НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Август 2017 года » Страница 7

Ҡыҙыл көртмәле (брусника)
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-08-2017, 12:31


Ҡыҙыл көртмәле  (брусника)Ҡыҙыл көртмәле ҡарағай һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡороған торф ятҡылыҡтары булған ерҙә үҫә.
Дауалау өсөн ҡыҙыл көртмәленең емеше һәм япрағы ҡулланыла. Ҡыҙыл көртмәле еме­ше С витаминына бай булғанлыҡтан, уны ҡышҡы миҙгелдә, яҙҙың тәүге айҙарында зәңгенән һаҡланыу һәм дауаланыу маҡсатында ҡулланалар. Бынан тыш, емешен ҡулланыу ашҡаҙандың әселеге түбәнәйгәндә, подагра, ревматизм кеүек ауырыуҙар булғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, эс киткәндә файҙалы. Япраҡтары бөйөрҙә таш булғанда, бөйөр лаҡаны һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә файҙалы. Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш шешеп ҡанағанда төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡайҙар.
...

Йондоҙнамә (14-20 август)
Махсус бит // 13-08-2017, 11:42


Йондоҙнамә (14-20 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә оялмағыҙ, ҡулығыҙҙан барыһы ла килерлек. Элек башлан­ған ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ослар­һығыҙ. Ниндәйҙер бурысты ла бер юлы ҡайтарырһығыҙ һымаҡ....

Баллы булһын сәйҙәребеҙ!
Экономика // 13-08-2017, 10:00


Баллы булһын сәйҙәребеҙ!
Ҡулдарығыҙҙан ҡот китмәһен, умартасылар!
Башҡортостанда бик матур байрам – Умартасылар көнө бар. Уны йыл һайын август айының икенсе йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр. Республикабыҙҙа бик күп кеше умарта тота, кемдер балды һатыу өсөн етештерә, төп кәсебе итә. Татлы аҙыҡты үҙенең ғаиләһенә етерлек итеп, тәмләп кенә ҡараусылар ҙа бар. Эш умартаның күпме булыуында түгел ул. Сөнки умарта тотоу һәр ваҡыт мәртәбәле, лайыҡлы һөнәр һаналды һәм һанала. Кемгә нисектер, әммә миңә бәләкәй саҡтан бер фекер һеңдерелгән: умартаны тик уңған кешеләр генә тота ала. Юҡтан ғына түгел инде, ысынлап та, татлыҡасты табынға килтереп ҡуйыр алдынан күпме тырышлыҡ һәм таһыллыҡ кәрәк икәнлеген барыбыҙ ҙа белә....

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-08-2017, 12:16


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йә­шәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.

* * *
Кеше бер саҡ аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”)....

Бәхәс тыуҙырған мөхәббәт
Махсус бит // 12-08-2017, 09:00


Бәхәс тыуҙырған мөхәббәт
Өфө районынан Йосоповтар, донъяның йәмен, тәмен тойоп йәшәргә кәрәк, тип иҫәпләй

Мөхәббәт хисе бик ҡыҙыҡ икән ул, уның күңелдә нисек бөрөләнеүен кеше һиҙмәй ҙә ҡала. Күгәрсен һылыуы Лиана менән Ишембай егете Юлдаш араһында был тойғоноң уяныуына интернет селтәрендә барған оло бәхәс сәбәпсе булған....

Бала күңеле
Новости / Тарих // 11-08-2017, 12:12


Бала күңеле
Бөгөнгө көндөң матурлығына иҫең китерлек. Яҙ килгәнгәме, ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә, ҡалын ҡар ҡатламдары әкренләп ирей бара.
Магазинға аҙыҡ-түлек алырға ингән мәлемдә бер бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың әсәһенең итәгенә йәбешеп ҡысҡырып илағаны иғтибарымды йәлеп итте. Бала тынысланырға уйламай ҙа, тирә-яғындағы кешеләрҙе лә күрмәй, әсәһенең әрләүе лә бер нисек тә йоғонто яһамай. Ҡыҙҙың ике күҙе лә витрина аҫтындағы “киндер шоколад”та, яу булып яҡынынан ошо тәмлекәсте һаттырып алдырырға теләй. Әсәһенең үҙәгенә үтеп илаған был балаға ҡарап ҡасандыр яҡын ғына танышым һөйләгән ваҡиғаны иҫемә төшөрҙөм.
...

Мәңге йәшел помидорҙар илендә йәшәйбеҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-08-2017, 11:50


Мәңге йәшел помидорҙар илендә йәшәйбеҙ"Бөгөн төндә республикала һыуыҡ булды. Белорет районының Үткәл ауылында һауа температураһы хатта -2 градус күрһәтте", - тип хәбәр итә Ришат Хәйбуллин Районда -3-гә тиклем һыуытҡан урындар ҙа булған....

Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
Әҙәбиәт / Юмор // 11-08-2017, 11:33


Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:
– Һеҙ ни өсөн рулгә этте ултырт­тығыҙ?
– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…...

Ләйсән Мусина. 22 йәш.
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 11-08-2017, 11:29


Ләйсән Мусина. 22 йәш.
Ләйсән Мусина. 22 йәш. Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән.
Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, балалар табибы һөнәрен алған.
...

Земфира Байдәүләтова «Мисс Азия-2017» исеменә лайыҡ булды
Яңылыҡтар таҫмаһы // 11-08-2017, 10:27


Земфира Байдәүләтова «Мисс Азия-2017» исеменә лайыҡ булды
Башҡорт ҡыҙы «Мисс Азия Альма матер-2017» исеменә лайыҡ булды. Тыва Милли театрында тамамланған Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында «Һылыуҡай-2017» башҡорт гүзәлдәре республика конкурсы еңеүсеһе, «Bashkirian Beauty» студияһы моделе, 18 йәшлек Земфира Байдәүләтова Гран-при яуланы.

Земфира – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенты (информатика, иҫәпләү техникаһы һәм компьютер технологиялары йүнәлеше буйынса профессиональ белем ала), Ҡырмыҫҡалы районында тыуған. Земфира – күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе һәм иң кесе бала.

Конкурста Башҡортостан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Ҡаҙағстан, Бүрәт, Ҡалмыҡ, Хакасия һәм Тыва республикалары вәкилдәре ҡатнашты.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM