НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы

Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы


Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы
Башҡортостанда халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2018 йылдан «уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла».

Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия күләме һәр береһенә 60 мең һум тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла.

Олимпиадалар мәғариф өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары бойороҡтары менән раҫланған олимпиадалар исемлектәренә инергә тейеш.

«Бер нисә олимпиада еңеүселәренә һәм (йәки) призерҙарына премия һәр ҡаҙаныш өсөн айырым түләнә», тип билдәләнә указда.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1,3 меңдән ашыу дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 468 мең уҡыусы иҫәпләнгән.

Сығыу ваҡыты 7-11-2018, 14:01 | Ҡаранылар: 47
|
  • Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде тәнҡитләне
  • Радий Хәбиров: Дәүләт Йыйылышы майҙансығы вайымһыҙ етәкселәр өсөн Голгофа булырға тейеш
  • Башҡортостанда Радий Хәбиров тәүге эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһында булды
  • Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров бөгөн үҙенең тәүге Указына ҡул ҡуйҙы
  • Уҡытыусылар, еңегеҙҙе һыҙғанығыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM