НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ил етәксеһе өсөн Башҡортостан әһәмиәтле республика

Ил етәксеһе өсөн Башҡортостан әһәмиәтле республика


Ил етәксеһе өсөн Башҡортостан әһәмиәтле республика
Ошо аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға килеп ҡайтты.
Дәүләт башлығы «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» йәмғиәтендә булды. Унда оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларының гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге юғары технологик продукция етештереүҙе киңәйтеү һәм яңы төрҙәрҙе үҙләштереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы.
Предприятие импортты алмаштырыу программаһында ҡатнаша. Бында «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн ВК – 2500 двигателдәре өлөштәрен етештереү күҙ уңында тотола. Бығаса двигателдәр Украинанан алына ине. Владимир Путинға Өфөлә ВК – 2500-ҙөң 900-ҙән ашыу детале етештереләсәге хаҡында һөйләнеләр. Ил етәксеһе предприятиеның бүтән продукцияһы менән дә танышты, эшселәр менән дә аралашты. Әйткәндәй, уға иң яҡшы хеҙмәт коллективтарын билдәләү йолаһын кире ҡайтарырға кәрәк тигән тәҡдим дә еткерелде.
Владимир Путиндың тағы бер осрашыуы иғтибарға лайыҡ. Ул, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән берлектә, әңгәмә ҡороп, республикала мәсеттәрҙең күбәйеүен, ислам белгестәре әҙерләү кимәлен хупланы.
Белеүегеҙсә, Владимир Владимирович бик диндар кеше (бер нисә көн элек үткән суҡындырыу кисендә һыуға ла сумды), ул Өфөләге иң тәүге йәмиғ мәсетенә инеп сыҡты, ирҙәр өсөн бүленгән ғибәҙәт бүлмәһен ҡараны, мәсеттең тарихы менән ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәһендә һүҙ республиканың социаль-иҡтисади үҫеше тураһында барҙы. Төбәк етҫәксеһе әйтеүенсә, үткән йылғы етештереү күрһәткестәре насар түгел. Килем дә үҫә, “май указдары” ла үтәлә. Мәҫәлән, шул юҫыҡта Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы уртаса 3,4 процентҡа артҡан.
Беҙҙә быйыл Ғаилә йылы иғлан ителде, Рөстәм Хәмитов Президентҡа балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү саралары тураһында ла һөйләне.
Владимир Путин Башҡортостанға аҙаҡҡы тапҡыр 2015 йылда БРИКС һәм ШОС дәүләттәре саммитына килгәйне.
Президенттың Башҡортостан, башҡорттар тураһында әйткән фекерҙәре иҫкә төштө. Шул саммит һуңындағы матбуғат конференцияһында Владимир Путинға шундай һорау бирелгәйне: ”Һеҙ 10 – 20 йылдан һуң донъяны нисегерәк итеп күрәһегеҙ, беҙҙә БРИКС карталары буласаҡмы, балаларыбыҙға ниндәй телдәрҙе өйрәнергә кәрәк?..” Яуапты хәтерләйек әле, ҡыҫҡа һәм тура: ”Рус телен өйрәнергә кәрәк, башҡорт телен…”
2016 йылдың 23 декабрҙә “тура эфир”ҙағы ҙур матбуғат конференцияһындағы сығышы ла иғтибарға лайыҡ. Беҙҙең республиканан барған журналист илйөһәрлек тураһында һорау биргәс, ил башлығы патриотлыҡ кимәле беҙҙә һәр ваҡыт, борондан алып, юғары булыуын билдәләне һәм 1812 йылғы Ватан һуғышына Башҡортостандың 16 йәше тулған һәр ир затын атҡа атландырып, ҡоралландырып яуға ебәргәне хаҡында телгә алды. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла шулай булды. Беҙ бының менән ғорурланырға тейешбеҙ”, – тип тә өҫтәне.
Элегерәк тә, Башҡортостанға килгәнендә, йәнтөйәгебеҙ хаҡында әйткәне “ҡанатлы һүҙ” булып китте: ”Башҡортостанда, ике тамсы һыу кеүек, мәҙәниәт, дин, тел һәм халыҡтар дуҫлығының күп төрлөлөгө менән, беҙҙең бөтә Рәсәй сағыла”.
Ни әйтәйек, Путин өсөн илдең һәр төбәге ҡәҙерле. Башҡортостан иһә ҙур һәм етди урында торған республика.

Сығыу ваҡыты 25-01-2018, 12:12 | Ҡаранылар: 82
|
  • Владимир Путин Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты
  • Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы
  • Ил башлығы - Өфөлә
  • Михаил Бабич Башҡортостанға килде
  • Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM