НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Диалекттар йәшәүгә хоҡуҡлы
Новости / Мәғариф // 19-10-2010, 10:21


Билдәле булыуынса, нимәнең дә булһа уникаллеге уның төрлөлөгөндә сағыла. Был хәҡиҡәтте телгә ҡарата ҡулланыу ҙа дөрөҫ булыр, моғайын. Диалекттарҙың күп булыуы йәки уларҙың бер-береһенән айырылыуы, телде нормалаш­тырыу­ҙы, был нормалаштырылған телдең бөтә халыҡ тарафынан ҡабул ителеү мәсьәләһен ҡатмарлаштырыуға ҡарамаҫтан, беренсенән, телде байытыу сығанағы булып тора, икенсенән, теләһә ниндәй системаның йәшәү, үҙен-үҙе һаҡлап ҡала алыу һәләте уның ҡатмарлылығына бәйле: ҡатмарлы булған һайын юҡ итеү ауырлаша....

«Тыуған ерем – мөғжизә»
Новости / Мәғариф // 19-10-2010, 10:19


«Тыуған ерем – мөғжизә»Дәүләкән районы етәкселегенең әҙәбиәткә иғтибары ҙур булыуы күптән билдәле. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовҡа йорт-музей булдырыу, «Дим» әҙәби берекмәһенең эшен йәнләндереү, район ижадсыларының бер-бер артлы тупланма итеп тә, айырым да китаптарын сығарыу, даими рәүештә республика яҙыу­сылары менән берлектә ижад кисәләрен үткәреү – ошоға асыҡ миҫал.
...

Мәғрифәтсе, зиһенде тәрбиәләүсе, әйҙәүсе
Новости / Мәғариф // 19-10-2010, 10:17


Мәҡәләмдең геройы – күптәрҙең хөрмәт иткән уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсина хаҡында уйланғанда тап шул сифаттар иҫкә килә.
Торғонлоҡ йылдарында – бөтә һорауҙарға ла яуаптар әҙер осорҙа уҡытты ул беҙҙе. Тик зиһенебеҙҙе уяу тоторға, уйланырға саҡыра, фекер йөрөтөргә әйҙәй ине. Ҡалыплашмаған һабаҡтар бирергә йөрьәт иткән берҙән-бер уҡытыусы ине шикелле ул.
Сибай педагогия училищеһын тамамлауға 25 йыл тулды, тимәк, беҙ уның менән 30 йыл ҡатнашып йәшәйбеҙ. Аҙ ғүмер түгел.
Республиканың төрлө тарафынан йыйылған 26 ҡыҙ Сибайға 80-се йылдар башында килгәйнек. Береһенән-береһе яңы фәндәр, ят уҡытыусылар, рус телендә генә аралашҡан өлкән курс студенттары. Күңелгә ауыр. Ауылды, өйҙө һағындыра,ҡайт­ҡы ғына килеп тик тора. Барыһы ла беҙгә маҡсаттарыбыҙҙы аңлата, тырышып уҡыр­ға өндәй. Өйрәндек, әлбиттә. Тырышып уҡыныҡ. Сөнки уҡытыусыларыбыҙға ышандыҡ. Тәрән белемле, тәжрибәле ине мөғәллимдәребеҙ. Улар хаҡында бары рәхмәт тойғоһо ғына күңелдәрҙә һаҡлана. Ә инде йәнебеҙгә яҡыны Рәсимә Булат ҡыҙы биргән дәрестәр булғандыр.
...

Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаланды
Новости / Мәғариф // 9-10-2010, 10:50


Был аҙнала бөтә илебеҙ Уҡытыусылар байрамын билдәләне. Уҡытыусылар тураһындағы хәтирәләр ғүмеребеҙҙең иң матур миҙгеле – бала саҡ менән бәйләнгән, шуға күрә лә улар яҡты, саф һәм ҡәҙерле.
  Уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгө баһаландыРеспубликаның иң яҡшы уҡы­тыусылары үҙҙәренең һөнәри байрамын баш ҡалала ҡаршы алды. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә үткәрелгән кон­курста еңеүсе уҡытыусыларҙы һәм иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡотланы. Башҡортостандың билдәле артистары һәм балалар ижади коллективтары үҙҙәренең йыр-бейеүҙәрен бүләк итте....

Студент өсөн иң мөһиме – стипендия
Новости / Мәғариф // 9-10-2010, 10:48


Ә инде уның исемлеһе бигерәк шәп!
  Студент өсөн иң  мөһиме – стипендия Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәтендә башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының иң алдынғы студенттарына баш ҡала хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырылды....

Ишкәкле кәмә диңгеҙ яулар
Новости / Мәғариф // 5-10-2010, 11:04


Тырышлы­ғын, булдыҡлылығын ишкәктәр итеп алып, ғилем даръяһын ҡыйыу яулаған Лүзә Шөғәйепованың – абруйлы уҡы­тыусының офоҡтары киң, хыялдары сикһеҙ, ниәттәре изге
Ишкәкле кәмә диңгеҙ яуларҒәҙәттә, юғары синыфта, курста уҡығандар үҙҙәренән һуң килеүселәргә иғтибар итмәй, бар диҡҡәттәре өлкәндәрҙә була. Әммә, юҡ-юҡ та, «бәләкәстәр» ҙә күҙгә салына, әгәр улар һәләттәре, тырышлыҡтары менән алға сыҡһа, үҙҙәрен тик ыңғай яҡтан күрһәтһә. Белорет педагогия училищеһында ике курсҡа түбән уҡыған Лүзә Шөғәйепова шундай шәп ҡыҙҙарҙың береһе ине. Ут һымаҡ янып тормай, баҫалҡы, ләкин булмышындағы ныҡлығы – ҡараштарында, үҙ-үҙен тотошонда. Артыҡ хәбәр һөйләмәй, әммә ауыҙын асһа, тураһын ярып әйтә....

Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең оҫталыҡ дәресе
Новости / Мәғариф // 5-10-2010, 11:00


Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе ҡатнашлығында ойошторолған мастер-класс үтте. Презентацияла Волга буйы федераль округының йәш эшҡыуарҙары – Рәсәй Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзалары һәм партнерҙары ҡатнашты.
Башҡортостан Бизнес-тренерҙары һәм консультанттары ассоциацияһы президенты Ғабдулла Хәмитов модератор булып сығыш яһаған мастер-класта бер нисә тема тикшерелде. Атап әйткәндә, эшҡыуарлыҡҡа бала саҡтан ыңғай ҡараш булдырыу тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ инициативалы йәш эшҡыуарҙарҙы эҙләү һәм уларға артабан ярҙам итеүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
...

Үҙ эшенең оҫтаһы
Новости / Мәғариф // 5-10-2010, 09:52


Илүзә Вайсиева һәр уҡыусыһын үҙ балаһы кеүек яҡын күрә
Үҙ эшенең оҫтаһы“Уҡытыусы” һүҙен ишеткән һайын, һәр бер кешенең күҙ алдына мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле, сабыр апай килеп баҫа. Ул һиңә ҙур тормош менән танышырға һәм донъяның ағын-ҡараһын айырырға ярҙам итә. Бына шундай кеше­ләрҙең береһе – Илеш районының Гремучий Ключ төп мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, I категориялы педагог Илүзә Бирғәле ҡыҙы Вайсиева....

Хәҙер улар – ысын студент!
Новости / Мәғариф // 2-10-2010, 12:10


Хәҙер улар – ысын студент!«Белем тауын кимереүселәр» араһында студенттар сафына ҡабул итеү йолаһы күптән барлыҡҡа килгән һәм йылдар, быуаттар аша, студент халҡының бәғзе ҡанундары менән бер рәттән, әле лә һаҡлана. Мәҫәлән, шундай сара күптән түгел республиканың абруйлы вуздарының береһе – Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында үтте....

Тура бәйләнеш
Новости / Мәғариф // 28-09-2010, 16:23


Тура бәйләнеш
– Зиннәт Абдуллович, һеҙгә Ейәнсура районы Үрген урта мәктәбе директорының һорауы бар ине. Бер йыл элек телевидениенан ишеткәйнек, бер уҡыусыға норматив буйынса республика Рәсәйҙә 53-сө урында килә, тип. Шуның һөҙөмтәһендә мәктәптәрҙе, бигерәк тә ауыл мәктәптәрен финанслау бик түбән һәм уҡы­тыусыларҙың эш хаҡы ла әҙ килеп сыға. Ҡасан бер уҡыусыға нормативты күтәреү көтөлә һәм ниндәйерәк күләмдә була икән? Сөнки матбуғатта, Татарстанда 1 сентябрҙән эш хаҡы 16 процентҡа артҡан, тип яҙылған, ә ул бит нормативтың артыуы нигеҙендә башҡарыла....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM