RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кеҫәлә аҡса түгел, ә пистолет

27.07.2012 Кеҫәлә аҡса түгел, ә пистолет

Рәсәй Президенты Владимир Путин сит илдән финанс ярҙамы алған коммерция булмаған ойошмаларҙы «сит ил агенты»на тиңләүсе законға ҡул ҡуйҙы. Үткән аҙнала ул парламентта раҫланды.
Власть ситтән килгән кешене, уй-ниәтте һәм, әлбиттә, тауар менән аҡсаны күҙәтеүҙә тоторға теләй. Дәүләттең быға көсө етергә тейеш. Әлеге закон да тап ошо ынтылышты дәлилләйҙер ул.
«Сит ил агенты» тигән төшөнсә генә беҙҙе бер аҙ тертләтеберәк ҡуя. Шундуҡ совет заманы, көнбайыш менән «һалҡын һуғыш», хатта танылған фильмдағы Штирлиц хәтергә килеп төшә. Бөгөн илдә шундайыраҡ бер проблема ла бар – заманса Рәсәйҙең барлыҡ бәләләренең тамыры сит илдәрҙә. Күп кенә халыҡ тап ошондай фекерҙә. Улар ситтәргә, Кавказ, Урта Азия кешеләренә ксенофобия күҙе менән ҡарай.
Шундай һорау тыуа – әлеге төркөмгә ҡараған ойошмаларҙы «сит ил агенты» тип нарыҡлау идеяһы ҡайҙан килә икән? Һуң, яуаптың бер генә булыуы мөмкин – әлбиттә, сит илдән. Дөрөҫөрәге АҡШ-тан. Был хаҡта РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров үҙе белдергән.
Депутаттар беренсе уҡыуҙа уҡ бер тауыштан тиерлек законды хуплаған, кәрәкле 226 тауыш урынына 323 депутат ҡул күтәргән, бары дүртәүһе генә ҡаршы булған, берәү икеләнеп ҡалған.
Әйткәндәй, беҙҙә коммерция булмаған ойошмаларҙың йөҙләбе сәйәсәт менән шөғөлләнә. Уларға шул агент һүҙе ярап ҡала ла инде. Закон проекты авторҙары фекеренсә, Юстиция министрлығы йыл һайын әлеге ойошмалар эше тураһында Дәүләт Думаһына тулы отчет биреп барыр­ға тейеш.
Закон тигәндән, тиҙҙән беҙгә ҡыҫҡа көбәкле ҡорал йөрөтөүҙе рөхсәт иткән закон да сығасаҡ икән.

Миңә теймә, атам!

Киләһе йыл башында Думаға уҡырға Федерация Советының вице-спикеры Александр Торшиндың башланғысы менән Рәсәй кешеһенә ҡыҫҡа көбәкле ҡорал тотор­ға һәм һаҡланыу маҡсатында ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк закон проекты ебәреләсәк. Документтың концепцияһына ярашлы, һаҡланып атҡан өсөн ултыртмаясаҡтар.
Әле йәмәғәтселек был башланғысты, йәғни «ҡорал тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе хуплаһын өсөн тырышалар. Был норматив акт буйынса граждандарға һунар мылтығы, атҡанда энергияһы 91 джоулдән артмаған травматик пистолет, газ пистолеттары, электрошокерҙар, энергияһы 25 джоулдән дә артыҡ булмаған пневматик ҡорал, һунар, милли йә казак кейеме менән йөрөтөргә тәғәйенләнгән хәнйәр-бысаҡ һаҡлау рөхсәт ителә. Бында хәрби пистолеттар тураһында һүҙ юҡ.
ҡоралды легалләштереү енәйәттәрҙе кәметергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерә ошо эш яҡлылар. Йәнәһе, бандиттар кешегә һөжүм итергә ашҡынып бармаясаҡ, сөнки «ҡорбан»дың кеҫәһендә йә өйөндәге теләһә ҡайһы мөйөштә пистолеты булыуы ла мөмкин бит. ҡануниәттә шул да теркәлергә тейеш – әгәр һеҙҙең биләмәгә бур төшә һәм һеҙ уға атаһығыҙ икән, үҙегеҙ автоматик рәүештә ҡорбанға әйләнәһегеҙ. Был күренеште законда нисек итеп яҙыр­ҙар, әлегә билдәһеҙ.
«Самооборона» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Алексей Рогозин әйтеүенсә, ҡыҫҡа көбәкле ҡорал йөрөтөүгә рөхсәтте тәүҙә айырым категорияға ингән граждандарға бирә башларға кәрәк. Мәҫәлән, атыу буйынса спорт мастерҙарына, күп стажлы һунарсыларға йә махсус подразделение хеҙмәткәрҙәренә.
Эксперттар ҡыҫҡа көбәкле ҡоралды рөхсәт итеүҙең ыңғай яҡтарын һанай. Донъя тәжрибәһе, ысынлап та, енәйәттәрҙең кәмеүен күрһәтә, имеш. Белгестәр хатта яңылыҡтың иҡтисадҡа ла тик яҡшы яҡтан йоғонтоһон күҙаллай – ҡорал әйләнешен «хутҡа» ебәреү быйыл уҡ 1,5 миллион кешене йәлеп итәсәк тә, йыл һайын был күрһәткес 10 процентҡа артасаҡ. Киләһе ун йылда инде иҡтисадтың был яңы секторы күләме 746 миллиард һум тәшкил итәсәк. Етмәһә, атыу-атышыу клубтары һаны үҫеп, спорттың ошо төрөндә уңыштар ҡаҙанасаҡбыҙ икән. Үәт, ҡайҙа ул табыш!
Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер пессимистар ҡоралды рөхсәт итеүҙең кире яҡтарын күреп маташасы. Йәнәһе лә, ас һәм яуыз кешегә ҡорал бирһәң, барыһын да ҡырып сығасаҡ (Рәсәйҙә астар күпме лә, яуыздар күпме?), һәр мәжлес атыш менән тамамланасаҡ, беҙ «цивилизованный» Европа кешеһенә оҡшамағанбыҙ – берәүгә саҡ ҡына үс тоттоҡмо, барҙыҡ та аттыҡ, фәлән дә фәсмәтән. Бер һүҙ менән әйткәндә, Рәсәй менән ҡоралды легалләштереү бер нисек тә йәнәшә тора алмай. Әле был кемдеңдер хыялы ғына, ә рөхсәт алғас, күҙ күрер, кемгә ҡорал тоҫҡарға белербеҙ, моғайын. Сит ил өлгөһөнә эйәреү нимәгә килтеререн бөгөн генә әйтеүе ҡыйын. Ә бәлки…

Бер аҙ статистика

Ә бәлки, тап ана шул сит илдәрҙәге факт­тар тураһында ла онотмаҫҡалыр. Әле бер нисә көн элек кенә АҡШ-тың Колорадо штатында 24 йәшлек әҙәм аҡтығы кинотеатр­ҙа граната ташлап, 12 кешене атып үлтереп, тағы ла 59-ын яралағайны. Был тәүге осраҡ түгел.
Һандарға туҡталғанда, быйыл ғына Мексиканың бер ҡалаһында барға ҡораллы төркөм инеп, 13 кешене атып үлтергән, АҡШ-та берәү университет аудиторияһында атыш ойоштороп, етәүҙең ғүмерен өҙгән, Колумбияла наркотиктан иҫергән енәйәтсе урамда пистолеттан йәйәүлеләргә атып ҡасҡан, Гватемалала дискотекала атышыу һөҙөмтәһендә әллә нисәмә кеше һәләк булған.
Былтырлы-быйыллы бындай хәлдәрҙе һанай китһәң, бер ҡулдың ғына бармаҡтары етмәҫ. Ябай граждандарҙың атышыуы матурлыҡ салондарында, йорттарҙа, юлда, кафе-ресторандарҙа, дарыуханала, мәктәптәрҙә, предприятиеларҙа теркәлгән. Бер ерҙә лә тыныс ҡына йөрөрмөн тимә!
«Хәрби күҙәтеү» сайтында ойошторолған һорашыуҙар шуны күрһәткән: унда ҡатнаш­ҡан кешеләрҙең 75 проценты ҡоралды рөхсәт итеү яҡлы, 23,7 проценты «юҡ» тип яуаплаған, ҡалғандар яурын һелкеткән.

Ә был ваҡытта…

Уҙған аҙнала Болгарияла автобусты шартлатыусы террорсының шәхесен асыҡлау бара. Бургас тигән курорт ҡалаһында Израиль туристары ултырған транспортты шартлатып, үҙен-үҙе үлтергән енәйәтсенең русса таҙа һөйләшеүе асыҡланған. Әммә уның рус булыу-булмауы аныҡ билдәле түгел. Тәүҙә киң мәғлүмәт саралары әлеге кешенең Швециянан килгәнлеге хаҡында хәбәр таратҡайны. Израиль иһә терактты ойоштороуҙа Ливандың «Хизбулла» экстремистик төркөмөн ғәйепләне, тегеләр, үҙ сиратында, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алманы. Әле килеп, бығаса билдәле булмаған «Каидат әл-Джихад» төркөмө, шартлауҙа беҙ яуаплы, тип белдергән, имеш. Автобуста алты кеше һәләк булған, 35-е йәрәхәтләнгән.
Ә Ираҡтағы бер-бер артлы теракттарҙа 110 кешенең ғүмере өҙөлгән, өс йөҙгә яҡыны төрлө яралар алған. 23 июлдә Бағдадта, Киркукта, тағы ла бер нисә ҡалала автомобилдәр шартлатылғайны.
… Бер көн дә тыныс түгел.

Әйткәндәй

Сүриәлә һаҡланыу маҡсатында химик ҡорал ҡулланыу күҙаллана. Әлегә тиклем властар илдең ундай ҡоралы барлығын бигүк белдереп бармай ине. Хәҙер сит ил эштәре министры Джихад Максиди әйтеүенсә, барлыҡ был ҡорал келәттәре хөкүмәт ғәскәренең ентекле күҙәтеүе аҫтында тотола, имен халыҡҡа ҡаршы уны бер ҡасан да ҡулланмаясаҡтар.
Көнбайыш иһә үлемесле ҡоралдың «Әл-ҡаиҙә» менән бәйләнештә тороу­сы боевиктарға барып эләгеүенән ҡурҡа.
Шунан легалләштереп ҡара бәләкәй генә пистолеттарҙы!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы