НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Әһәмиәтле сараға үҙ өлөшөңдө индер

Әһәмиәтле сараға үҙ өлөшөңдө индер


Халыҡ иҫәбен алыу, илдә йәшәүселәрҙең белем кимәлен асыҡлау, үлем-тыуымды билдәләү, йәшәү сығанаҡтарын барлау сараһына айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды. «Йәшлек»те уҡыусылар араһында был мөһим акциянан ситтә тороп ҡалыусылар булмаҫ, моғайын. Шулай бит, дуҫтар?
Рәсәйҙә инде кеше һанын иҫәпләү сараларын үткәреүҙең бай тәжрибәһе тупланған. Халыҡтың да был эшкә «арты менән боролоуы» хаҡында әллә ни ишетелгәне юҡ. Статистиктар хәүефләнеүенсә, олигархтар, йәки уларға яҡыныраҡ тороусы байҙар ғына йорттарын ете йоҙаҡ менән бикләп ҡасмаһа инде. Улар һәм переписчиктар менән өйҙәрендә күрешергә теләмәгәндәр өсөн махсус стационар участкалар эшләйәсәге хаҡында бер нисә тапҡыр хәбәр иттек. Рәсәйҙәрҙең был сарала ҡатнашмаҫҡа сәбәбе лә юҡ кеүек. Ил киләсәген билдәләүҙә һәр кемдең өлөшө булырға тейеш. Иҫәп алыу акцияһының девизы «Рәсәй өсөн һәр кем мөһим» тип аталыуы ла юҡҡа ғына түгелдер. Беҙҙең меңдәр, миллиондар араһында кем, күпме булыуыбыҙҙы, нисек йәшәүебеҙҙе асыҡлай торған берҙән-бер сара – ул перепись. Әйткәндәй, үҙенең тамырҙарын асыҡлау маҡсатында шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныусылар һанының артыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Аңлағанға – ишара. Кеше кем икәнен оноторға, шул уҡ ваҡытта киләсәгенә ҡул һелтәп ҡарарға тейеш түгел.

Халыҡ иҫәбен алыу һинең өсөн мөһимме?

Салауат, Өфө ҡалаһы, 17 йәш:
– 2002 йылғы перепись үткәндә бәләкәй булғанмын. Шуға быныһы минең ғүмеремдә тәүге кеүек. Мотлаҡ ҡатнашасаҡмын.
Өлкәндәр әйтеүенсә, Рәсәйҙең киләсәген планлаштырыуға бик кәрәкле сара. Илемдең үҫешеүен, халҡының етеш көн итеүен теләйем. Дуҫтарым да саранан ситтә ҡалырға уйламай. Ил күләмендә уҙғарыла икән, тимәк, әһәмиәте ҙур. Гәзиттәрҙән уҡып белеүемсә, һорауҙар ҡатмарлы түгел.

Айһылыу, Ишембай районы, 36 йәш:
– Һәр эштең маҡсаты була. Халыҡты һанау ҙа тиккә генә үткәрелмәй. Моғайын, уны ойоштороуға бихисап аҡса тотонола торғандыр. Шуға ла унан ситләшеп ҡалыу дөрөҫ түгел – һәр кем ҡатнашырға тейеш.
Үҙем – уҡытыусы. Үткән уҡыу йылында уҡ балаларға, улар аша ата-әсәләренә сараның мөһимлеген аңлатҡайным инде. Сер түгел: бөгөн милләт мәсьәләһендә икеләнеүселәр күп. Йә телдәре буталған, йә ассимиляцияға бирелгәндәр, тигәндәй. Шундайҙарға, шәжәрәгеҙҙе өйрәнегеҙ, тип әйткем килә. Яңылышлыҡтар, битарафлыҡ булмаһын ине.

Арсен, Дәүләкән ҡалаһы, 30 йәш:
– Мин – үҙ халҡымдың патриоты. Иҫәп алыуҙа принципиаль рәүештә ҡатнашасаҡмын. Күптән көтәм. Таныш-тоношто, дуҫтарҙы өндәйем. Беҙ был саранан ситтә ҡалһаҡ, ниндәйҙер бер мөһим нәмәнән мәхрүм булырбыҙ төҫлө. Переписчик булып та эшләр инем, тик төп эшем мөмкинлек бирмәй. Бик мөһим сара, тик ҡайһы берәүҙәр уны бысраҡ сәйәсәте өсөн ҡулланмаһын ине.

һорау-яуап
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға күпме аҡса тотонола? Переписчиктарға күпме эш хаҡы түләнәсәк?
– Акция, 2007–2013 йылдарға иҫәпләгәндә, 16,5 миллиард һумға төшәсәк, тип күҙалланған. Шул сумманың 10 миллиард һумы ваҡытлыса эшкә алынғандарға түләүгә китә, 2,1 миллиард һум федераль бюджеттан төбәктәргә сараға әҙерлек һәм уны үткәреү өсөн бүленә (быға иҫәп участкалары, документация һаҡлау өсөн биналар тотоу, кәрәкле транспорт бүлеү кеүектәр инә). Ҡалған аҡса иһә иҫәп бланкылары, переписчиктарға портфелдәр, ручка, ҡәләм, фонарь һ.б. алыуға, шулай уҡ реклама роликтарына тотоноласаҡ. Бер иҫәп алыусы уртаса 5,5 – 6 мең һум эш хаҡы аласаҡ.

– Иҫәп алыуҙа ҡатнашмаған өсөн штраф кеүек нәмә юҡмы? Сит илдәрҙә, мәҫәлән, бар, тиҙәр.
– АҠШ, Чехияла, ысынлап та, штрафтар ҡаралған. Төркиәлә перепись көнөндә (билдәле бер көндә) кеше өйҙән сыҡмай, иҫәп алыусыны көтөргә тейеш. Боливияла ла шул уҡ хәл. Бында хатта ил сиге ябылып тора, поездар һәм ҡала транспорты туҡтатыла. Аргентина менән Чилиҙа ошо сара ваҡытында барлыҡ күңел асыу урындарын, магазин-ресторандар, хеҙмәтләндереү биналарын бикләү тураһында законда яҙылған.
Беҙҙең ил тарихында 1939 йылда ғына иҫәп алыуҙан «ҡасҡан» өсөн яза индерелә. Теркәү үтмәгән, йорт-ерһеҙ, подвалдарҙа ҡасып ятҡан кешеләрҙе эҙләү тураһында указ да ҡабул ителә. Һуңынан ул ғәмәлдән сыға. Әле бер ниндәй ҙә штраф юҡ.


Перепись һорауҙары видеоселектор кәңәшмәһендә ҡараласаҡ

Быйылғы иҫәп алыу акцияһына әҙерлек һәм үткәреү буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның сираттағы ултырышы уҙғарылды. Уны комиссия рәйесе, вице-премьер, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы. «Башҡортостанстат» етәксеһе Әкрәм Ғәниев сарала ҡатнашыусыларҙы акцияға әҙерлек барышы, ойоштороуға һәм кадрҙарға ҡағылышлы эштәр менән таныштырҙы.
Халыҡҡа мәғлүмәт еткереү тураһында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Ольга Ижбулдина һөйләне. Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, тиҙҙән ошо әһәмиәтле сараға арналған республика видеоселектор кәңәшмәһе үтәсәк.


Әйткәндәй

Яңы уҡыу йылы башланды. Шул айҡанлы «Башҡортостанстат» республика мәғариф системаһы хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәт бирә.
* Башҡортостанда 1787 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы бар. 56 филиал, мәктәп яны төркөмдәре – 154. Һуңғы йылда балалар баҡсаларына йөрөүселәр һаны 6,7 меңгә артҡан.
* Дәүләт дөйөм белем биреү учреждениелары һаны – 1992, дәүләттеке булмаған көндөҙгө – 5, киске – 26. Инновация режимында 79 гимназия, 51 лицей, 2 кадет учреждениеһы, тәғәйен бер фәнде тәрәнерәк өйрәнеүсе 17 дөйөм белем биреү йорто эшләй.
* 74 дәүләт урта махсус белем биреү йорто бар. Дәүләт ҡарамағында булмаған тағы ла 16 һөнәри уҡыу учреждениеһы эшләй.
* Юғары белемде 12 үҙ аллы дәүләт вузында, Мәскәү, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларының 17 филиалында, дүрт дәүләттеке булмаған вузда, шундай уҡ һигеҙ филиалда алырға мөмкин. Уларҙа барлығы 63 йүнәлеш һәм 233 специальность буйынса һөнәр үҙләштерергә була.

Сығыу ваҡыты 4-09-2010, 12:51 | Ҡаранылар: 1262
|
  • Һәйбәт үтте, һөҙөмтәләрен көтәбеҙ
  • Башланды! Ситтә ҡалмағыҙ!
  • Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер
  • Милләтең кем?
  • Ил киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөңдө индер
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM