НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр…
Новости / Мәғариф // 14-11-2014, 05:06


Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр…йәки Сибай студенттарының Ҡытайҙы яулап ҡайтҡаны
Үҙ көсөңдө һынау һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Һүҙҙең нимә хаҡында барғанын аңлағанһығыҙҙыр, ярыштарҙың әһәмиәте хаҡында әйтеүем. Ни тиһәң дә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, кешеләр менән аралашыу шәхси үҫешеңә йоғонто яһамай ҡалмай. БДУ-ның Сибай институты етәкселеге лә ошо маҡсаттан сығып эш итә. Октябрь аҙаҡтарында йәш иҡтисадсылар командаһының Ҡытайға барып, Рәсәй намыҫын яҡлап ҡайтыуҙары ла ҙур мәртәбәгә эйә.
– Аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. 34 дәүләттән, атап әйткәндә, АҠШ, Канада, Германия, Ҡытай, Франция, Мексика кеүек көслө илдәрҙән килгән студент командалары араһында Рәсәй данын яҡланыҡ бит. Тойғоларҙы һөйләп кенә еткереп булмай, ә кисереү мөһим, – тип үҙ ҡыуаныстары менән уртаҡлашты студенттар....

Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”
Новости / Мәғариф // 14-11-2014, 05:00


Күгәрсендәрҙең “мәғариф министры”Күгәрсен районының Ҡалдар мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Марат Ихсанов менән бөгөнгө мәғариф торошо тураһында фекер алышабыҙ. Ул ҡапыл ғына: “Сәлимйән ағай, һөйләшеү төплөрәк һәм күңеллерәк булһын өсөн, әйҙә, мәғариф министрына барайыҡ, ул бик күп белә”, – тигән тәҡдим яһаны. Мин аптырап ҡалдым да: “Мәғариф министры Өфөлә беҙҙе көтөп ултырмай бит”, – тинем. Ул, көлөмһөрәп: “Беҙҙең үҙебеҙҙең министр бар, Рауил Болғаировты Күгәрсен районының мәғариф министры тип йөрөтәбеҙ”, – тине…
Рауил Ноғман улы Болғаировты күптән беләм....

«ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
Новости / Мәғариф // 7-11-2014, 07:44


«ҮҘЕҢ БУЛЫП ҠАЛ!»
УРАЛ ЯҠУПОВ
Йәшәү урыны: Владивосток ҡалаһы.
Тыуған ере: Өфө ҡалаһы.
Йәше: 23.
Белеме: Алыҫ Көнсығыш федераль университеты (Японияны өйрәнеү факультеты), Nara University of Education, Япония (бер йыллыҡ стажировка).
Ял өсөн иң яҡшы урын: дуҫтары янында.
Ҡыҙыҡһыныуҙары: аш-һыу.
Девиз: “Үҙең булып ҡал!”...

Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡ
Новости / Мәғариф // 7-11-2014, 07:39


Ҙур уңыштың башы – тырышлыҡБер төркөм бала йыйылып, дәрес үткәреп уйнай. Уҡырға төшмәгәндәре лә ошо уйындан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Кемдер – уҡытыусы, ә күпселеге уҡыусылар ролендә. Аҡбур, төҫлө ҡәләм, ручка, таҙа дәфтәр бите, тағы өйҙән алып сыҡҡан төрлө китаптар – быларҙың барыһы ла “уйынсыҡ мәктәп”кә йыйнала. Кемдер өлкән туғандарынан ҡалған яҙыу кәрәк-яраҡтарын килтерә, кемгәлер уҡытыусы ата-әсәһенеке лә эләгә. Тап ошо урында кемдеңдер: “уҡытыусы балаһы ябай уйынсыҡ менән уйнай белмәй ул, бар белгәне – ҡәләм дә ҡағыҙ”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Артабанғы һүҙем шундай мөхиттә уйнап үҫкән һәм тәрбиәләнгән балаларҙың береһе, ун дүрт йылға яҡын Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина хаҡында....

Гүзәл – республика еңеүсеһе!
Новости / Мәғариф // 24-10-2014, 15:29


Гүзәл – республика еңеүсеһе!Башҡорт халҡының бөйөк яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата республикала һәм шул иҫәптән Баймаҡ районында ла береһенән-береһе үҙенсәлекле, йөкмәткеле саралар ойошторола. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә “Мостай уҡыуҙары” тип аталған конкурс үтте. БР Мәғариф министрлығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ойошторған сара Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла уҙғарылды.
Бөйөк яҙыусыға арналған ижади эштәр һәм шиғыр һөйләүселәр конкурсында Башҡортостандың һәр районынан, ҡала­һынан бихисап мәктәп уҡыу­сыһы ҡатнашты. Улар мөһим сарала үҙҙәрен һынап ҡарау бәхетенә өлгәште....

Белгес фекере
Новости / Мәғариф // 10-10-2014, 16:30


Белгес фекере– Ғәҙәттә, бындай енәйәттәр эскән атай­ҙар йәки үгәй атайҙар тарафынан ҡылына. Шулай уҡ үҙ-үҙҙәрен яҡлай алмаған кесе йәштәге инвалид балаларға тән йәрәхәттәре һалыу осраҡтары ла бар. Ҡул күтәреү баланы тәрбиәләү рәүеше була алмай, ул баланың психик үҫешенә кире йоғонто яһай. Ҡаты мөғәмәлә хөкөм һөргән ғаиләлә үҫеүсе балалар үҙ-үҙенә бикләнә, уларҙың үҫеш кимәле тотҡарлана, бәғзеләре хоҡуҡ боҙоу юлына баҫа. РФ Ғаилә кодексының 63-сө статьяһына ярашлы, ата-әсәләр үҙ балаларының сәләмәтлеге, физик, психик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше буйынса хәстәрлек күрергә бурыслы.
Минең практикала булған бер миҫал. Оҙаҡ йылдар бала таба алмаған ҡатын балалар йортонан ҡарауға малай ала....

ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРГӘ БЫНДА УҠЫТАЛАР
Новости / Мәғариф // 19-09-2014, 14:41


ЗАМАНСА ҺӨНӘРҘӘРГӘ БЫНДА УҠЫТАЛАР75 йылда колледждың көндөҙгө бүлеген 25 мең һәм ситтән тороп уҡыу бүлеген 12 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Колледждан сыҡ­ҡан белгестәр Башҡортос­танда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә эшләй, араларында фән докторҙары, етәкселәр ҙә бар. Колледждың психология фәндәре докторы, Рәсәй Фән­­дәр академияһының Психо­ло­гия институты профессоры Е. Яковлева, педагогия фәндәре кандидаты, профессор, Башҡортос­тандың Мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы мөдире, Халыҡ-ара пе­дагогик белем биреү фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы Р. Га­санова, шул уҡ институттың до­центы, педагогия фәндәре кандидаты В. Яфаева, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының балалар неврологияһы кафедраһын оҙаҡ йылдар етәкләгән профессор А. Мифтахова, педагогия фәндәре докторы, Шәреҡ иҡтисади-гуманитар университеты профессоры А. Әпсәләмова һәм башҡалар менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана....

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды
Новости / Мәғариф // 29-08-2014, 16:02


Рәми Ғарипов исемендәге республика  башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылдыҠанаттарың талмаһын, “Шоңҡар” - Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды.
Бер нисә көндән көмөш ҡыңғырау йәмле йәй айҙарының тамам икәнлеген иҫкәртеп, балаларҙы дәрестәргә саҡырыр. Өс ай буйы дуҫтарын, уҡытыусыларын, мәктәбен һағынған балалар тағы ла бергә йыйылып, фән тауына үрләр. Ремонт эштәре үткән, төҙөкләндерелгән биналар күптән инде сыр-сыу килгән балалар тауышын һағын­ғандыр.
Яңы уҡыу йылына Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын ҙур бүләк менән ҡаршы алды. Өр-яңы, заманса проектланған һәм йыһазландырылған “Шоңҡар” спорт-һауыҡтырыу комплексы үҙ ишектәрен асты. Ыҡсым ғына, интернат ҡаласығына йәм биреп ултырған бина төҙөлөшөнөң тамамланғанын уҡыусылар түҙемһеҙләнеп көттө....

Унан ысын уҡытыусы сығасаҡ
Новости / Мәғариф // 4-07-2014, 11:32


Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Лариса Ғәбит ҡыҙы Маликова быйыл Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалында педагогик практика үтте. Ул киләсәктә филолог һөнәренә эйә буласаҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта үҙем тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Уның дәрестән тыш үткәргән саралары, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуы ла маҡтауға лайыҡ. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемгә иғтибарлы, үҙ-үҙенә ҡарата талапсан, ныҡышмал һәм тырыш булыуы менән һоҡландырҙы. Сығарылыш практикаһын уңышлы үтте һәм мәктәп етәкселегенең Маҡтау ҡағыҙына, иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Ларисаға киләсәктә һайлаған һөнәре буйынса юғары белем тураһында диплом алып, хыял иткәненсә уҡытыусы булып уңышлы эшләргә яҙһын....

“Ниһайәт, мин инженер!”
Новости / Мәғариф // 27-06-2014, 18:39


“Ниһайәт, мин инженер!”Июнь – имтихандар, сығарылыш балдары мәле, мәктәп, студент йылдары менән хушлашыу айы. Был мәлдә күңел моңһоулыҡ менән дә, шатлыҡ менән дә тула.
21 июндә Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ-түлек технологиялары факультетын тамамлаусыларға диплом тапшырыу тантанаһы үтте. Һәр йыл һайын был минуттар студенттар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә берҙәй үк тулҡынландырғыс. Йола буйынса, сара университеттың байрамса биҙәлгән алтынсы корпусында уҙғарылды. Студенттарҙы ҡотларға уҡыу йортоноң белем биреү буйынса проректоры Р. Авзалов, аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты деканы Н. Ғөбәйҙуллин, кафедра мөдирҙәре, уҡытыусылар һәм университеттың башҡа хеҙмәт­кәр­ҙәре килгәйне. Факультет деканы үҙ ҡотлауында диплом алғас та, тамам­лау­сы­лар­ҙы вузда тағы ла күп тапҡыр күрергә теләүен белдерҙе, ҡыҙыл диплом алыусыларҙы БДАУ-ҙа фәнни эшмәкәрлектәрен дауам итергә саҡыр­ҙы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM