НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Имтихандарҙа ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала
Новости / Мәғариф // 12-02-2011, 11:36


Ситтән күҙәтеүселәрҙе БР Мәғариф министрлығы аккредитациялаясаҡ. Аккредитацияға ғаризалар ҡабул ителә башлаған һәм ул 5 апрелдә тамамлана. Уны үтеүселәргә билдәләнгән өлгөләге танытма бирелә. Тик ситтән күҙәтеүселәр БДИ-ға әҙерлек эшенә һәм уны үткәреүгә ҡыҫылырға, йомғаҡлау аттестация комиссияһы ағзаларына булышлыҡ итергә йәки ҡамасауларға, мобиль элемтә менән ҡулланырға, аудиториянан сығырға тейеш түгел. Имтихан ваҡытында асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында ул БР Дәүләт имтихандар комиссияһына йәки БР Мәғариф министрлығына хәбәр итә ала....

Фәндең киләсәге – йәштәрҙә
Новости / Мәғариф // 12-02-2011, 11:13


Фәндең киләсәге – йәштәрҙәМатур заманда йәшәйбеҙ. Айырыуса йәштәргә белем алыу, үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә булыу, һәр яҡлап та һәләтен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бынамын тигән уҡыу йорттары эшләй, уларҙа ниндәй генә специальностар буйынса белгестәр әҙерләмәйҙәр. Өҫтәүенә, алдын­ғы Рәсәй вуздарында белем алыу, шулай уҡ сит ил уҡыу йорттарында уҡып ҡайтыу өсөн гранттар, маҡсатлы йүнәлтмәләр бирелә....

Мәктәбемде төштәремдә күрәм
Новости / Мәғариф // 5-02-2011, 13:17


Ярты быуат... Илле йыл ғүмер! Ул замандарҙа тантаналы теҙелеү, һуңғы ҡыңғырау кеүек байрам атрибуттары юҡ ине әле. Ләкин мәктәп һабаҡтарын үтеү, синыфташтарың, уҡытыусыларың менән хушлашыу тормошоңдоң тәүге этабына нөктә ҡуйыу тип ҡабул ителә алалыр....

Баш ҡала иң көслө уҡытыусыһын һайлай
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 11:04


Бөгөн М. Горький исемендәге 3-сө гимназияла «Башҡортостандың баш ҡалаһы уҡытыусыһы – 2011» конкурсын асыу тантанаһы үтте.
Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» исеменә 55 конкурсант дәғүә итә. Конкурста ҡатнашыусыларға асыҡ дәрестәр күрһәтергә, синыфтан тыш саралар үткәрергә, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡ­лашыр­ға тура киләсәк. Бынан тыш, уҡытыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, лекция менән сығыштар, дебаттар көтә. Конкурсҡа 18 февралдә йомғаҡ яһаласаҡ.
Өфө хакимиәте мәғариф идаралығының мәғлүмәт-белем биреү порталы менән ҡулланыусылар «Иң яҡшы инновацион проект» өсөн интернет аша тауыш бирә ала. Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы конкурсы беренсе тапҡыр 1997 йылда ойошторола. Шул ваҡыттан алып унда барлығы 800-ҙән ашыу уҡытыусы үҙен һынап ҡарай....

Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡ
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 10:50


Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡКүргәнегеҙ барҙыр: кескәй генә балаға ҡәләм тотторһаң, ул шунда уҡ телен арҡыры тешләп, алдында ятҡан ҡағыҙҙы сыймаҡлап бөтәсәк, аҙаҡ, дәртләнеп китеп, өҫтәлгә яҙа-һыҙа башлай, шуның менән хушһынмайынса, стенаға ла «шедевр»ҙарын яһап ҡуясаҡ. Был ғәжәп күренеш һәр беребеҙҙең һүрәт сәнғәтенә ынтылышын күрһәтә кеүек. Һуңынан, өлкәнәйә бара, күпселектең булмышында рәссам һүнеп юғала, ә даланлылар, һәләтен үҫтереп, ижад емештәрен башҡаларға өләшә, зауығыбыҙҙы арттыра, рухыбыҙҙы байыта....

Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәр
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 10:44


Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәрХеҙмәт юлымдың бер өлөшөн балалар менән эшләүгә бағышлаған­ғамы, берәй ҡалаға йәки районға командировкаға сыҡһам, шундағы мәктәпкә һуғылмай китмәйем. Әле лә шулай, Күмертауға барғанымда, ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбенә юлландым. Тәүге тапҡыр был уҡыу йортонда “Йәшлек”тең бер төркөм журналисы, Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары ме­нән берлектә, 1997 йылда булғайныҡ. Урындағы башҡорт милли хәрәкәте ағзаларының, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр­ҙең ғәҙел талабына ҡаршы тора алмай, ҡала хакимиәте етәкселәре асырға мәжбүр булғайны уны. Милли мәғарифты үҫтереүгә, республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр асыуға тос өлөш индергән Мөхәммәт ағай Исҡужиндың ярҙамы ҙур булғайны был белем усағын ойошторғанда ла....

Һәләтһеҙ бала булмай...
Новости / Мәғариф // 29-01-2011, 11:57


Һәләтһеҙ бала булмай...Баш ҡалабыҙ Өфөлә Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара итеүсе башҡарма власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһе үтте. Унда Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Школьник, Баш федераль инспектор Петр Капишников, шулай уҡ Волга буйы федераль округы субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.
«Беҙҙең яңы мәктәп» милли белем биреү инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға булышлыҡ итеү төбәк системаһын үҫтереү» темаһына арналған кәңәшмәнең Башҡортостанда үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең республикала һәләтле балалар менән эшләүгә, уларҙың һәләтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә....

Милли-төбәк компонентын яҡлау – йәмәғәтселектең бурысы
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 10:10


Рәсәй Федерацияһының бынан өс йыл элек ҡабул ителгән «Дәүләт белем биреү стандарты төшөнсәһен һәм структураһын үҙгәртеү өлөшөндә Рәсәй Федерация­һының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 309-сы законы Башҡортостанда милли мәғарифтың үҫешен кәртәләне....

Проекты ил парламентарийҙарын да ҡыҙыҡһындырған
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 09:48


Проекты ил парламентарийҙарын да  ҡыҙыҡһындырғанЭльмира Ғарипова – Мәскәү дәүләт һыу академияһының Өфө филиалына ҡараған училищеның өсөнсө курс студенты. Был ҡыҙ гәзиткә яҙырлыҡ нимә ҡырған икән, тиерһегеҙ. Ул – Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан уҙғарылған «Моя законотворческая инициатива» конкурсының еңеүсеһе....

Тырыш йәштәр – ил таянысы
Новости / Мәғариф // 25-01-2011, 09:46


Тырыш йәштәр – ил таянысыҺеҙ һүрәттә күргән егет – Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты студенты Айҙар Миңләхмәтов.
Сығышы менән Дүртөйлө районы егете. Дүртөйлө ҡалаһының 2-се гимназияһында уҡыған сағында уҡ ике тапҡыр район хакимиәте башлығы стипендиаты булған, Мәскәү ҡалаһына Президент шыршыһына барған. Бөгөн БДУ-ла тырышып белем ала, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Шуға ла уҙған һәм быйылғы уҡыу йылында ла Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM