡсаһын мәғәнәһеҙ сарыф итеү, тип тә маташты.
Һүҙҙе нимәгә матбуғат хаҡында башланым – был һеҙгә гәзитебеҙгә яҙылыу тураһында сираттағы иҫкә төшөрөү генә. Бәлки, генә лә түгелдер. Һәр хәлдә лә, беҙгә, беҙҙең яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең булышлыҡтан тыш йәшәү мөмкин түгел. Әлбиттә, финанслауҙы ҡыҫҡарталар. Был – яңырыш еленең бер шауҡымы. Эйе, бөгөн тиражыбыҙ кәмей. Әммә милли матбуғат бар икән, ул артабан да булырға тейеш. Өлкәндәр, урта йәштәгеләр иҫләйҙер әле: “Йәшлек”тең анау 90-сы йылдарҙа нисек сыҡҡанын. Булды уның да халыҡтан һумлап-тинләп тигәндәй ярҙам һораған мәле лә. Кеше яҙылыу ғына түгел, ә шул саҡтағы ҡатмарлы йылдарҙа үҙенән арттырып, гәзиттең йәшәүе өсөн аҡса ебәрҙе. Ул дуҫтарыбыҙ бөгөн дә баҫмабыҙҙы алдыралыр, моғайын. Һәр нәмәне ҡыҫҡартҡан осорҙа хөкүмәттең гәзиттәрҙән, ысынлап та, баш тартыуына ла ышанырға мөмкин дә баһа! Шуныһы бар: милли баҫмаларҙы дәүләт хосусилаштырыуға кемгәлер бирһә, белмәйем, был беҙҙең тәгәрмәскә таяҡ тығыу булмаҫмы икән?
Юҡ, бөгөн беҙгә һеҙҙән аҡса кәрәкмәй. Бары тик подписка квитанцияһын тултырыуығыҙ етә. Шуны тәҡдим итәбеҙ.
Эйе, бөгөнгө темабыҙ ҙа тәҡдимдәр хаҡында булыр тигән ниәтем бар ине. Ҡыҙы-ыҡ тәҡдимдәр яңғырай бит ошо көндәрҙә.

Парламентта. Йәнә бер реформа?!

Дәүләт әлегә халыҡҡа пенсияны үҙе түләй, шуға ла бының өсөн айырым структура булыуы кәрәк түгел дә инде, тигән кеүегерәк фекерен әйткән “Ғәҙел Рәсәй” партияһы башлығы Сергей Миронов. Һәм ул Пенсия фондын ябайлаштырырға, ҡабат таратып биреүсе пенсия системаһына күсергә тәҡдим итә. Миронов әфәнде баштан уҡ пенсияны туплау (накопительная пенсия) системаһына ҡаршы булған.
“Ниндәй генә ҡа­лаға килмә, иң ма­тур, яңы бина­лар­ҙың береһе – пенсия фондыныҡы. Бына ҡайҙа китә ул пенсионер­ҙар­ҙың аҡсаһы”, − тип ҡә­нә­ғәтһеҙлеген белдергән сәйәсмән.
2002 йылда Рәсәй пенсияны туплау системаһына күскәйне. Шунан бирле граждандар буласаҡ пенсияһын үҙенә-үҙе йыя: хеҙмәт хаҡынан алты процент тупланып бара. Фаразлауҙарынса, был аҡсаны, беҙ, Алла бирһә, пенсияға сыҡҡас ала башлаясаҡбыҙ. Тап шулай – был әлегә фараз ғына.
Ана шул алты процентты ла икегә тиклем ҡыҫҡартыуҙары бар. Хөкүмәт вәкилдәре ил Президентына шуны тәҡдим итеп, проект ебәргән. Әлегә Кремлдә был тәҡдимде киң йәмәғәтселеккә сығарырға йыйыналар. Аҡсаны нисек тә булһа экономиялау маҡсаты алға ҡуйылған бит.
Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы ла Дәүләт Думаһында йоҡом­һорап ултырмай. Ул һәр яңылыҡҡа ҡуш ҡуллап фекерен еткерә. Әле лә велосипедта һәм мопедта йөрөүсе иҫеректәргә биш мең һумға тиклем штраф сәпәү тураһындағы тәҡдим индереүселәрҙе хуплауын белдергән.
Ә был ваҡытта Санкт-Петербург парламенты депутаттары ултырыштар залы өсөн махсус ҡормалар – жалюзи алырға дәүләткә заказ биреп ята. Мэрия һарайындағы (XIX быуат башында төҙөлгән бина – 1994 йылдан сәйәси резиденция) ҙур залдың ғәләмәт сағыу фонарен әҙ генә ҡараңғылатыу маҡсатында хаҡы дүрт миллион һумлыҡ жалюзи кәрәк. Фонарь яҡтыһынан башҡасараҡ “ҡотолоу” тәҡдимен берәү ҙә әйтмәй, күрәһең.

Тағы ла һаумы, хосусилаштырыу!

Ҡотолоу тигәндән, РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев сит ил инвес­тициялары буйынса консультатив советта ҡатнашыусылар менән ос­раш­­ҡанында Рәсәйҙең ҡабаттан хосусилаштырыуға табан курс алыуын белдерҙе. Был хосусилаштырыуҙың мәғәнәһе бюджетты тулыландырыу түгел, ә һатыласаҡ предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү икән.
“Ҙур, әһәмиәтле предприятиеларҙың акцияларын һатыу беҙҙең планда бар, ҡайһы берҙәре һатылды ла инде. Приватизация тап һөҙөмтәлелекте күтәреү йәһәтенән эшләргә тейеш”, − тине Медведев.
Уның белдереүенсә, 2007 йылда сит ил компанияларының бары тик һигеҙ проценты ғына Рәсәйҙең ситтән инвестициялар йәлеп итер өсөн ниҙер эшләүен атаған. Әле иһә 33 проценттан ашыуы беҙҙең уңыштарҙы таный.
Рәсәй Һаҡлыҡ банкының да 7,58 процент акцияһын һатып ҡыуандыҡ бит әле. Хосусилаштырыуҙың дөйөм суммаһы 159,3 миллиард һум тәшкил иткән. Һатып алыу­сылар бығаса Рәсәй Федерацияһына бөтөнләй инвестиция индермәгән булған.
Бынан ниндәй һығымта яһарға була? Әлбиттә, үҙебеҙҙе сит илдәргә күрһәтергә кәрәк тигәнен.
Үҙебеҙҙе күрһәтеү тигәндән, ошо көндәрҙә ғалимдар Нобель премияһы алып ҡыуанышты. Лауреаттар исемлегендә Рәсәйҙән тағы бер генә лә “башлы”быҙ юҡ.
Ана, бөгөнгө берҙән-бер лауреатыбыҙ, академик Жорес Алферов ни ти: ”Ғалим абруйлы кеше булып китмәйенсә, фән алға бармаясаҡ”. Фән өлкәһендә “нобел­сы”ларыбыҙ булһа, бер тиҫтәләп барҙыр. Революцияға тиклем алғандары икәү, унан 1956 йылдан һуң берәү, икәү, өсәү – бармаҡтар етә былай. Нобель премияһы лауреаттары − СССР осоронда белем алыусылар. Бөтөнөһөнә лә билдәле ки, ул саҡта беҙҙең мәғариф системаһы донъяла иң яҡшыларҙан һаналған. Әле генә уны бөткөһөҙ реформалар ҡаҡшата. Алферов әфәнде билдәләүенсә, үткән быуаттың 50 − 60-сы йылдарында фән менән шөғөлләнеү абруйлы булған, мәктәпте тамамлаусылар ҙа күбеһенсә техник вуздарҙы һайлаған. “Премиялар һәйбәт, тик, иң мөһиме, йәш белгестәр үҙҙәренең тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре иҡтисадта, йәмғиәттә кәрәк икәнен күрһен. Шул саҡта ғалим абруйлы кеше буласаҡ, уның хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланасаҡ”, – тигән академик.
Был, ғалимдар эштәрен күрһәтә белһен, тигән кеүек яңғырай. Күрһәтерҙәр ҙә ул, күрә белеүсе лә кәрәк бит әле. Беҙ әлегә күбеһенсә реформа үткәрәбеҙ, яңыртып ҡорабыҙ, ришүәтселек, эскелек, тәмәкеселек, наркомания буйынса алға киттек тә хәҙер туҡтай алмай бер булабыҙ. Сираттағы тәҡдим дә шуларҙың береһе хаҡында.

Тәмәке, фу!

Ил Премьер-министры үҙенең видеоблогында Рәсәйҙе тәмәке бәйлелегенән тотош ҡотҡарыу тураһында мөрәжәғәт урынлаштырған.
БР Дәүләт Думаһы сираттағы тапҡыр Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре тәҡдим иткән тәмәкегә ҡаршы закон проектын ҡарай. “Тәмәке ҡулланыу эҙемтәһенән халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында”ғы документтың һуңғы редакцияһында түбәндәгеләр бәйән ителә: ”… йәмәғәт урындарында, шул иҫәптән уҡыу, медицина, спорт учреждениеларында, торлаҡ йорттоң дөйөм майҙандарында, транспортта, ресторандарҙа, ҡунаҡханала, вокзалдарға, аэропорт, метрополитен станцияларына инеү урынынан ун метр радиуста тәмәке тартыу, киоскыларҙа һатыу, тәмәке продукцияһын рекламалау тыйыла… ”
Рәсәй тәмәкеселәр һаны буйынса донъя­ла беренсе урында. Йыл һайын беҙҙә никотин килтергән сирҙән 400 меңгә яҡын кеше үлә.
Шуныһы аңлашылмай: Рәсәй тәмәкеселәренең өстән бер өлөшө тартыуға ҡаршы көрәште хуплай, тик һаман һандары кәмемәй генә. Замандаштарыбыҙҙың күбеһенә хас булғанса, яҡшы ат кеүек баш һелкәләр ҙә, бер-ике секундтан йәнә борҡоторға, төтөн йоторға тотоналар.
Закон ҡабул ителгән хәлдә лә, уның эшләүе шарт бит әле. Бөтөн тәмәкеселәр­ҙе тыйырға тиҫтәләрсә йыл кәрәгер әле. Тәүҙә тартҡан уҡытыусыларҙан, табиптар­ҙан, етәкселәрҙән арынырға кәрәк.

«Утты һүндер! Норма…»

Арыныу тигәндән, тағы бер ҡыҙыҡлы тәҡдим тураһында ла яҙмай булмай. Быны уҡығас та иң беренсе башыма, беҙ кирегә табан юл алабыҙмы икән, тигән уй килде.
Тиҙҙән Рәсәйҙә электр энергияһын тотоноуҙың “социаль нормаһы” тигән һүҙбәйләнеш индерелеүе ихтимал. Айына электр утын сәғәтенә 75 кВт күләмендә тотонһаң, шул еткән. Артығы өсөн айырым хаҡ буласаҡ, имеш. Был инде заманса көнкүреш техникаһын ҡулланыуҙы сикләйәсәк. Исемлеккә иң тәүҙә кер йыуыу машиналары, кондиционерҙар, йылытҡыстар инә. Уларға бик өйрәнгәнһең икән, рәхим итеп, өҫтәмә юғары тариф буйынса түлә.
Шуныһы бар: Тарифтар буйына федераль хеҙмәт (ФСТ) башлығы Сергей Новиков белдереүенсә, әлегә “социаль норма” раҫланмаған-раҫланыулыҡҡа, шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәр өсөн айына тап баяғы сәғәтенә 75 – 100 кВт тураһында һүҙ бара. Был яңылыҡ ғәмәлгә инһә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йә энергетика проблемалары хәл ителәсәк, тип уйлаймы икән берәүҙәр?
“Социаль норма” пенсионерҙар, инвалидтар, әҙ тәьмин ителгән ҡатлам өсөн, кем әйтмешләй, “сам-май ғына”. Ә заманса йәшәргә теләүселәр, йәғни “текә” техника ҡулланыусыларға “уңайлыҡтар өсөн түләргә кәрәк” тиҙәр. Түләй алмайһың икән, ҡулланма. Яп-ябай эш.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 19-10-2012, 12:06 | Ҡаранылар: 929
|
  • Пенсияның тупланма өлөшөнән түләү алыу тәртибе
  • Ә-әпәт үҙгәрештәр көтә беҙҙе
  • Рәсәй өсөн мөһим йыл –
  • Түрә, хан һарайың нисек бар булды, һөйлә!
  • Ике индексация бергә ҡушылды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM