RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Европала бер стенаны ауҙарҙылар ҙа ул…

14.11.2014 Европала бер стенаны ауҙарҙылар ҙа ул…

Европала бер стенаны ауҙарҙылар ҙа ул…Шәхсән үҙем теләһә ниндәй “үтә күреүселәр”гә, күрәҙәселәргә ышанмайым. Шулай ҙа бер Европаның һуңғы йылдарҙа күргән-кисергәндәре хаҡында фекер йомғағымды һүтеп-һүреп ултырғанда шул иҫкә төштөсө: Болгария күрәҙәсеһе һуҡыр Ванга Европаның бик фажиғәле хәлдә ҡаласағын фаразлаған. “…2016 йылда Европа кешеһеҙ…” – тигән кеүегерәк һүҙҙәр әйткән ул. Әлеге ваҡытҡа ике йыл ғына ҡалды түгелме? Аллам һаҡлаһын, кеше алда ни күререн белә алмай, нимә генә булмаҫ. Бөгөн Көнбайышты әрләһәк тә, хәйер, уны совет кешеһе һәр саҡ әрләгән, Европаның сәйәси интригаларҙан алыҫ торған ябай халҡының ғәйебе юҡ. Ғөмүмән, АҠШ баҫымы аҫтында беҙгә ҡаршы санкция иғлан иткән Евросоюздың байтаҡ иле хәҙер янсыҡтарын тикшерә. Миҙал һәр саҡ ике яҡлы шул. Эйе, санкциялар беҙҙең бәкәлгә һуҡты. Етәкселек, хаҡтар артыуын да, һумдың төшөүен дә ваҡытлыса хәл тип, халыҡты тынысландырырға тырышһа ла, беҙ барыһын да аңлайбыҙ, “быныһы ла үтер” тип, алдағы бер һыҙыҡ кеүек яҡтылыҡҡа мөлдөрәп ҡараған булабыҙ. Ә Европа – түҙемһеҙ. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Данияның баш ҡалаһы Копенгагенда урамда сыр таратҡандар. Бушлай һәм бер ниндәй ҙә ҡапҡанһыҙ. Асарбаҡтар кинәнгән генә. Рәсәйгә һатырға тәғәйенләнгән 15 тонна сыр булған был. Уны урында һатып булмай, сөнки Дания халҡы тәмләткес ҡушылған сыр ашамай. Фран­цияла иһә Иль-де-Франс фермер­ҙары урамдан үтеп барыусыларҙы бушлай картуф һәм алма алып китергә ҡыҫтап бер булған. 60 тонналап ризыҡты ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндәр, Рәсәй алмағас. Йәл, буш таратыусылар беҙҙә булһа!
Стена емерелеү көнөн тантаналы билдәләү менәнме ни? Халыҡ менән власть, ил менән ил араһында яңы стена ҡалҡырға торғанда. Ниндәй стена тип ни, Берлин стенаһы инде. Заманында ике Германияны – ГДР менән ГФР-ҙы бүлеп торған. Нисек йәшәгәндер немец халҡы? Бер ерҙә ике дәүләткә айырылып, тиеүем дә. Стенаны ҡолатыу хәтәр шәп шатлыҡ булдымы икән? Ниңәлер Киев менән Донбасс иҫкә төштө – араларында стена бармы, юҡмы?

Бәғзеләр, ҡабаттан стена кәрәк, ти…

Берлин стенаһы ҡанатлы һүҙ түгел. Ысынлап та, шундай нығытма булған. 155 саҡрым оҙонлоҡта, вышкалары, электр сымлы “кәртә”ләре, һаҡсылары, ике яҡтан тәрән соҡорҙары менән. 1961 йылдың 13 авгусында Берлиндың көнбайышы менән көнсығыш сигенә ғәскәр тулып, арала ныҡлы көсөргәнеш булдырып, стена ҡороу башлана. Ике көн эсендә бөтә көнбайыш зона сәнскеле тимер сым менән уратып алына. Көнсығыш төбәк көнбайыш йоғонтоһо булмауын теләй. 1975 йылғаса стена нығытыла, камиллаштырыла, ҡатмарлы ин­женер-техник ҡоролмаға әүерелә. Көнба­йыш Берлинға сығыу өсөн Германия Де­мократик Республикаһы кешеләренә махсус рөхсәт кәрәгә. Тик пенсионерҙар ғына иркен үтеп йөрөй ала. Был стена үҙенең “йәшәү” дәүерендә ниҙәр генә күрмәй! Уның аҫтынан тоннель ҡаҙып та йөрөйҙәр, һауа шарҙарында йә дельтапланда ла үтәләр, бау менән дә үрмәләп менеп сығалар, хатта бульдозер менән тишмәксе булалар. 1989 йылда стена ҡолатылғас табылған яҙмалар буйынса, сикте аша сыҡҡанда 125 кеше һәләк булған. Атылғанмылыр, нишләгәндәрҙер инде.
Әйткәндәй, Берлиндың берләшеүенә Рәсәй ҙә булышлыҡ иткән. Дөрөҫөрәге, СССР. 1987 йылда Берлиндың юбилейына килгән АҠШ президенты Рональд Рейган ул саҡтағы КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары Михаил Горбачевты, Советтар Союзы етәкселегенең үҙгәртеп ҡороуҙарға ынтылышын күреп, Берлин стенаһын емерергә өндәгән. Шулай башланған. 1989 йылдың 9 ноябрендә ҡолатылған стена аша Көнбайыш Берлин халҡы Көнсығыш Берлин халҡын ҡаршыларға сыҡҡан…
Әлеге ваҡиғаның 25 йыллығын тантаналы билдәләнеләр. Хатта өс көн буйына. Нимәһе ҡыҙыҡ, бынан биш йыл элек үк өлкән һәм урта быуын немецтарының һағышы башлан­ған икән. Социаль һорашыуҙар күрһәтеүенсә, кешеләрҙең 49 проценты, ГДР-ҙа йә­шәүе уңайлыраҡ ине, тип иҫәпләй. Һигеҙ проценты “социализм күпкә яҡшыраҡ” тип үк өҫтәгән. Ә көнбайышта йәшәүселәр элекке ГДР биләмәһен үҫтереүгә самаһыҙ аҡса тотонған өсөн власты әрләй. “Берлин стенаһы алып ташланғас, берҙәм халыҡ булып китербеҙ тип өмөтләнгәйнек, – ти икән Генрих Миттель атлы бер профессор. – Ваҡыт үтеүгә ризаһыҙлыҡтар ҙа бөтөр тигәйнек, әммә был нәмәләрҙең береһе лә булманы”.
Тағы бер һорашыуҙар акцияһы һөҙөмтәләре шундай: Көнбайыш Берлиндың – 25, Көнсығыштың 12 процент кешеһе стенаны ҡабаттан ҡороу яҡлы.
Украина башлығы Петр Порошенко, тап ошо Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин ҡушылған кеүек, илен берҙәм итергә хыяллана. Интернетта Твиттер селтәрендәге блогында шулай яҙып ҡуйған. Ә ҡарап торһаң, берләшеү, именлек булдырыу өсөн үҙе бер нәмә лә эшләмәгән кеүек.

Уйынлы-ысынлы
референдум

Бөгөн тауыш биреүҙе, йәғни һайлауҙы әллә нимәгә әүерелдерҙеләр. Испанияның Каталония тигән автономияһындағы сараны күҙ уңында тотоп әйтеүем. Баҡһаң, бында символик референдум уҙған. Тәжрибә рәүешендә. Каталония халҡы Мадридҡа буйһоноу-буйһонмауын шулай белдерергә тырышҡан. Һөҙөмтәлә был экспериментта ҡатнашыусы ике миллиондан ашыу кешенең 80 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш биргән. Төбәк башлығы Артуро Мас ҡыуанысын йәшермәй: “Тауыш биреү идараны үҙ ҡулыбыҙға алырға теләүебеҙҙе күрһәтте!” Ә Испания Премьер-министры күптән был референдумдың һөҙөмтәһе бер нәмә лә бирмәйәсәген әйтеп ҡуйған. Илдең Конституция суды ла тауыш биреүҙе законһыҙ тип ҡарар сығар­ған. Ошонан һуң, ысынлап та, ниндәй фәтүә? Каталония халҡы бынан туҡтап ҡалмаған-ҡалыуын, тик һайлауҙа бит күпселек барыбер ҡатнашмаған (Каталонияла 7,5 миллион кеше йәшәй).
Европа берлеге үҙ маҡсаттарын уртаға һалып һөйләшергә иҫәп тотҡанда, бындағы илдәрҙә нимә генә бармай! Геүләшеп, бер енесле никахты законлаштырыуҙы ла һорайҙар.

Британия шарт ҡуя…

Әйтәм бит, Евросоюз тотороҡло түгел. Уның етәкселеге ултырыштарҙа аныҡ ҡына бер ҡарарға ла килә алмай хитлана. Беҙҙә Крыловтың суртан, аҡҡош, ҡыҫала тураһындағы мәҫәлен яҡшы беләләр һәм йәтеш кенә итеп кәрәкле ерҙә “ҡыҫтырып” ебәрәләр. Европа Союзына ҡарата ла тап шул әкиәтте һөйләргә була.
Бөйөк Британия вәкилдәре, мәҫәлән, “берләштереп тороусы”ның ныҡлығына күптән шик белдерә шикелле. Уның был саф­тар­ҙан сығырға теләүен юҡҡа ғына һөйләмәйҙәрҙер.
Илдең эске эштәр министры Тереза Мэй ауыҙынан Евросоюзда ҡалыу шарттары ла яңғыраған. Иң мөһиме, был Бөйөк Брита­ния­ның милли мәнфәғәттәренә торошло булһын. Министр фекеренсә, Евросоюз ҡағиҙәләре Британияның ғына түгел, ә уның һәр бер ағзаһының иҡтисады үҫешен тотҡарлай. Бойондороҡһоҙ дәүләттәргә ирекле сауҙа, енәйәтселек һәм террорға ҡаршы көрәш буйынса хеҙмәттәшлектә һығылмалылыҡ етешмәй. Брюсселдәге “төп бина”ла ултырыусылар был юҫыҡта эшләргә тейеш. Ошо зонаға ҡағылышлы миграция ҡануниәтен үҙгәртеүҙе лә ҡабаттан ҡарарға кәрәк. Етмәһә, ҡулға алыу буйынса Европа ордеры сит ил прокурорҙарына Британия суды эшенә йоғонто яһарға мөмкинлек бирә икән.
Әле инглиздәр үҙ шарттарын ҡуя, артабан башҡалар ҙа ҡуҙғалмаҫына гарантия биреп булмай.
Берлиндан стена алынған, әммә юҡҡа сыҡмаған, ул ҡайҙалыр яҡында, ошо Европа эсендә “тороп ултырырға” әҙер кеүек күренә.

Ә был ваҡытта…

Евросоюз үҙе лә эшһеҙ ятмай. Уның статистика бюроһы хеҙмәткәрҙәре берлектә ағза булып торған 28 илдәге социаль хәлде тикшереп, мәҡәлә баҫҡан. “120 миллион кешегә фәҡирлек янай”, – тигән һығымта яһала унда. Теүәл һандарға туҡталһаҡ, ярлылар – 122,6 миллион, йәғни дөйөм халыҡтың 24,5 проценты. Әлбиттә, Европа фәҡирлеге менән беҙҙекен сағыштырыу мөмкин түгел. Унда кешегә күберәк кәрәк. Мәҫәлән, түбәндәге шарттар иҫәпкә алына: коммуналь йә ипотека түләүҙәре; йортта тейешле йылылыҡ кимәлен тотоу; күҙалланмаған сығымдарҙы түләү мөмкинлеге; көн аша ит, балыҡ йә башҡа аҡһымлы ризыҡ ашау; бер аҙна йорттан ситтә ял итеү; автомобиль, кер йыуыу машинаһы, төҫлө телевизор, мобиль телефон булыу. Европала ошоларҙың береһенә генә мөмкинлек булмаһа ла, трагедия кеүек. Ә беҙҙә коммуналь түләүҙәр бурысы күпмегә йыйылһа ла йыйыла, бер кредитты түләр өсөн икенсеһен алалар, итте ауылда ғына мул ашай­ҙар, ә ғаилә менән ял итеү ике-өс көнгә әлеге лә баяғы ауылға атай-әсәйгә ҡайтып, байтаҡ ҡына ризыҡ тейәп килеүгә тиң. Керҙе машинаһыҙ ҙа йыуа беләбеҙ, автомобиль юл тулып йөрөһә лә, күптәр өсөн ул мотлаҡ түгел.
Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса фәҡирлек айырыуса түбәндәге биш илгә янаған: Болгария (кешеләрҙең 48 проценты ярлылыҡҡа дусар), Румыния (40,4), Греция (35,7), Латвия (35,1), Венгрия (33,5). Нидерланд, Финляндия, Швеция халҡы бәхетле. Бына шундай Европа – ярлы һәм бай, берҙәм һәм тарҡау, берлек һәм бойондороҡһоҙлоҡ яҡлы. Бер һүҙ менән әйткәндә, тотороҡһоҙ.

Әйткәндәй

Ошо көндәрҙә Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда Азия – Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге саммиты уҙҙы.
Европанан айырмалы рәүештә, был төбәк илдәрендә фекерҙәр төрлөлөгө, берлектән сығыу уйҙары юҡ. Бөтә дәүләттәр ҙә үҫешергә, үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытырға, партнерлыҡ сиктәрен киңәйтергә йөҙ тотҡан. Саммитта ҡатнашыусы Рәсәй Президенты Владимир Путин да Азия – Тымыҡ океан төбәген бер-береһенә дәғүәсе булып айырымланыуҙан һаҡланырға саҡыр­ҙы. Беҙҙең ил башлығы фекеренсә, һәр дәүләт дөйөм мәнфәғәттәрҙе аңлап, ҡабул итеп, асыҡлыҡ принциптарына таянып эшләһә, яҡшыраҡ була.
Алдан күҙалланыуынса, Путин менән АҠШ етәксеһе Барак Обама ошондағы осрашыуҙа һөйләшергә мөмкинлек табырға тейеш ине. Тәүҙә улар “иҫәнме-һаумы”нан башҡа аралаша алманы, буғай. Шулай ҙа Украина, Сүриә, Ирандағы хәлдәр хаҡында аяҡ өҫтө тороп ҡына бер-ике һөйләм әйтештеләр, тип белдерҙе Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы