НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Түҙемлектең сиге ҡалмағас...

Түҙемлектең сиге ҡалмағас...


Мысырҙа хаос. Бына бер аҙна инде, ил Президенты, 82 йәшлек Хөсни Мөбәрәктең отставкаға китеүен талап итеп, халыҡ Каир урамдарына ҡаршылыҡ акцияларына сыға, тәртипһеҙлектәр ойоштора.
Асыулы демонстранттар бының менән генә сикләнмәй, административ зданиеларға ла һөжүм итә. Иң аяныслыһы – ҡалала мародер­ҙар ҡулынан тарихи һәйкәлдәр зыян күрә, улар музейҙарға үтеп инеп, ҡиммәтле ҡомартҡыларҙы урлай. Полиция мөһим объекттарҙы һаҡлаһа ла, хәлде контролдә тотоу мөмкин түгел. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тәртип һаҡсылары менән бәрелештәрҙә 150 кеше һәләк булған, 4 мең кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Властар «комендант сәғәте» индереүгә ҡарамаҫтан, меңләгән демонстрант төндә лә майҙандарға сыға. Армия әлегә нейтралитет һаҡлаһа ла, Каир урамдарына танкылар, бронетехника индерелгән, ҡала өҫтөндә истребителдәр, вертолеттар тәртип һаҡлай. Илдә интернет һәм телефон бәйләнеше эшләмәй. Тәртипһеҙлектәр туризм индустрияһы үҫешкән илгә иҡтисади яҡтан ҙур зыян килтерә. Туристар Ҡыҙыл дингеҙ буйындағы курорттарҙы ташлап китә, Мысыр курорттарына путевкалар һатылмай. Рәсәй туризм идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, был илдә әлеге көндә 40 мең Рәсәй кешеһе ял итә. Уларҙың күптәре, ялдарын өҙөп, ҡайтыу яғын ҡарай. Ял урындарында тыныс булһа ла, аэропорт юлы сит ил туристары өсөн хәүефле.
Мысырҙағы сыуалыштар донъя баҙарына һиҙелерлек кире йоғонто яһаны. Мәҫәлән, Дубай фонды биржаһы индексы 4,3 процентҡа түбән төшкән, нефткә, алтынға хаҡ артҡан. Инвесторҙарҙы төп транспорт артерияһы – Суэц каналында нефть ташыу менән бәйле тотҡарлыҡтар борсоуға һала.
Асыуынан сыҡҡан халыҡты тынысландырып булмаясағын аңлаған Мысыр Президенты ҡаршылыҡ акцияларына сығыусы халыҡтың талабы менән килешеүен һәм улар­ҙың законлы талаптар ҡуйыуын таныны – элекке Министрҙар Кабинетын отставкаға ебәреп, яңыһына оппозиция менән бергә уртаҡ тел табырға ҡушты. Дәүләт башлығы сәйәси һәм иҡтисади реформаларға старт биреп, яңы хөкүмәткә инфляцияны ауыҙлыҡ­лау­ҙы, халыҡҡа яңы эш урындары булдырыуҙы йөкмәтте. Астың асыуы яман, тигәндәй, түҙемлегенең сиге ҡалмаған, ил етәксеһенә ышанысын юғалтҡан халыҡ тиҙ генә тыныслана алырмы икән?

Беҙҙең студенттар ярҙам һорай

Ҡаһирә ҡалаһындағы «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетының бер төркөм студенты ҡалалағы ҡаршылыҡ акциялары арҡаһында ятаҡ бүлмәләрендә бикле ултыра. Улар араһында Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йүнәлтмәһе буйынса уҡырға ебәрелгән 50 студент та бар. Студенттарҙың әйтеүенсә, аҙыҡ-түлек запасы бер көнлөк кенә. Улар, самолет ебәреп, тиҙерәк республикаға ҡайтарыуҙарын һорай.
БР мосолмандары диниә назараты рәйесенең мәғариф һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов әйтеүенсә, яҡташтар менән бәйләнеш бер яҡлы ғына. «Мысырҙағылар тик үҙҙәре генә телефондан шылтырата ала. Беҙ үҙебеҙҙең егеттәрҙең хәле тураһында РФ Сит ил министрлығының Өфөләге вәкиллегенә һәм БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советҡа ла еткерҙек. Мин уларға егеттәрҙең телефондарын бирҙем, йәшәү шарттары менән таныштырҙым», – ти ул.
Мысырҙағы солғаныштарға бәйле уҡыуҙар туҡтатылған. Дини уҡыу йортоноң ятағында Рәсәйҙән 120 кеше йәшәй.

Сығыу ваҡыты 1-02-2011, 11:08 | Ҡаранылар: 2004
|
  • Мосолмандар ойошмаһын теркәү мөһим
  • Мысыр рәсәйҙәргә арт менән боролмаҡсы
  • Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы
  • Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенә
  • Ниһайәт, тыуған илдә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM