НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнә

Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнә


Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнәКисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Был сара төбәкте 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереү Стратегияһы проектының төп положениеһы һәм киләһе йылда Хөкүмәттең мөһим эш йүнәлештәре тураһында фекер алышыуға ҡоролдо.
Рөстәм Хәмитов үтеп барған йыл йомғаҡтарына ла туҡталды. Уның билдәләүенсә, 2016 йыл, дөйөм алғанда, республика өсөн ярайһы ғына уңышлы булды.
Төҙөлөштә, сауҙала һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәге хәл яҡшырҙы, сәнәғт етештереүе 11 айҙа ике процентҡа үҫте, ауыл хужалығы үҫеше – бер процент. Эш хаҡының да күтәрелеүе күҙәтелә. Ҡыҫҡаһы, республика 2017 йылға ныҡлы аҙымдар менән инә.
Әлеге Стратегия өҫтөндә эш ярты йыл элек башланған. Ғалимдар, белгестәр, хатта “Сколково” эксперттары йәлеп ителгән.
Хөкүмәт рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, Стратегия проектының тексы 2017 йылдың апреленә тулыһынса әҙер булырға тейеш, тине. Оҙайлы осорға социаль-иҡтисади үҫештең өс варианты эшләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән глобаль бурыстарға яраҡлаштырылған маҡсатлы вариантты нигеҙ итеп алырға тәҡдим ителә.
2030 йылға төбәк тулайым продуктын өс тапҡырға арттырып, Рәсәйҙең иң алдынғы ун төбәге исемлегенә инеү маҡсат булып тора. Шулай уҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге, йән башына тура килгән инвестиция күләме, ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереү күрһәткестәре лә маҡсатҡа ярашлы булырға тейеш.
Мәрҙәнов әйтеүенсә, төп капиталға индерелгән инвестиция күләмен бер кешегә 304 мең һумға тиклем еткереү шарт. Был күрһәткес буйынса 2014 йылда 49-сы урында торғанбыҙ, 2030 йылға иһә 15 алдынғы төбәк исемлегенә инеү күҙаллана.
Стратегияның төп положениеларын йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарыласаҡ.
Ултырыш һуңында Рөстәм Хәмитов телмәр тотоп, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Инвестиция күләме буйынса беҙ 11-се урындабыҙ. Ҡайһы бер төбәктәр эргәһендә ярайһы лайыҡлы ғына күренәбеҙ. Ваҡлап һатыу буйынса илдә – һигеҙенсе. Реаль хеҙмәт хаҡы үҫешендә лә Рәсәйҙә күрһәткестәребеҙ яҡшырған. Автомобиль һатып алыу йәһәтенән дә алда барабыҙ, бишенсе урында. Күп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй һандарынан юғарыбыҙ. Әммә үҫеш ҙур түгел. Барыһы ла эште ойоштороуға бәйле.

Сығыу ваҡыты 22-12-2016, 14:11 | Ҡаранылар: 336
|
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк
  • Ғәрәптәр беҙгә инвестиция һалырға әҙер
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM