НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Фән – ул арбаусы көскә эйә мөғжизәле донъя”
Новости / Мәғариф // 5-02-2016, 14:15


“Фән – ул арбаусы көскә эйә  мөғжизәле донъя”  Илгиз Варис улы үҙенең ғилми эшен орхидеяларға бағышлаған. Башҡор­тостанда уларҙың 37 төрө иҫәпләнә. Уларҙы, үҫемлектәр донъяһының аристократтары, тип йөрөтәләр. Был үҫемлекте өйрәнеү ғалимдар араһында ҙур дәрәжәгә һанала. Рәсәйҙә, мәҫәлән, йөҙләгән ғалим ошо йүнәлеште һайлаһа, шуларҙан өс-дүрт кеше генә докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Ошо иҫәптә Сибай институты ғалимының булыуы – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ.
Бының серен ул Башҡортостанда фәндең ныҡлы үҫешеүендә күрә:
– Республикабыҙҙа фәнгә иғтибар ҙур, беҙҙә ғилми мәктәптәр, ғилми етәкселәр көслө. Ғөмүмән, фән менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр күп. Урал аръяғында Сибай институтының булыуы ғына ла бик яҡшы. Ирәндек, Ҡырҡты, Көркәк тауҙарына экспедицияларға сығабыҙ. Беҙҙең институт студенттарынан ғына 15 – 17 йыл эсендә биология фәне буйынса 50-нән ашыу фән кандидаты әҙерләнгән....

Институт алдына яңы маҡсаттар ҡуйылған
Новости / Мәғариф // 29-01-2016, 17:01


Институт алдына  яңы маҡсаттар ҡуйылғанти гәзитебеҙҙең ҡунағы – Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, сәйәси фәндәр кандидаты Рәмил МӘЖИТОВ.
Ул «Йәшлек»те уҡыусылар ҡыҙыҡһынған, атап әйткәндә, БР Мәғарифты үҫтереү институтының эшмәкәрлегенә, өлкә яңылыҡтарына, берҙәм дәүләт имтиханы, электрон белем биреү, федераль дәүләт белем биреү стандарты, уҡытыу программалары мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
– БР Мәғарифты үҫтереү институтына һәм башҡорт теле кафедраһына рәхмәтемде еткергем килә. Мәктәбебеҙ инновацион майҙансыҡ булғас, беҙ һеҙҙең менән бик әүҙем эшләйбеҙ.
“Йыл уҡытыусыһы” конкурстарын үткәргәндә баһалама ағзаларын иллегә-илле нисбәтендә юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡытыусылары араһынан һайлап ҡуйыу һәйбәт булыр ине....

Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!
Мәғариф / Проблема // 27-11-2015, 15:18


Уҡытыусы, шашма, ата-әсәләрҙән аҡса таптырма!Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Баланы мәктәпкә оҙатыу, дәрестәрен әҙерләүҙә ярҙам итеүҙе мәшәҡәт тип ҡабул итеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки был – һәр ата-әсәнең изге бурысы. Икенсе яғы ла бар: төрлө сәбәп менән аҡса йыйыу башлана. Был күренеш, әлбиттә, күп ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Ил Президенты Владимир Путин да халыҡ менән “тура бәйләнеш” үткәргән саҡта “Рәсәйҙә белем биреү бушлай тормошҡа ашырыла” тип белдерҙе. Әммә беҙҙең ҡайһы бер мәғариф учреждениелары элеккесә аҡса йыйыуҙы дауам итә....

"Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылам"
Новости / Мәғариф // 13-11-2015, 15:19


"Һәр ваҡыт  яңылыҡҡа ынтылам" Ул мәктәптә уҡығанда уҡ район кимәлендә үткән шиғыр, йыр бәйгеләрендә, КВН-дарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәктәптә үткәрелгән төрлө кисәләрҙә ойоштороусы, алып барыусы булып сығыш яһай, сценарийҙар яҙыу ҙа уның иңенә төшә. БДУ-ның Бөрө филиалына уҡырға килгәс тә тырыш ҡыҙ һис юғалып ҡалмай, университет үткәргән төрлө кисәләрҙә, “Студент яҙы”нда, театраль әҫәр­ҙәрҙе сәхнәләштереүҙә әүҙем ҡатнаша. Вуздың икенсе ятағында студенттар советы етәксеһе урынбаҫары, үҙе уҡыған төркөмдә староста вазифаларын башҡара. Күптән түгел университетыбыҙҙа беренсе тапҡыр үткәрелгән “Мисс сәскә – 2015” гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, “Мисс эрудиция” титулын яуланы....

Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимә
Новости / Мәғариф // 30-10-2015, 10:04


Тынғыһыҙ эҙәрмән-ғалимәОшо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының абруйлы ғалимдарының береһе, билдәле әҙәбиәтсе-ғалим, әүҙем тәнҡитсе Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы Гәрәева үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай.
Бөгөн Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы – филология фәндәре докторы, профессор, өс йөҙгә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән егермеләп китап (монография, дәреслектәр, юғары уҡыу йорттары өсөн программалар) авторы һәм әүҙем тәнҡитсе-ғалим.
Хеҙмәттәре тураһында һүҙ йөрөтөр алдынан Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙының биографияһына ҡыҫҡаса булһа ла туҡталып китәйек. Буласаҡ ғалимә 1960 йылдың 25 октябрендә Учалы районының Илтабан ауылында донъяға килә. Башта тыуған ауылында, артабан Ҡунаҡбай урта мәктәбендә белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай....

Мин – Аҡмулла университеты студенты
Новости / Мәғариф // 2-10-2015, 14:19


Мин – Аҡмулла  университеты  студентыСтудент йылдары… Иң сағыу ваҡиғалары менән ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр һәм киләсәк тормошто хәл итер мәл. Кисә генә мәктәп тупһаһы аша үтеп, ата-әсә ҡанаты аҫтынан сығып, бөгөн юғары уҡыу йортона белем алыуҙы дауам итергә килдек. Ғәҙәт­тәгесә, I курс студенттары өсөн сентябрь айында студентлыҡҡа арнау сараһы үтә. Беҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ла был саранан ситтә ҡалманы.
Беренсе курс студенттары байрамды дәртләнеп һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынланып көтөп алды. Ул Аҡмулла майҙанынан башланып китте....

Баймаҡ – Ырымбур юлдары
Новости / Мәғариф // 20-07-2015, 13:09


Баймаҡ – Ырымбур юлдарыСәфәр Баймаҡта яҙыусы-драматург М. Фәйзиҙең бюсына венок һалыуҙан башланды. Ул – районыбыҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған әҙәбиәтсе. Венокка “Әҙәбиәт йылына арнап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан” тигән таҫма ла беркетелде. Бюсҡа венок һалыу хоҡуғы республикала балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән ижади конкурста еңеүсе әҙерләгәне өсөн “Тыуған ил патриоты” миҙалына лайыҡ булған С. Ишмырҙинаға (Бикеш ауылы) һәм төрлө сараларҙа ҡатнашып, республика күләмендәге һөҙөмтәләре өсөн уҡыусыһы “Киләсәкте төҙөүсе” миҙалы менән бүләкләнгән З. Ғүмәроваға (Билал ауылы) бирелде.
Киләһе туҡталыш – Йылайыр ауылы. Шәйехзада Бабич ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған бюст. Уның янында шағирҙың исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары һәм уҡытыу­сылары йыйылған. Беҙҙең “һары ат”ты күреү менән улар бер һыҙыҡҡа теҙелеп тә баҫты. Асыҡ һауала шиғыр яңғыраны. Бабич шиғырҙары!...

Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштар
Новости / Мәғариф // 10-07-2015, 15:29


Күңелле бала саҡ илендә тынмаһын шат тауыштарРайондағы берҙән-бер ял лагеры хаҡында күптән белә инем. Шулай булмай, ауыл­ға ҡайтҡан һайын балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә телендә шул булһын әле. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр, тигәнде күҙ уңында тотоп, был юлы лагерь ишеген шаҡыным.
– Уҡыусыларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы уҙғарыу өсөн бар мөмкинлектәр булдырыл­ған, – тип ҡаршы алды лагерь начальнигы Айгөл Бәшәрова. – Быйылғы йәйҙә дүрт заезда республиканың төрлө район-ҡалаларынан меңдән ашыу бала ял итәсәк. Республика һәм район хакимиәте етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларҙың оло хәстәрлеге менән йәйге ял кампанияһы юғары кимәлдә ойошторола....

ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!
Новости / Мәғариф // 22-06-2015, 17:45


ТАУЛЫ АЛТАЙҘАН – ЕҢЕҮ МЕНӘН!Йәшлек үҙенең еңеүҙәре менән ҡәҙерле. Йәш саҡта яуланған тәүге еңеүҙәр ке­шене көслөрәк итә, тормошта еңеүсе булырға өйрәтә.
Быйылғы яҙ БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты студенттары өсөн дә ҡы­уаныслы булды. Беҙҙең команда Таулы Алтай ҡа­лаһында үткән “Филология. РФ халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте (төрки телдәр төркөмө)” тип аталған Бөтә Рәсәй олимпиадаһында бе­ренсе урын яулап ҡайтты. Был ҙур еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр студент төрлө номинацияларҙа еңеүсе бул­ды: Нәғим Һөйөнов – “Төрки халыҡтар телдәренең теорияһын иң яҡшы белеүсе”, Алина Садиҡова – “Төрки халыҡтар фонетикаһын иң яҡшы белеүсе”, Лариса Хәмитова – “Төрки халыҡтар­ҙың фольклорын иң яҡшы белеүсе”, Розалина Солтан­гәрәева – “Әҙәбиәт ғилемендәге тикшеренеү методтарын иң яҡшы белеүсе”, Гөлшат Ғәйнуллина – “Төрки халыҡтар мәҙәниәтен иң яҡшы белеүсе”....

Ғалимдар фекер алышты
Новости / Мәғариф // 15-05-2015, 12:20


  Ғалимдар фекер алышты БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты ойошторолоуға 25 йыл тулыу айҡанлы, Әҙәбиәт йылына, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата Башҡорт дәүләт университетында «Евразия цивилизацияһы контексында Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте: тарихы, хәҙерге торошо, перспективалары» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM