НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юлбарыҫ Ҡуянды ашармы?

Юлбарыҫ Ҡуянды ашармы?


Шулай итеп, Юлбарыҫ йылы ла үтте. Ул беҙҙең илдә үҙенең төрлө өлкәләге төрлө хәл-ваҡиғалары менән иҫтә ҡалыр. Шуларҙың иң сетереклеһе – йыл аҙағында йәмғиәтте шаулатҡан төрлө милләт вәкилдәре, айырып әйткәндә, йәштәре араһындағы әлегә аңлашылып бөтмәгән низағтар. Үткән йылға тулы анализ бирергә иртәрәк әле. Шулай ҙа Ҡуян йылы еткәндә илебеҙҙең социаль-иҡтисади сәйәсәтенә битараф булмаған иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты Илдар Ғәбитов менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

– 2010 йылға ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең ҡайһы бер ҙур ҡалаларында булған фажиғәле ваҡиғаларға туҡталып китәйек. Уларҙың сәбәптәре ниҙә?
– Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһында һуңғы арала төрлө милләт вәкилдәренең айырым төркөмдәре араһында ҡаты ғына низағтар булып алды. Күп матбуғат саралары уны милләт-ара низағҡа алып барып терәтергә маташа. Ил етәкселәре лә шулайыраҡ тип ышандырырға тырыша. Йәнәһе, был милләт-ара низағ Рәсәйҙең киләсәгенә янай, уны тарҡатыуға алып киләсәк. Ғәмәлдә иһә хәл бөтөнләй икенсерәк тип уйлайым. Егерме йыл буйына баҙар иҡтисады реформалары, йәшерен-батырыны юҡ, айырым төркөмдәр файҙаһына ғына үткәрелде. Ельцин менән Гайдарҙан башлап бөтә етәкселәр халыҡты, тиҙҙән бөтәбеҙ ҙә яҡшы йәшәй башлаясаҡбыҙ, тип ышандыра килде. Халыҡ, ошо вәғәҙәләргә ышанып, ике тиҫтә йыл ауырлыҡтарға сыҙап йәшәне. Быны иҫбатлаған һымаҡ, 2000 йылдан башлап илдә иҡтисади үҫеш барҙы. 2008 йылда башланған көрсөк ил алдында яңы ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Тотороҡлан­дырыу фондында тупланған бөтә аҡса, етәкселәрҙең күп тапҡыр ышандырыуына ҡарамаҫтан, барыбер олигархтарҙың кеҫәһенә барып ятты. Халыҡ уны күреп торҙо, һәм быны аңлау протест тыуҙырҙы. Был йәш быуындың, йәмғиәттең иң әүҙем өлөшөнөң бәкәленә нығыраҡ һуҡты. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙең 80 – 90 проценты эшһеҙ ултыра. Уларҙың энергияһын ҡайҙалыр йүнәлтергә кәрәк бит – бына ошо юҡ беҙҙә. Күптәр низағтарҙы илдә тейешле системаға һалынған йәштәр сәйәсәте булмауы менән аңлата. Ил етәкселеге был проблеманы модернизациялау, инновацияны үҫтереү юлы менән хәл итмәксе. Әммә улар төп сәбәпте аңлап етмәй: әгәр ҙә ябай эшсенең эш хаҡы түбән икән, эш менән тәьмин итеүселәр өсөн модернизация һәм инновация ҡоро һүҙҙә генә ҡала. Яңы техника, технологияларҙы ҡулланыу урынына арзан эшсе ҡулдар йәтешерәк бит. Мәҫәлән, беҙҙең Президент Рөстәм Хәмитов, был мәсьәләне аңлап, Башҡортос­танда, бойондороҡһоҙлоҡ йылдарындағы үҫешен ни тип кенә маҡтамаһындар, башҡа төбәктәргә ҡарағанда эш хаҡының бик түбән икәнлеген билдәләп үтте. Әйтергә кәрәк, бының сәбәбе бойондороҡһоҙлоҡта түгел, ә беҙҙең республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәгәнлеген күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Президент бөтә дәүләт органдары алдына эш хаҡын күтәреү бурысын ҡуйҙы. Иҡтисадсы булараҡ, шуны әйткем килә: эш хаҡын күтәреүҙең берҙән-бер юлы бар – уның өсөн эш биреүселәр эшселәре менән үҙҙәренең килеме менән уртаҡлашырға тейеш. Власть уларҙы быға нисек мәжбүр итә ала? Сер түгел, күп кенә ялланып эшләүселәрҙең эш хаҡы закон менән билдәләнгән минималь айлыҡ эш хаҡынан да түбән. Бер дәүләт власы органы ла әлегә тиклем шуларҙы тейешле эш хаҡын түләргә мәжбүр итә алғаны юҡ әле. Хатта тир түгеп эшләгән аҡсаларын да түләтә алмайҙар. Һөҙөмтәлә тейешле аҡсаһын да ала алмағандар­ҙың ҡайһы берҙәре иң сикке сараларға барырға мәжбүр. Әйтәйек, аслыҡ иғлан итәләр, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалалар, төҙөлөш крандарынан ырғыу сигенә барып етәләр һәм башҡалар.
– Ә был проблеманы хәл итеү юлдары бармы?
– Яҡынлашып килгән 2012 йылда үтәсәк Президент һайлауҙары влас­тан халыҡты йыуатыу саралары талап итә. Мәҫәлән, Владимир Путин тура эфирҙа нишләп иҡтисад теорияһына ҡаршы булған түбәндәге сараны – пенсияларҙы гел күтәреүҙе иҫбатларға маташты. Пенсионерҙар­ҙың, йәғни электораттың иң әүҙем өлөшөн асыҡтан-асыҡ һатып алыу процесы бара. «Юғары»лағылар үҙҙәре аңлап тора – Пенсия фондында күптән ҙур дефицит. Уны тәүҙә пенсияға сығыу йәшен арттырыу ысулы менән сисергә тәҡдим иттеләр. Халыҡ яғынан хуплау тапмағас, был юлдан баш тартырға мәжбүр булдылар.
Икенсе яҡтан, үҙҙәренең иҡтисади сәйәсәте халыҡта ҡаршылыҡ табырын аңлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарын нығыта башланылар. Медведев яңыраҡ, милиция лейтенанты айына кәмендә 33 мең һумдан да кәм эш хаҡы алырға тейеш түгел, тип белдер­ҙе. Был бит туранан-тура һатып алыу. Әммә Мәскәүҙең Манеж майҙанындағы ваҡиғалар милицияның орган булараҡ көсһөҙлөгөн раҫланы. Милиция хеҙмәткәр­ҙәре араһында ла илдәге ғәҙелһеҙлекте аңлау тәртип һаҡсыларының ҡулын «бәйләй». Уларҙың үҙ халҡына ҡаршы ҡорал ҡулланырға теләмәүе көн кеүек асыҡ. Күпме генә аҡса түләмәһендәр, улар үҙҙәренең етәкселәренең күрһәтмәһе буйынса күрәләтә енәйәтселәрҙе һаҡ аҫтынан сығарып ебәрә. Улар һиҙеп тора: тимәк, был әҙәмдәрҙе сығарырға тигән бойороҡтары тиккә түгел – ришүәт алғандар. Бөгөн беҙҙең илдә шундай иҡтисад төҙөлгән: аҡса түләмәйһең икән, вазифалағы кеше лә үҙенә тейешле эшен башҡарырға теләмәй – бөтәһе лә аҡса көҫәй. Был беҙҙең илдә чиновниктар өсөн генә түгел, ә табиптар, уҡытыусылар, хатта сантехниктар һәм башҡалар өсөн дә хас.
Ҡыҙыҡ, минең мәктәптә арыу ғына уҡыған балалар ҙа үҙҙәренең эше өсөн, әйтәйек, контроль эшен күсерткән өсөн, үҙенә күрә хаҡын ала. Был бит дөрөҫ түгел – ул буш эшләргә тейеш. Сөнки кеше араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аҡсаға күсерһәң, ул боҙола. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек, яҡташлыҡ, хеҙмәттәшлек, хатта мөхәббәт тә үҙенең төп мәғәнәһен юғалта. Бөтә нәмә аҡса менән баһалана башлай. Әйтәйек, хатта выжданы таҙа кешеләрҙе лә ришүәтселек системаһы үҙ әйләнешенә ирекһеҙҙән йәлеп итә – «майлайҙар»: теләмәгән кешенең ҡулына ла «джентльмен наборы»н – бер шешә коньяк менән бер ҡап кәнфит тоттороп китәләр.
Халыҡты бер аҙҙан сираттағы алдау алымы көтә. Билдәле булыуынса, 1 ғинуар­ҙан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар яҡынса 10 – 15 процентҡа артты. Көн кеүек асыҡ, был халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ. Бөтә федераль телеканалдар ҙа алдан уҡ, йәнәһе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәренең «ғәйебен» асырға маташа – көнө-төнө ошо теманы сәйнәй. Әгәр ҙә яңы йылдан һуң халыҡтың ризаһыҙлығы иң юғары нөктәгә етһә, ил етәкселәре, Ҡыш бабай һымаҡ, халыҡҡа «бүләктәр» әҙерләп ҡуйған: етәкселәрҙең кемеһендер эшенән бушата, кемеһендер төрмәгә яба. Ә үҙҙәре – аҡтан-аҡ. Тик был ике тандемдың ҡайһыһы Ҡыш бабай, ә ҡайһыһы Ҡарһылыу икәнлеге ҡараңғы.
– Бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреп булыр, бәлки, ә шәхси милеккә ҡараған тармаҡтарҙа эш хаҡын күтәреү юлдары ниҙә? Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Хөкүмәткә ҡушҡан эш хаҡын арттырыу программаһын бойомға ашырыу мөмкинлеге, ысынлап та, бармы?
– Капиталистар үҙҙәренең килеме менән бүлешергә тейеш, тигән һығымтаға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Күп йылдар инде ил етәкселәре халыҡты, беҙҙең илдә иң алдынғы һалым системаһы төҙөлгән, тип ышандырып килә. Был системаның һәйбәт яғы нимәлә һуң? Йәнәһе, бөтә кеше лә бер тигеҙ процент түләй. Был система үҫешкән илдәрҙә күптән үтелгән һәм әле ҡулланылмай. Байыраҡтар юғарыраҡ процент түләй, шул арҡала ошо ысул буйынса илдәге табыш ярлылар файҙаһына бүленә. Социаль яуаплы бизнес тип өгөтләү менән генә беҙҙең йәмғиәттәге иҡтисади тигеҙһеҙлекте юйып булмауы көн кеүек асыҡ. Бының өсөн тейешле закондар ҡабул итергә кәрәк. Чиновниктар үҙҙәренә эш хаҡын күтәреү өсөн сәбәбен шунда уҡ уйлап тапты: йәнәһе, юғары эш хаҡы алған кеше ришүәт алмаясаҡ. Бының ыңғай һөҙөмтә биреү-бирмәүе хаҡында бер кем дә саң ҡаҡмай. Халыҡ күреп тора – коррупция, киреһенсә, көсәйә бара.
Ә финанс министры Кудрин арбаһына ултырып, беҙҙең етәкселәр аҡ флаг күтәрә. Һуңғы йылдарҙа Кудриндың ике тапҡыр донъялағы иң яҡшы финанс министры тип билдәләнеүе миндә бик ҙур шик тыуҙыра. Бәлки, был Көнбайыш файҙаһыналыр: сөнки был сәйәсәт беҙҙең илде сеймал сығанағы ғына итеп ҡалдырыу стратегияһының төп фарватерында ҡалдырасаҡ. Сколково һымаҡ проекттар «маниловщина» ғына булып ҡаласаҡ. Прогрессив һалым индереү ил алдында тыуған күп мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән милләт-ара ыҙғыштарға юл ҡуймау форсатын бирер ине.
Ике төшөнсә бар: сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре. Улар араһында төп айырма нимәнән ғибәрәт? Беренсеһе киләһе һайлауҙар тураһында уйлай, ә икенсеһе, киреһенсә, үҙ халҡының киләсәге тураһында. Тәүҙә Путин халыҡҡа дәүләт эшмәкәре булараҡ оҡшай ине, хәҙер ул сәйәсмәнгә әйләнде. 2010 йылда Юлбарыҫ һаҡлау фондын булдырһалар, 2011 йылда Шешҡолаҡтар һаҡлау фондын ойошторһалар, һис тә аптырарға ярамай. Һайлауҙарҙың үҙ логикаһы бар.
Беҙ ҡараған социаль-сәйәси, милләт-ара проблемалар ахыр сиктә барыбер иҡтисадҡа барып терәлә. Әгәр ҙә дәүләт органдары һайлау алды Ҡуян йылында ла популистик сәйәси ҡарарҙарҙан арына алмай, етештерелгән тулайым продуктты ғәҙел бүлеүгә өлгәшеү юлдарын артҡы планға ҡуйһа, күтәрелгән был проблемалар көсәйә генә барасаҡ. Бына нимә тураһында уйларға кәрәк беҙгә.

Әңгәмәне Рәшиҙә Мәхийәнова ҡорҙо.

Сығыу ваҡыты 11-01-2011, 19:24 | Ҡаранылар: 1796
|
  • Ә-әпәт үҙгәрештәр көтә беҙҙе
  • Рәсәй өсөн мөһим йыл –
  • Милли мәсьәлә дәүләт бөтөнлөгөнә хәүеф менән янаймы?
  • Батыр халҡын яҡлар
  • Белем алыу диплом алыу түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM