НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, Әммә саммит мөһимерәк

Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, Әммә саммит мөһимерәк


Ауыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренә, Әммә саммит мөһимерәк
Өфөлә 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) , шулай уҡ БРИКС илдәренең саммиттарын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул иттеләр. Күптәр өсөн аңлайышһыҙ абруйлы һәм яуаплы сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн әҙерлек бөгөндән башланды. Указ менән Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреүгә әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты ла булдырылды. Уға Башҡортостан Президенты етәкселек итә.

Кем өсөн кәрәк?

Саммиттың беҙҙә үтеүен Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәргә, оло эпохаль хәл-ваҡиға буласаҡ, тип ышандырмаҡсылар. Йәнәһе, уға әҙерләнеү Башҡортостан иҡтисадының үҫешенә яҡшы этәргес көс булып торасаҡ. Ә Өфө, саммит уҙғас, Евразия ҡитғаһында мөһим сәйәси-иҡтисади урынға эйә буласаҡ.
Кем белә, ШОС һәм БРИКС быға тиклем ниндәй ҡалаларҙа уҙған? Һеҙ ҙә хәтерегеҙгә төшөрә алмайһығыҙмы? Ундай ойошмалар­ҙы бөтөнләй белмәйһегеҙме ни? Бергәләп белешмә туплайыҡ: Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Шанхай ҡалаһында 2001 йылда төҙөлгән. Ул Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан илдәрен берләштерә. Юғары органы – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының дәүләт-ағзалары башлыҡтары советы. ШОС-та сығыш яһаған илдәрҙең иң ҡеүәтлеһе, Рәсәйҙән тыш, тик Ҡытай ғына. Был илгә Рәсәйҙә нимә кәрәк һәм нисек итеп ул беҙҙең алыпһатар­ҙарға ярҙам итәсәк һуң? Былай ҙа бөгөн Ҡытай өсөн Рәсәй – сифатлы булмаған киң ҡулланыу әйберҙәрен һатыу өсөн оло баҙар һәм иммиграция өсөн уңайлы ил.
БРИКС-ҡа килгәндә, ул – биш тиҙ үҫешеүсе дәүләттән (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республика­һынан) торған төркөм. Ойошма 2006 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән булдырылды. БРИКС төркөмөнөң тезисы буйынса, 2050 йылда Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы донъяла өҫтөнлөк итеүсе илдәр буласаҡ. Был илдәр үҙҙәренең сәйәси һәм иҡтисади хәлен үҫтереү һәм киләсәктә бының менән АҠШ-тың бөгөнгө өҫтөнлөк иткән хәлен үҙгәртеү өсөн тәүге аҙымдарын яһай. Был союз ниндәй ресурстары иҫәбенә донъяла иҡтисади элита булдырмаҡсы: Рәсәй – иң эре минераль ресурстарҙы экспортлаусы, Бразилияла ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән, Һиндостанда осһоҙ интеллект, Ҡытайҙа осһоҙ хеҙмәт, Көньяҡ Африкала тәбиғәт ресурстары күп.
БРИКС саммиттарында ил башлыҡтары, финанс министрҙары ҡатнашлығында дәүләт-ара килешеүҙәр төҙөлә, финанс көрсөгөнә ҡаршы алымдар һайлана, Бөтә донъя банкыһы һәм Халыҡ-ара валюта фондына тәьҫир итеү өсөн юғары хоҡуҡтарға эйә булыуға яңы финанс тәртиптәре уйлап табыла һ.б.

Ҡунаҡсыллыҡ ҡунаҡхана «бум»ын тыуҙыра

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы форумында алты мең кеше ҡатнашыуы көтөлә. Өфө әлеге ҡунаҡханалар комплексы менән уларҙың барыһын да урынлаштыра алмай. Республикалағы ҡунаҡханалар һаны дөйөм Рәсәй кимәленән кәмерәк, Волга буйы федераль округында – һигеҙенсе урында.
Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡхана бизнесының табышы буйынса республика Волга буйы федераль округында – беренсе, ил буйынса етенсе урынды биләй. Парадокс, эйеме?
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, ҡунаҡханалар мәсьәләһен хәл итеү талап ителә. 2015 йылға ҡала хакимиәте тағы 10 ҡунаҡхана төҙөтөргә планлаштыра. Бөгөн Өфөнөң 48 ҡунаҡханаһында ни бары 2 мең урын бар икән. Баш ҡала оло сараларға ҡарата 6,5 мең урын әҙерләргә бурыслы. Ә яңы өс, дүрт һәм биш йондоҙло отелдәрҙең ни бары 1700 урын тәҡдим итәсәген иҫәпкә алһаҡ, саммитта хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға урындар барыбер етмәйәсәк булып сыға түгелме? Әй, әттәгенәһе, хәҙер уларҙы урамда ҡалдырабыҙмы? Был оло етешһеҙлекте юҡҡа сығарыу өсөн төрөктәр Өфөлә 35 ҡатлы ҡунаҡхана төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.
Ошо көндәрҙә саммитҡа килеүселәрҙе урынлаштырыу өсөн ҡалала төҙөләсәк ҡунаҡханалар проекттары менән таныштырҙылар.
Объекттарҙы тәү сиратта «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы, Конгресс-холл биләмәләрендә төҙөү планлаштырыла. Башҡа проекттар араһында – «Аҡбуҙат» ипподромы янындағы, Маяковский скверы ҡаршыһындағы, Революция, Гоголь урамдарындағы, Цюрупа һәм Вәлиди урамдары киҫешкән урындағы ҡунаҡханалар, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһына өҫтәп төҙөләсәк 139 бүлмәле бина.
Төрөктәрҙең 35 ҡатлы ҡунаҡханаһына әйләнеп ҡайтҡанда, улар ҡунаҡ йортон ҡалаға көньяҡтан ингән урында, Дуҫлыҡ монументы тирәһендәрәк төҙөмәксе. Ундағы хеҙмәт күрһәтеү кимәле лә билдәле – 4 йондоҙ плюс менән. Былай ҙа Дуҫлыҡ монументы янында һәр ваҡыт машиналар тығыны, оло төҙөлөш башланһа, был тирәлә ни буласағын күҙ алдына килтереп булмай.
Объекттарҙы тик шәхси инвесторҙар төҙөйәсәк. Ә ҡала хакимиәте отелдәр тирәләй биләмәне төҙөкләндереү, транспорт инфраструктураһын булдырыу өсөн яуаплы. Етәкселәр әйтеүенсә, саммиттан һуң отелдәр буш тормаясаҡ, ә киреһенсә, ҡунаҡхана урындары дефициты һаҡланасаҡ. Ай-һай, Өфө ҡалаһы көн дә был тиклем ҡунаҡ­ты нимәһе менән йәлеп итә алыр икән?
Киләсәктә яңы биш йондоҙло номерҙар үҙ-үҙен аҡлармы? Ә бит килемгә ҡарағанда биналарҙың электр энергияһы өсөн сығымы күберәк булыу хәүефе бар.

Үҙебеҙ ҙә булдырабыҙ уны!

ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыу­ҙың тағы бер әтнәкәһе бар – был сараларҙы ойоштороуға федераль ҡаҙнанан бер тин дә көтөлмәй икән. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдереүенсә, ШОС саммитына әҙерлек өсөн инвестиция сығымдарын иҫәпләп тә сығарғандар – барлығы 60 миллиард һумға барып баҫа. Уның дүрттән бер өлөшөн шәхси инвесторҙар, ҡалғанын республика һәм муниципаль бюджет ҡаплаясаҡ, был эшкә банк кредиттарын да егергә уйлайҙар.
Бөгөн Европаның реконструкция һәм үҫеш банкыһы, Һаҡлыҡ банкы, ВТБ һәм башҡа банкыларҙың кредит ресурстарын йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Кредит аҡсаһына «Өфө» халыҡ-ара аэропортын реконструкциялау, Өфө − Ырымбур трассаһын капиталь ремонтлау, Архиерий слободаһын күсереп ултыртыу, Ағиҙел йылғаһының көньяҡ яр буйын төҙөкләндереү, ҡаланың Пугачев, Армавир урамдары тирәһенән резерв инеү ерен реконструкциялауҙы үтәргә иҫәп тота Өфө ҡалаһы хакимиәте. Тағы ла Өфө − аэропорт трассаһын Европа кимәлендәге мәғлүмәт инфраструктураһы менән тәьмин итеү, 4 ер өҫтөнән үтеү юлы, транспорт юлын еңелләштереү һәм тораҡ пункттар янында тауыштан һаҡлаусы экрандар ҡуйыуҙы бурыс итеп ҡуйған.
Саммитты уҙғарыуҙы фи­нанслау сығымдарын Респуб­лика адреслы инвестиция программаһы (РАИП) һәм Юл фондынан аласаҡтар.
Ҡыҫҡаһы, ШОС саммитына ойоштороу эштәрен башҡарыу өсөн иң тәүҙә адреслы программалар ҡырҡыласаҡ – социаль ипотека, халыҡты емерек хәлдәге торлаҡтарҙан күсереү, төҙөлөш майҙансыҡтарында инженерлыҡ эштәрен тоташтырыу һәм башҡалар. Сөнки РАИП иҫәбенең яртыһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә тәғәйенләнгән.
Иғтибар итһәгеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, Рәсәйҙә − инновация, ә Башҡортостанда инвестиция тигән һүҙҙәр көндән-көн популярлаша бара. Тап шул инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн имиджыбыҙ өҫтөндә тырышыпмы-тырышабыҙ. Хатта аҡтыҡ тинебеҙ ҙә йәл түгел.
Шула-ай, беҙҙә элек-электән сит ил халҡы алдында күҙ буяу йолаһы йәшәп килә. Әгәр ҙә Өфөлә аэропорттан алып матур йорттарға ҡарап, Европаса трасса буйлап елдерһәләр, инвесторҙар шунда уҡ хайран ҡалып, ахмалай­ға төшөп, төбәктә инвестициялау эштәрен башлаясаҡ, йәнәһе. Һәм беҙҙең төбәк бөтөнләй башҡа иҡтисади кимәлгә күтәрелеп, бынамын тигән итеп йәшәп китәсәк.

Сығыу ваҡыты 19-10-2012, 12:00 | Ҡаранылар: 1066
|
  • Өфө яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк
  • Инвесторҙар менән берлектә әҙерләнәбеҙ
  • Саммит торлаҡ проблемаһын да хәл итә
  • Саммитҡа әҙерлек киң ҡолас ала
  • Саммитты ҡаршылауға әҙерләнәбеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM